Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеүселәр ҡайҙа үҫә? Нефтекамала!
Еңеүселәр ҡайҙа үҫә?  Нефтекамала!
Һуңғы йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы республикала ысын мәғәнәһендә спорт үҙәге булып танылды. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған “Торос” командаһының төп бүләкте – “Братина кубогы”н икенсегә яулауы, “Олимп” ҡыҙҙар волейбол командаһының Рәсәй чемпионатының икенсе лигаһы финалында өсөнсө урын алыуы һәм, ниһайәт, ҙур спортҡа бында юл алған Илвир Хужиндың Сочи Олимпиадаһында бобслей экипажы составында дүртенсе урын алыуы – үҙҙәре генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ошо уңыштарға ирешеү өсөн һалынған көс хаҡында ҡала хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Ирек ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Сәләмәт тормош алып ба­рыу өсөн ҡалала ниндәй шарттар тыуҙырылған, Ирек Радик улы?
– 135 меңдән ашыу кеше йә­шәгән ҡалабыҙҙа халыҡтың өстән бер өлөшө тиерлек физик культура, спорт һәм туризм менән даи­ми шөғөлләнә. Был – рес­­пуб­ли- ­кала юғары күрһәткестәрҙең бере­һе. Беҙҙә өс балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, алты спорт йүнәлешендәге өҫтәмә бе­лем биреү учреждениеһы уңышлы эшләп килә. 160-тан ашыу ҡоролма иҫәбендә 140-ҡа яҡын зал һәм майҙансыҡ, ике стадион һәм ике боҙ һарайы, өс бассейн, тиҫтәнән артыҡ хоккей майҙан­сы­ғы, алты тир, саңғы базаһы, еңел атлетика манежы бар. Былтыр миҙгел башында икенсе боҙ һарайы тантаналы асылғайны, әле яһалма япмалы футбол яланы төҙөлә, бассейны булған заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү буйынса проект документтарын әҙер­ләү тамамланды.
– Ә сараларға килгәндә...
– Улар күп төрлө. Спорт яратыу­сылар өсөн йыл барышында туғыҙ спартакиада һәм халыҡты йәлеп иткән башҡа байрамдар үткәрелә, уларҙа ҡатнашыусылар һаны, дөйөм алғанда, 60 меңдән ашып китә. Бынан тыш, былтыр, мәҫәлән, беҙҙә Рәсәй һәм Башҡор­тостан кимәлендәге 73 бәйге уҙҙы: Бөтә Рәсәй теннис ярыштары, ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса ил беренселеге финалы, кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты, Бөтә Рәсәй саңғы марафоны һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар, республика бе­рен­се­лектәре ойошҡанлыҡ менән үтте.
– Ниндәй спорт төрҙәре ха­лыҡты айырыуса йәлеп итә?
– Ҡала етәкселеге, ойоштороу­сылар спорттың бигерәк тә йәйге һәм ҡышҡы Олимпиадалар исем­ле­генә ингәндәрен үҫтереүгә ныҡ­лы иғтибар бирергә тырыша. Еңел һәм ауыр атлетика, хоккей, бокс, бобслей һәм скелетон, ҡатын-ҡыҙҙар волейболы буйынса уңыш­тар айырыуса һиҙелерлек, йөҙөү һәм баскетболда ла етди үҫеш бар. Оло спортҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан­дарҙан ауыр атлет, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Диана Әхмә­това уҙған йыл ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы булһа, июнь аҙағында Ҡазанда үткән Европа беренселегендә иһә алтын миҙал яуланы. Максим Яндубаев армрестлинг буйынса донъя чемпионатында ла, Донъя кубогына үткәрелгән ярыштарҙа ла беренселекте бирмәне. Еңел атлетикала Рәсәйҙең спорт мастеры Илмир Солтанов физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында 200 метрға йүгереүҙә ил беренселегендә кө­мөш миҙалға лайыҡ булды. Бобслей буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Илвир Хужин Олим­пиадаға тиклем үк үҙ экипажы составында Рәсәй беренселегендә – икенсе, Донъя кубогы финалында өсөнсө урынды алды. Һанап үтел­гән спортсылар, шулай уҡ былтыр республика чемпионы һәм Волга буйы федераль округы уҡыусы­лары спартакиадаһы еңеү­се­һе булған Рәсәйҙең йөҙөү буйынса спорт мастеры Роман Си­­ницын үҙ номинацияларында “2013 йылдың иң яҡшы спортсыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
– Бик хуп. Шулай ҙа беҙ башлыса спорт менән профессиональ нигеҙҙә шөғөлләнгәндәр тура­­һын­­да ғына һүҙ йөрөтәбеҙ түгелме? Башҡалар ни хәлдә?
– Спорт менән һөнәри кимәлдә шөғөллән­мәгән­дәр ҙә республика кимәлендәге бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай. Былтырғы һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, беҙҙең спортсылар Башҡортостан хеҙмәтсәндәре һәм уҡыусылар спартакиадаларында, ветеран­дарҙың спорт фестивале финалында – беренсе, спорттың милли һәм халыҡсан төрҙәре бәйге­һен­дә һәм ир-егеттәр ярышында – икенсе, “Баш­ҡортостан – сәләмәт тормош өсөн” уйындарында өсөнсө урындарҙы яуланы.
“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, нефть колледжы, 7-се мәктәп спорт күрһәткестәре һәм төрлө ярыш-бәйгеләрҙе ойоштороп үткәреү кимәле буйынса ҡа­лала алдынғыларҙан һанала. Әл­фиә Кәримова етәкләгән баш­ҡорт гимназияһын айырым билдә­ләр инем. Был мәктәп спорт­­­сы­лары уҡыусыларҙың республика спартакиадаһында өсөнсө урынды алды, ҡала кимәлендәге ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Гимназияла волейбол, саң­ғы, баскетбол һәм еңел атлетика буйынса һигеҙ тапҡыр үткә­рел­гән төбәк ярыштары ла ойоштороу йәһәтенән күптәр өсөн өлгө алырлыҡ булды.
– Спортсыларҙы тәүге урынға ҡуйып, уларҙың уңышына нигеҙ һалғандарҙы онотоп ебәрмәй­беҙме?
– Юҡ, әлбиттә. Һәр ерҙәгесә ке­үек, беҙҙә лә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән спортсыларҙың тренер­ҙа­рына, уҡыу йорттарының физик культура уҡытыусыларына, предприятие һәм ойошмаларҙа эште ойоштороусыларға, шулай уҡ ветерандарға иғтибар бер ваҡытта ла кәмегәне юҡ. Йылға йомғаҡ яһағанда уларҙы айырым бил­дәләйбеҙ. Исемдәр биреп, махсус кубоктар тапшы­рабыҙ. Мәҫәлән, “2013 йыл­дың иң яҡшы физик культура уҡытыусыһы” тип нефть колледжынан Татьяна Ноғоманова бил­дәләнде. “Йылдың иң яҡшы тре­­неры” исеменә балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәктәбе­нең еңел атлетика буйынса өлкән тре­­нер-уҡытыусыһы Вәзир Ша­фиҡов лайыҡ тип табылды. Сочи Олим­пиадаһында ҡатнашҡан Ил­вир Хужиндан тыш, уның тағы ла дүрт тәрбиәләнеүсеһе Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙең еңеү­се­ләре һәм призерҙары булды. “Йылдың иң яҡшы спорт ветераны” исемен СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры, әле лә күп саңғы ярыштары еңеүсеһе Валерий Гә­рәйшин алды. Әйткәндәй, ойошмалар һәм уҡыу йорттары араһында ла иң яҡшылар табылып, махсус кубоктар менән бүләкләнде.
– Башҡарылған эштәр, өлгә­шелгән ҡаҙа­ныш­тар һиҙе­лер­лек, әлбиттә. Ә хәл итәһе мәсьә­ләләр юҡмы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул. Тик уңыштар ғына проблемаларҙы хәл итмәй... Уңайһыҙ булһа ла, әйтмәү мөмкин түгел: физик культура һәм спорт объекттары менән тәьмин ителеүгә һәм был йүнә­лештәге сараларҙы үткәреүгә тото­нолған сығымдарҙы Нефтекамала йәшәгән һәр кеше иҫәбенә бүлеп ҡарағанда, беҙ – республика ҡа­лалары араһында иң һуңғы урын­дабыҙ. Барлыҡ өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла спорт ҡорамалдарына ҡытлыҡ кисерә. Был хәлде ҡала етәкселеге яҡшы белә. Быйылғы йыл башынан хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовтың шәхсән ҡатнашлығы арҡаһында финанслау мәсьәләһе ыңғай хәл ителә башланы. “Торос” стадионын үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән республика етәкселегенең ярҙамына ла ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Беҙҙе борсоған тағы ла бер проб­лема – ул тренер-уҡытыу­сылар­ҙың олоғая барыуы. Йәш кадрҙар кәрәк. Был йүнәлештә тейешле эш алып барабыҙ. Илебеҙ спортсы­ларының Сочи Олимпиа­даһында ҙур ҡаҙаныштарға өлгә­шеүе лә беҙҙе дәртләндерә, рухландыра.

Ансар Нуретдинов
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 776

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 395

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 427

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 283

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 072