Заман ауырлыҡтарына зарланмай Илеш халҡы — тыуған төйәгенең киләсәген берҙәм хәстәрләй. Районда, мәҫәлән, спортҡа иғтибар көслө. Ярыштарҙа халыҡ дәррәү ҡатнаша. Күпселек саралар спорт һөйөүселәрҙең тәҡдиме һәм тырышлығы менән бойомға ашырыла.
Әйтәйек, күптән түгел яҡташыбыҙ, эшҡыуар Ирек Шәрипов ҡаргиҙәр машиналарҙа ярыш ойошторҙо. “Илеш киңлектәре” тип аталған был турнирҙа Өфө, Илеш, Борай, Бөрө спортсылары ҡатнашты. Бәйгеселәр ике командаға — һәүәҫкәрҙәргә һәм оҫталарға — бүленде. Тәүгеләре араһында беренселекте Өфө ҡалаһынан Азамат Булатов яулаһа, артабанғы урындарҙы Илештән Тимур Мөхәмәтйәнов, Борай егеттәре Булат менән Салауат Ибраһимовтар бүлеште. Профессиональ спортсыларҙан иһә Юрий Иванов, Илнур Вәлиев, Рудольф Чуклин, Андрей Гилев, Вячеслав Кузнецов алдынғылыҡты бирмәне. Еңеүселәргә Ирек Шәрипов ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Сарала ҡатнашҡан халыҡ дәртле йырҙар тыңлап, самауыр сәйе менән һыйланып, рәхәтләнеп ял да итте. Бына шулай Илеш егеттәре тормоштоң матурлығын күреп, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, изге маҡсаттар менән йәшәй, сәләмәт, берҙәм, көслө рухлы булырға ынтыла.
Раил ҒҮМӘРОВ, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе: — Илештә теләге булған һәр кемгә көсөн һынарға, ярыштарҙа ҡатнашырға, камиллашырға мөмкинлек етерлек. Ниндәй генә сарала булмаһын, яҡташтарыбыҙ уңышлы сығыш яһарға, дөйөм ҡаҙанышҡа үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Ирек ШӘРИПОВ, эшҡыуар: — Бындай спорт ярыштары киләсәктә даими үткәрелер, Илештең данын күтәрерҙәй спортсылар үҫер тип ышанам. Ә халыҡ көслө ихтыярлы, тырыш, ныҡышмал беҙҙә.