Стәрлетамаҡ физик культура институтын һәм уның ҡарамығындағы техникумды бөйөк шәхестәр, шул иҫәптән донъя кимәлендә ҙур уңыштар яулаған спортсылар тәрбиәләгән уҡыу йорто тип беләбеҙ.
Паралимпиада чемпионы Азат Ҡарасурин да ошо физик культура техникумында уҡый. Алдағы йылда ҡулына диплом аласаҡ.
Мәктәптә уҡығанда уҡ егет спорт мастерлығына кандидатлыҡ (2009 йыл), Рәсәйҙең спорт мастеры (2011 йыл), Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2011 йыл) исемдәрен яҡлай. Спорттың күп ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан, Азат тәүге курстан уҡ тырышып белем ала. Уҡытыусылары уны яҡшы спортсы ғына түгел, яуаплы студент булараҡ та маҡтап бөтә алмай. Тимәк, ике яҡ та бер-береһенән уңған. Бынан тыш, һүҙ ҙә юҡ, уҡыуҙағы сәм спорттағы ынтылыш менән ныҡлы үрелгән. Был инде әллә ҡасан дәлилләнгән.
Паралимпиадаға оҙатҡан саҡта остаздары: “Был егет миҙалһыҙ ҡайтмаҫ”, – тип ышанып ҡала. Юрағандары юш килә: Азат Ҡарасурин – Паралимпия чемпионы!
Надежда ТКАЧЕВА, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы директоры вазифаһын башҡарыусы: – Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы һәм уңған, тигән һүҙ тап Азатҡа ҡарата әйтелгән кеүек.
Спорт менән шөғөлләнеү, был өлкәлә бигерәк тә донъя кимәлендә уңыш яулау еңелдән түгел. Ниндәй физик һәм рухи һынауҙар үтергә тура килгәнен спортсылар үҙҙәре генә белә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәүе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Яҡшы уҡыуы яғынан да Азат башҡаларға өлгө булып тора.
Нимә хаҡында әйтә һуң был? Кешенең ныҡышмаллығы, тырышлығы. Нәҡ ошо сифаттар, минеңсә, уңыш яуларға ярҙам итеп, кешенән бөйөк шәхес яһай ҙа инде.
Анатолий АБУДИЕВ, класс етәксеһе: – Азат 32-се төркөмдә уҡый. Бер нисә билдәле шәхес белем алыуға ҡарамаҫтан, уларҙы барыһы ла ҡәҙимге ҡыҙҙар-егеттәр тип белә. Мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, Азат башҡа студенттарҙан ҡалышмаҫҡа, улар менән бер кимәлдә үҫешергә тырыша. Үҙенә ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәй.
Шул уҡ ваҡытта уны бер нисә ҙур еңеүе, исемдәре булған шәхес тип тә беләбеҙ. Был йәһәттән һынатмай Азат. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иғтибарынан башы әйләнмәй, үҙен иптәштәре араһында, уҡытыусылар алдында һынау биргәндә лә лайыҡлы тота. Ошо сифатын алғанда ла, Азатты ысын ир-егет тип танырға тейешбеҙҙер.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.