Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер, ике, өс! Беҙҙә бөтә көс!”
“Бер, ике, өс! Беҙҙә бөтә көс!”
Мораҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Спорт байрамы ысын мәғәнәһендә халыҡ йыйынына әйләнде. Сәхнәлә спортты һәм физкультураны үҙенең тормош юлы итеп һайлағандар, был өлкәлә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсылар тәбрикләнде. Район етәксеһе Фәрит Мырҙагилде улы Мусин физкультура уҡытыусыларын, спорт һөйөүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы. Район исемен республика, Рәсәй кимәлендә яҡлаған спортсыларға, ғүмерен спорт менән бәйләгән тренерҙарға ты­рышлыҡтары һәм призлы урындар яулағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.


Райондың спорт мәктәптәре, 37 спорт залы, ике спорт-һа­уыҡ­тырыу комплексы бар. Хаки­миәттең йәштәр эше һәм спорт бүлеге мөдире Илнур Сәй­фул­лин билдәләүенсә, быйыл волейбол, баскетбол, футбол, по­лиатлон, еңел атлетика, шахмат һәм йөҙөү буйынса төбәк-ара, республика кимә­лендәге 124 спорт са­раһы уҙғарылған. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база ныҡлы. Быға дәлил – Мораҡ һәм Тәүәкән ауылда­рын­дағы бассейнлы комп­лекстар. Үҙ эштәренә тоғро хеҙмәт иткән һәм һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән Зиннур Абдуллин, Мансур Абу­ҡаев, Илназ Буранбаев, Фирғәт Килдебаев, Хәлит Сәлтәшев, Илвир Сәйфуллин, Данил Хә­сәнов, Фирғәт Әйетҡолов иң шәп ауыл физкультура уҡы­тыусы­лары һәм тренерҙар булараҡ танылған.
Волейбол буйынса республика ярышында 33 команда араһында Әлмира Килдебаева етәкселегендәге ҡыҙҙар коман­даһы бронза миҙал алған. Байрамда тренер Фирғәт Кил­де­- баев­тың еңел атлеттары, Илвир Сәйфуллин менән Рәсүл Ҡыҙ­расовтың хоккейсы үҫмерҙәре, Тәүәкән ауылының “Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексы тәрбиә­ләнеүселәре лә бүләк­ләнде. Кө­рәш, бокс секцияларында, турист слеттарында ҡатнашҡан балалар ҙа өлөшһөҙ ҡалманы.
Сочи ҡалаһында уҙған XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына арнап район мәктәптәрендә ойош­торолған спартакиада еңеү­­сеһе −– Мораҡ баш­ҡорт гимназияһы һәм Сапыҡ мәк­тәбе тантанала айырыуса ҙур­лап билдә­ләнде.
Райондың Әнисә Демченко етәксе­легендәге инвалидтар ойош­маһы, республика һәм Рә­сәй ярыштарында ҡат­нашып, уңыштар яулай. Зинира Са­диҡова, Руслан Спиридонов, Илгиз Ишмөхәмәтов йыл да үткәрелгән спартакиадала әүҙем ҡатнашып, күпалыш буйынса Башҡортостан чемпиондары булған.
Спорт тармағын үҫтереүҙә тос өлөш индергәне өсөн район хакимиәте баш­лығы Фәрит Мусин Башҡортостандың Йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министр­лығының “Башҡортостан Рес­­­пуб­лика­һында спортты үҫ­тереүгә индергән өлөш өсөн” Почет билдәһе менән бүләк­ләнде. Әлмира Килдебаева, Айрат Шәрипов “Башҡортостан Республика­һының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре” Почет билдәһе, ә Фәрит Илғы­уатов Почет грамотаһын алыу өсөн сәхнә түренә саҡырылды. Спортты үҫте­реүҙә әүҙем ҡатнашҡан Әмир Зиннә­туллин, Ринат Ибраһимов, Николай Хрипунов Министрлыҡтың рәхмәт хаттарын, Ғайса Янбаев, Гөл­гө­нә Исмәғилева, Илвир Сәйфул­лин район хакимиәте бүләктәрен алып һөйөндө.
Концерт сығыштары менән үрелеп барған сара ифрат күңелле булды.

“Бер, ике, өс! Беҙҙә бөтә көс!”Зинира 1979 йылда Күмертау ҡала­һында Фәүзиә менән Наил Сади­ҡовтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Йомағужа ауылында үҫә, ике йәшендә ҡаты сирләп, инвалид коляска­һына ултыра. Йөрөүе сикләнгән ҡыҙыҡай Өфө ҡалаһының 13-сө махсус мәктәбен тамамлағас, ВЭГУ ака­демияһына уҡырға инә. “Спортҡа мин 2006 йылда Әнисә Сө­ләймән ҡыҙы ярҙамында килдем. Әле Салауат ҡалаһында йәшәйем, көн дә күнекмәгә йөрөйөм. Көнөнә ике-өс сәғәт шөғөл­лә­нәм”, –− ти Зинира. Йыйылма команда менән берлектә ул Чебоксар, Өфө, Салауат ҡалаларындағы ярыш­тарҙа ҡатнаша. Үҙенең ихтыяр көсө һәм тырышлығы менән саңғы, еңел атлетика ярыштарында, турист күпалы­шында бер нисә тапҡыр чемпион исемен яулай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 785

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 406

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073