Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡар бурандары уйнатып...
Ҡар бурандары уйнатып...
Заман ауырлыҡтарына зарланмай Илеш халҡы — тыуған төйәгенең киләсәген берҙәм хәстәрләй. Районда, мәҫәлән, спортҡа иғтибар көслө. Ярыштарҙа халыҡ дәррәү ҡатнаша. Күпселек саралар спорт һөйөүселәрҙең тәҡдиме һәм тырышлығы менән бойомға ашырыла.

Ҡар бурандары уйнатып...Әйтәйек, күптән түгел яҡташыбыҙ, эшҡыуар Ирек Шәрипов ҡаргиҙәр машиналарҙа ярыш ойошторҙо. “Илеш киңлектәре” тип аталған был турнирҙа Өфө, Илеш, Борай, Бөрө спортсылары ҡатнашты. Бәйгеселәр ике командаға — һәүәҫкәрҙәргә һәм оҫталарға — бүленде. Тәүгеләре араһында беренселекте Өфө ҡалаһынан Азамат Булатов яулаһа, артабанғы урындарҙы Илештән Тимур Мөхәмәтйәнов, Борай егеттәре Булат менән Салауат Ибраһимовтар бүлеште. Профессиональ спортсыларҙан иһә Юрий Иванов, Илнур Вәлиев, Рудольф Чуклин, Андрей Гилев, Вячеслав Кузнецов алдынғылыҡты бирмәне. Еңеүселәргә Ирек Шәрипов ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Сарала ҡатнашҡан халыҡ дәртле йырҙар тыңлап, самауыр сәйе менән һыйланып, рәхәтләнеп ял да итте. Бына шулай Илеш егеттәре тормоштоң матурлығын күреп, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, изге маҡсаттар менән йәшәй, сәләмәт, берҙәм, көслө рухлы булырға ынтыла.


Раил ҒҮМӘРОВ, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе:
— Илештә теләге булған һәр кемгә көсөн һынарға, ярыштарҙа ҡатнашырға, камиллашырға мөмкинлек етерлек. Ниндәй генә сарала булмаһын, яҡташтарыбыҙ уңышлы сығыш яһарға, дөйөм ҡаҙанышҡа үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Ирек ШӘРИПОВ, эшҡыуар:
— Бындай спорт ярыштары киләсәктә даими үткәрелер, Илештең данын күтәрерҙәй спортсылар үҫер тип ышанам. Ә халыҡ көслө ихтыярлы, тырыш, ныҡышмал беҙҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 775

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 394

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 427

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 283

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 072