Һуңғы йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы республикала ысын мәғәнәһендә спорт үҙәге булып танылды. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған “Торос” командаһының төп бүләкте – “Братина кубогы”н икенсегә яулауы, “Олимп” ҡыҙҙар волейбол командаһының Рәсәй чемпионатының икенсе лигаһы финалында өсөнсө урын алыуы һәм, ниһайәт, ҙур спортҡа бында юл алған Илвир Хужиндың Сочи Олимпиадаһында бобслей экипажы составында дүртенсе урын алыуы – үҙҙәре генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ошо уңыштарға ирешеү өсөн һалынған көс хаҡында ҡала хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Ирек ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сәләмәт тормош алып барыу өсөн ҡалала ниндәй шарттар тыуҙырылған, Ирек Радик улы?
– 135 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалабыҙҙа халыҡтың өстән бер өлөшө тиерлек физик культура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнә. Был – республи- кала юғары күрһәткестәрҙең береһе. Беҙҙә өс балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, алты спорт йүнәлешендәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһы уңышлы эшләп килә. 160-тан ашыу ҡоролма иҫәбендә 140-ҡа яҡын зал һәм майҙансыҡ, ике стадион һәм ике боҙ һарайы, өс бассейн, тиҫтәнән артыҡ хоккей майҙансығы, алты тир, саңғы базаһы, еңел атлетика манежы бар. Былтыр миҙгел башында икенсе боҙ һарайы тантаналы асылғайны, әле яһалма япмалы футбол яланы төҙөлә, бассейны булған заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү буйынса проект документтарын әҙерләү тамамланды.
– Ә сараларға килгәндә...
– Улар күп төрлө. Спорт яратыусылар өсөн йыл барышында туғыҙ спартакиада һәм халыҡты йәлеп иткән башҡа байрамдар үткәрелә, уларҙа ҡатнашыусылар һаны, дөйөм алғанда, 60 меңдән ашып китә. Бынан тыш, былтыр, мәҫәлән, беҙҙә Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендәге 73 бәйге уҙҙы: Бөтә Рәсәй теннис ярыштары, ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса ил беренселеге финалы, кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты, Бөтә Рәсәй саңғы марафоны һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар, республика беренселектәре ойошҡанлыҡ менән үтте.
– Ниндәй спорт төрҙәре халыҡты айырыуса йәлеп итә?
– Ҡала етәкселеге, ойоштороусылар спорттың бигерәк тә йәйге һәм ҡышҡы Олимпиадалар исемлегенә ингәндәрен үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирергә тырыша. Еңел һәм ауыр атлетика, хоккей, бокс, бобслей һәм скелетон, ҡатын-ҡыҙҙар волейболы буйынса уңыштар айырыуса һиҙелерлек, йөҙөү һәм баскетболда ла етди үҫеш бар. Оло спортҡа ныҡлап аяҡ баҫҡандарҙан ауыр атлет, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Диана Әхмәтова уҙған йыл ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы булһа, июнь аҙағында Ҡазанда үткән Европа беренселегендә иһә алтын миҙал яуланы. Максим Яндубаев армрестлинг буйынса донъя чемпионатында ла, Донъя кубогына үткәрелгән ярыштарҙа ла беренселекте бирмәне. Еңел атлетикала Рәсәйҙең спорт мастеры Илмир Солтанов физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында 200 метрға йүгереүҙә ил беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булды. Бобслей буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Илвир Хужин Олимпиадаға тиклем үк үҙ экипажы составында Рәсәй беренселегендә – икенсе, Донъя кубогы финалында өсөнсө урынды алды. Һанап үтелгән спортсылар, шулай уҡ былтыр республика чемпионы һәм Волга буйы федераль округы уҡыусылары спартакиадаһы еңеүсеһе булған Рәсәйҙең йөҙөү буйынса спорт мастеры Роман Синицын үҙ номинацияларында “2013 йылдың иң яҡшы спортсыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
– Бик хуп. Шулай ҙа беҙ башлыса спорт менән профессиональ нигеҙҙә шөғөлләнгәндәр тураһында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ түгелме? Башҡалар ни хәлдә?
– Спорт менән һөнәри кимәлдә шөғөлләнмәгәндәр ҙә республика кимәлендәге бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай. Былтырғы һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, беҙҙең спортсылар Башҡортостан хеҙмәтсәндәре һәм уҡыусылар спартакиадаларында, ветерандарҙың спорт фестивале финалында – беренсе, спорттың милли һәм халыҡсан төрҙәре бәйгеһендә һәм ир-егеттәр ярышында – икенсе, “Башҡортостан – сәләмәт тормош өсөн” уйындарында өсөнсө урындарҙы яуланы.
“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, нефть колледжы, 7-се мәктәп спорт күрһәткестәре һәм төрлө ярыш-бәйгеләрҙе ойоштороп үткәреү кимәле буйынса ҡалала алдынғыларҙан һанала. Әлфиә Кәримова етәкләгән башҡорт гимназияһын айырым билдәләр инем. Был мәктәп спортсылары уҡыусыларҙың республика спартакиадаһында өсөнсө урынды алды, ҡала кимәлендәге ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай. Гимназияла волейбол, саңғы, баскетбол һәм еңел атлетика буйынса һигеҙ тапҡыр үткәрелгән төбәк ярыштары ла ойоштороу йәһәтенән күптәр өсөн өлгө алырлыҡ булды.
– Спортсыларҙы тәүге урынға ҡуйып, уларҙың уңышына нигеҙ һалғандарҙы онотоп ебәрмәйбеҙме?
– Юҡ, әлбиттә. Һәр ерҙәгесә кеүек, беҙҙә лә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән спортсыларҙың тренерҙарына, уҡыу йорттарының физик культура уҡытыусыларына, предприятие һәм ойошмаларҙа эште ойоштороусыларға, шулай уҡ ветерандарға иғтибар бер ваҡытта ла кәмегәне юҡ. Йылға йомғаҡ яһағанда уларҙы айырым билдәләйбеҙ. Исемдәр биреп, махсус кубоктар тапшырабыҙ. Мәҫәлән, “2013 йылдың иң яҡшы физик культура уҡытыусыһы” тип нефть колледжынан Татьяна Ноғоманова билдәләнде. “Йылдың иң яҡшы тренеры” исеменә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса өлкән тренер-уҡытыусыһы Вәзир Шафиҡов лайыҡ тип табылды. Сочи Олимпиадаһында ҡатнашҡан Илвир Хужиндан тыш, уның тағы ла дүрт тәрбиәләнеүсеһе Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙең еңеүселәре һәм призерҙары булды. “Йылдың иң яҡшы спорт ветераны” исемен СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры, әле лә күп саңғы ярыштары еңеүсеһе Валерий Гәрәйшин алды. Әйткәндәй, ойошмалар һәм уҡыу йорттары араһында ла иң яҡшылар табылып, махсус кубоктар менән бүләкләнде.
– Башҡарылған эштәр, өлгәшелгән ҡаҙаныштар һиҙелерлек, әлбиттә. Ә хәл итәһе мәсьәләләр юҡмы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул. Тик уңыштар ғына проблемаларҙы хәл итмәй... Уңайһыҙ булһа ла, әйтмәү мөмкин түгел: физик культура һәм спорт объекттары менән тәьмин ителеүгә һәм был йүнәлештәге сараларҙы үткәреүгә тотонолған сығымдарҙы Нефтекамала йәшәгән һәр кеше иҫәбенә бүлеп ҡарағанда, беҙ – республика ҡалалары араһында иң һуңғы урындабыҙ. Барлыҡ өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла спорт ҡорамалдарына ҡытлыҡ кисерә. Был хәлде ҡала етәкселеге яҡшы белә. Быйылғы йыл башынан хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовтың шәхсән ҡатнашлығы арҡаһында финанслау мәсьәләһе ыңғай хәл ителә башланы. “Торос” стадионын үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән республика етәкселегенең ярҙамына ла ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Беҙҙе борсоған тағы ла бер проблема – ул тренер-уҡытыусыларҙың олоғая барыуы. Йәш кадрҙар кәрәк. Был йүнәлештә тейешле эш алып барабыҙ. Илебеҙ спортсыларының Сочи Олимпиадаһында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүе лә беҙҙе дәртләндерә, рухландыра.
Ансар Нуретдинов
әңгәмәләште.