Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр яҡлап та уңған Азатыбыҙ!”
Стәрлетамаҡ физик культура институтын һәм уның ҡарамығындағы техникумды бөйөк шәхестәр, шул иҫәптән донъя кимәлендә ҙур уңыштар яулаған спортсылар тәрбиәләгән уҡыу йорто тип беләбеҙ.

Паралимпиада чемпионы Азат Ҡарасурин да ошо физик культура техникумында уҡый. Алдағы йылда ҡулына диплом аласаҡ.
Мәктәптә уҡығанда уҡ егет спорт мастерлығына кандидатлыҡ (2009 йыл), Рәсәйҙең спорт мастеры (2011 йыл), Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2011 йыл) исемдәрен яҡлай. Спорттың күп ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан, Азат тәүге курстан уҡ тырышып белем ала. Уҡытыусылары уны яҡшы спортсы ғына түгел, яуаплы студент булараҡ та маҡтап бөтә алмай. Тимәк, ике яҡ та бер-береһенән уңған. Бынан тыш, һүҙ ҙә юҡ, уҡыуҙағы сәм спорттағы ынтылыш менән ныҡлы үрелгән. Был инде әллә ҡасан дәлилләнгән.
Паралимпиадаға оҙатҡан саҡта остаздары: “Был егет миҙалһыҙ ҡайтмаҫ”, – тип ышанып ҡала. Юрағандары юш килә: Азат Ҡарасурин – Паралимпия чемпионы!

Надежда ТКАЧЕВА, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы директоры вазифаһын башҡарыусы:
– Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы һәм уңған, тигән һүҙ тап Азатҡа ҡарата әйтелгән кеүек.
Спорт менән шөғөлләнеү, был өлкәлә бигерәк тә донъя кимәлендә уңыш яулау еңелдән түгел. Ниндәй физик һәм рухи һынауҙар үтергә тура килгәнен спортсылар үҙҙәре генә белә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәүе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Яҡшы уҡыуы яғынан да Азат башҡаларға өлгө булып тора.
Нимә хаҡында әйтә һуң был? Кешенең ныҡышмаллығы, тырышлығы. Нәҡ ошо сифаттар, минеңсә, уңыш яуларға ярҙам итеп, кешенән бөйөк шәхес яһай ҙа инде.

Анатолий АБУДИЕВ, класс етәксеһе:
– Азат 32-се төркөмдә уҡый. Бер нисә билдәле шәхес белем алыуға ҡарамаҫтан, уларҙы барыһы ла ҡәҙимге ҡыҙҙар-егеттәр тип белә. Мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, Азат башҡа студенттарҙан ҡалышмаҫҡа, улар менән бер кимәлдә үҫешергә тырыша. Үҙенә ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәй.
Шул уҡ ваҡытта уны бер нисә ҙур еңеүе, исемдәре булған шәхес тип тә беләбеҙ. Был йәһәттән һынатмай Азат. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иғтибарынан башы әйләнмәй, үҙен иптәштәре араһында, уҡытыусылар алдында һынау биргәндә лә лайыҡлы тота. Ошо сифатын алғанда ла, Азатты ысын ир-егет тип танырға тейешбеҙҙер.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 781

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 401

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073