Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар өсөн дә, бәлки, көйөрбөҙ әле
Улар өсөн дә, бәлки, көйөрбөҙ әле
Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпиада бығаса спортҡа битараф булғандарҙы ла ысын көйәрмән итте. Ә спорт менән етди шөғөлләнә башлаған үҫмерҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел — үҙҙәре саңғыла елдерҙеме лә, боҙҙа шыуҙымы ни — янып-көйҙөләр генә!

Павловка мәктәп-интернаты уҡыусыларының саңғыла йөрөүен, спорт залындағы күнекмәләрен кинәнеп күҙәттек. Саңғыға баҫҡан түбән класс уҡыусылары, бер еп булып һуҙылып, тренер артынан ҡалмаҫҡа тырышһа, залда ҡыҙҙар һәм егеттәр ушу-санда менән ихлас шөғөлләнә ине. Ике тәрбиәләнеүсеһе халыҡ-ара класлы чемпион булған тәжрибәле тренер Сергей Михалевтың һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышып, йәнтәслим “һуғышҡан” саҡтарына тап килдек. Тренер Фәнис Ноғоманов та үҫмерҙәрҙе ярышҡа әҙерләү менән мәшғүл ине.
Спорт залының бушағаны юҡ, волейбол, баскетбол секцияһына бер-бер артлы килеп торалар. Киске сәғәт унынсыла ғына бушап ҡала, тиҙәр. Балаларҙы икенсе кластан маҡсатлы шөғөлләндерә башлағандар.
Улар өсөн дә, бәлки, көйөрбөҙ әле 2012 йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитов мәктәп-интернатта булып киткәндән һуң, бөтөнләй икенсе кәйеф менән йәшәйҙәр. Президент, был төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу йортон спорт йүнәлешле итергә кәңәш иткән. Һөҙөмтәлә мәктәпкә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ремонт яһалған, тренерҙар саҡырылған. Ҡорамалдар, спорт кәрәк-ярағы һатып алыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙмағандар. Республика һәм район ҡаҙналарынан аҡса бүленгән, Спорт федерацияһы ла үҙ өлөшөн индергән, эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған.
Тау саңғыһын иң ҡиммәтле спорт төрө, тиҙәр. Ни өсөн тигәндә, ҡорамалдар һәр балаға үлсәп эшләнә. Йәйгеһен велосипедта елдерәләр, биатлон серҙәрен үҙләштерәләр.
— Уҡыусылар спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған мәлдә Ҡышҡы Олимпиаданың Рәсәйҙә үтеүе шул ҡәҙәр яҡшы булды. Үҫмерҙәрҙең был көндәрҙә спортҡа ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Кис телевизорҙан уйындар барышын мауығып ҡарап, спорт йондоҙҙары менән яҡындан таныштылар. Көйәрмән булараҡ береһе лә һыр бирмәне. Киләсәктә кем белә, бәлки, үҙҙәре шул кимәлгә күтәрелер. Маҡсат ҡуйып, үрҙәргә ынтылыуҙан тора еңеүҙәр. Яйлап, шарттар булдырыла, ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, күмәк көс менән атҡарып киленә барлыҡ саралар.
— Мәктәп-интернатта райондың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрендәге балалар белем ала. Араларында тәртип яғы аҡһағандар ҙа байтаҡ. Спорттың тәрбиә сараларының бер төрө икәнлеген хәҙер үҙ миҫалыбыҙҙа раҫлай алабыҙ, сөнки күптәренең тәртибе һәйбәтләнде. Һәр кем үҙенә оҡшаған спорт төрөн һайлап, ныҡышмаллыҡ күрһәтә. Балалар шул ҡәҙәр ныҡ ҡыҙыҡһына, хатта тренерҙарҙың ҡаты талабын үтәргә тырыша. Улары, уҡыуҙарында өлгәшһәләр генә секцияға алабыҙ, тигән шарт ҡуя, — тип һөйләй директор Гөлнара Фәхретдинова.
Элек интернаттан ҡасып ҡайтып китеүселәр булған. Хәҙер ундай хәл күҙәтелмәй, сөнки балаларҙың буш ваҡыты ҡалмай. Киләсәктә үҙҙәрен спорт мастерҙары итеп күрәләр, төрлө сараларҙа ҡатнашырға өмөт итәләр. Туҡһанға яҡын уҡыусының һәр береһе ниндәй ҙә булһа спорт секцияһына йәки түңәрәккә йөрөй.
Был мәктәп-интернатты элегерәк ҡәҙимге ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр урап үтһә, хәҙер ошонда белем алырға теләүселәр артҡан. Сәбәбе билдәле — спорт менән етди шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 789

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 408

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 241

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073