“Башҡортостан” гәзитенең күсмә Кубогын һәм приздарын иң оҫта көрәшселәр яуланы
Беҙҙең республикала көрәшселәре менән дан тотҡан райондар күп, әммә Салауат районы ғына “Ике батыр” төйәге тигән дан алған. Бында, әлбиттә, Салауат Юлаев менән Харис Йосопов күҙ уңында тотола. Юғары спорт даирәләрендә һәм хатта ил етәкселегендә лә яратып “Папа Ю” тип йөрөтөлгән данлыҡлы көрәшсе Харис Монасип улы хаҡында әле етерлек яҙмайбыҙ һәм үҫеп килгән быуынға танытырға ашыҡмайбыҙ. Шуны иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзитенең Салауат районының Арҡауыл ауылында милли көрәш буйынса үткәргән II асыҡ республика турниры Х.М. Йосоповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды.
– Юҡ, юҡ, иҫәпкә алынмай – аҫта ҡалһа ла, башы келәмгә теймәне бит! Тағы бер тапҡыр! – Судья Хәлил Ғарифуллин микрофон аша шулай тип әйтеү менән, арбитр Фәнүр Ғәйнетдиновтың һыҙғыртҡысы яңғыраны. Тимәк, көрәшеүсе ике егеткә – Ҡыйғы районы һәм Златоуст ҡалаһы вәкилдәре Айгиз Мөхәмәтов менән Никита Усовҡа – йәнә бер-береһенең билбауҙарына йәбешергә тура килә. Был юлы таһыллыраҡ итеп...
Көрәште күҙәткәндә берсә келәм уртаһында көрмәкләшеүсе йәштәргә, берсә ялтлап торған спорт залына ҡарайһың. “Газпром” йәмғиәте аҡсаһына төҙөлгән “Йүрүҙән” спорт-һауыҡтырыу комплексы Арҡауыл ауылының ситендәге ҡалҡыулыҡта әллә ҡайҙан уҡ күҙҙең яуын алып тора. Бинаһының күркәмлеге, тирә-яғындағы ландшафты менән ул төпкөл районға осраҡлы килеп ултырған Европа киҫәген хәтерләтә, иркен залы һәм тренажер бүлмәләре, һәр төрлө уңайлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Турнирҙы асыу тантанаһын “Йүрүҙән” комплексының йыр һәм бейеү оҫталары асып ебәрҙе. Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, был мәртәбәле сараның маҡсаттарын билдәләп, ҙур спорт байрамын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәргә республика баҫмаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Милли көрәш хәҙер халыҡ-ара кимәлгә сыға, – тине атаҡлы көрәшсе Х. М. Йосоповтың улы, Силәбе өлкәһе Билбау көрәше һәм көрәш федерацияһы етәксеһе Морис Йосопов, тантанала сығыш яһап. – Һеҙ ҙә, егеттәр, киләсәге өмөтлө булған был спорт төрөнә аяҡ баҫтығыҙ, ошондай турнирҙарҙа тәжрибә туплауығыҙ – шатлыҡлы хәл. Халыҡ-ара турнирҙарҙа һәм уларҙағы еңеүселәр исемлегендә һеҙҙе лә күрергә яҙһын.
...Ярыш залының бер яҡ ситендәге өҫтәлдәрҙә төрлө ҙурлыҡтағы кубоктар һәм приздар теҙелеп киткән. Йәш спортсылар уларға ҡарап-ҡарап ала. Кемдәргә эләгер? Урталағы өҫтәлдә, барыһынан да ҡалҡыуыраҡ булып, “Башҡортостан” гәзитенең күсмә Кубогы тора. Уны был ярышҡа Мәләүез командаһы алып килде: былтыр I асыҡ республика турнирында был бүләкте улар яулағайны. Кире алып ҡайтырҙармы мәләүездәр Кубокты, әллә башҡа командаға ҡалдырып китергә мәжбүр булырҙармы?
Ул арала ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Әйткәндәй, тәүге сығыштар һүлпән генә башланып киткән һымаҡ булһа ла, аҙағына табан турнир көсөргәнешлерәк төҫ алды.
– Ҡыҙыл майкаға – икенсе иҫкәртеү! – Судья Рәүил Закиров сираттағы алышты күҙ ҙә яҙлыҡтырмай күҙәтә. Арҡаһына барып ятты ғына тигәндә Сибай егете бер аяғына таянып өлгөрҙө! Сәмсел егеттәр тағы бер-береһенең билбауҙарын матҡып тотто. Көрәшкә ни бары дүрт минут ваҡыт бирелә. Әгәр береһе лә өҫтөнлөк ала алмай һәм еңеүсе асыҡланмай икән, уларға “турайып баҫыу” алымы рөхсәт ителә. Билбауҙар барыбер ысҡындырылмай, хатта улар билдәрҙе нығыраҡ та ҡыҫа. Тәбиғи, ике көрәшсенең дә хәле бер үк була алмай – кемдеке тиҙерәк бөтһә, шул арҡаһына барып ятҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Был юлы ла шулай булды: үҙе менән көрәшеүсенең хәле кәмегәнен тойҙомо икән, Федоровка районы егете уны баш аша алып та ырғытты!
...Көнө буйы барһа ла, турнир бик тиҙ үткән һымаҡ булды. Бәлки, һәр сығышты иғтибар менән ҡарап ултырғанға ла шулай тойолғандыр. Бына иң таһыллы көрәшселәр пьедестал алдына теҙелде. Еңеүселәр иғлан ителә.
70 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Өфө ҡалаһының олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Салауат Йосопов;
II урында – Салауат районынан Альберт Ниғәмәтов;
III урында – Стәрлетамаҡтағы физик культура техникумы студенты Надир Исмәғилев.
Был категория еңеүселәренә бүләктәрҙе “Рәсәй ҡалалары” партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллин тапшырҙы.
80 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Мәләүез районынан Альберт Рәхмәтуллин;
II урында – Ҡыйғы районынан Артур Зөлҡәрнәев;
III урында – Салауат районынан Илнур Ғайнанов.
Был егеттәрҙе “Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары Альфред Зиннуров бүләкләне.
90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Салауат районынан Наил Мөхәмәтйәнов;
II урында – Өфө ҡалаһынан Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Айгиз Зәйнетдинов;
III урында – Стәрлебаш районынан Илдар Моратов.
Сираттағы бүләктәрҙе көрәшселәр Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина ҡулынан алды.
90 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә:
I урында – Мәләүез районынан Мансур Юлтимеров;
II урында – Салауат районынан Динис Нурмөхәмәтов;
III урында – Ҡыйғы районынан Таһир Зөлҡәрнәев.
Иң ауырҙар төркөмөнә бүләктәрҙе “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов тапшырҙы.
Командалар араһында урындар түбәндәгесә бүленде:
беренсе урынды хужалар – Салауат районы – яуланы;
икенсе урында – Башҡортостан дәүләт аграр университеты; өсөнсө урында – Мәләүез районы.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите Кубогы ике батыр төйәгенә – Салауат районына – күсте!
Турнир тарихында тәүге тапҡыр чемпион билбауы бирелде – төрлө аҫылташтар менән биҙәкләп эшләнгән был матур ҡайышты Әлтәф Ғәйфуллин абсолют чемпион Мансур Юлтимеровҡа тапшырҙы.
Милли көрәш буйынса II асыҡ республика турнирында Башҡортостандың төрлө райондарынан 15 команда составында йөҙгә яҡын йәш спортсы ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: был үткән йыл Мәләүездә уҙғарылған тәүге бәйгелә ҡатнашыусыларға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Тимәк, турнирҙың абруйы арта бара. Киләсәктә күсмә Кубокка дәғүә итеүселәр тағы ла күбәйер, милләтебеҙҙең мәҙәни ҡаҙаныштарының береһе булған милли көрәш үҙе лә республикабыҙ халҡының иғтибарын нығыраҡ яулар тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Морис Йосопов:
– Силәбе өлкәһендә йәшәһәк тә, атайым минең күңелдә башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй алған, бигерәк тә уның тыуған яғына килгәндә, мин үҙемде халҡымдың айырып алғыһыҙ бер өлөшө итеп тоям. Һуңғы осорҙа Силәбелә башҡорттоң милли ихтыяждарына йөҙ менән борола башланылар. Беҙ, өлкә ҡоролтайы ағзалары, башҡорт телендәге “Уралым” гәзитен тергеҙергә йыйынабыҙ.
Рәшит Фәйзуллин, педагог, Арҡауыл ауылының хеҙмәт ветераны:
– Харис Йосопов – минең балалыҡ дуҫым. Бергә уйнап үҫтек, уның спорттағы уңыштарын һәр саҡ күҙәтеп барҙым. Әле лә, 87 йәштә булһам да, ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Үҙебеҙҙең ауылда ла уҙғас, нисек килмәйһең?! Харис бала саҡтан бик таҙа кәүҙәле булды. Уларҙың нәҫеленә “айыу” ҡушаматы таҡҡандар ине, сөнки барыһы ла мыҡты һәм көслө. Студент сағында Харис, хәтерләйем, ауылға ҡайтҡан сағында, бала-сағаны йыйып, ярыш ойоштора торғайны – көрәш булһынмы ул, йүгереү йәки һикереүме... Еңеп сыҡҡандарға үҙе һатып алған приздарҙы тапшыра: ҡәләм, дәфтәр... Ул саҡта барыһына ла ҡытлыҡ ине бит шуға күрә балалар был бүләктәрҙе бик ҡыуанып ҡабул итте. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына дуҫымдың иҫтәлегенә арнап оло бәйге үткәргәне өсөн ҙур рәхмәт!
Рәхмәт һүҙеДанлыҡлы көрәшсе Харис Йосоповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап “Башҡортостан” гәзите Кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса II асыҡ республика турнирын ойоштороуҙа һәм уны уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙға – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповҡа, уның ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаға, Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдиновҡа, “Янғантау” шифаханаһы директоры Энгельс Ҡолмөхәмәтовҡа, Башҡортостандың билбау көрәше һәм көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясовҡа, Силәбе өлкәһенең Билбау көрәше һәм милли көрәш федерацияһы етәксеһе, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосоповҡа, бүлексәһе рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатовҡа, “Рәсәй ҡалалары” партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллинға, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәриповҡа, ярыштарҙың баш судьяһы Адик Нурмөхәмәтов етәкселегендәге судьялар төркөмөнә, Салауат районы эшҡыуары Нәфис Мөлөковҡа, ярышҡа үҙ спортсыларын ебәргән район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты етәкселәренә – ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Республикабыҙҙа милли көрәште үҫтереүгә, йәштәребеҙҙә физик һәм рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүгә индергән өлөшөгөҙ маҡтауға лайыҡ. Артабан да эштәрегеҙ ырамлы барһын, дуҫтар!
Был турнир буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ: http://vk.com/album162549751_204860642