Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпиада бығаса спортҡа битараф булғандарҙы ла ысын көйәрмән итте. Ә спорт менән етди шөғөлләнә башлаған үҫмерҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел — үҙҙәре саңғыла елдерҙеме лә, боҙҙа шыуҙымы ни — янып-көйҙөләр генә!
Павловка мәктәп-интернаты уҡыусыларының саңғыла йөрөүен, спорт залындағы күнекмәләрен кинәнеп күҙәттек. Саңғыға баҫҡан түбән класс уҡыусылары, бер еп булып һуҙылып, тренер артынан ҡалмаҫҡа тырышһа, залда ҡыҙҙар һәм егеттәр ушу-санда менән ихлас шөғөлләнә ине. Ике тәрбиәләнеүсеһе халыҡ-ара класлы чемпион булған тәжрибәле тренер Сергей Михалевтың һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышып, йәнтәслим “һуғышҡан” саҡтарына тап килдек. Тренер Фәнис Ноғоманов та үҫмерҙәрҙе ярышҡа әҙерләү менән мәшғүл ине.
Спорт залының бушағаны юҡ, волейбол, баскетбол секцияһына бер-бер артлы килеп торалар. Киске сәғәт унынсыла ғына бушап ҡала, тиҙәр. Балаларҙы икенсе кластан маҡсатлы шөғөлләндерә башлағандар.
2012 йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитов мәктәп-интернатта булып киткәндән һуң, бөтөнләй икенсе кәйеф менән йәшәйҙәр. Президент, был төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡыу йортон спорт йүнәлешле итергә кәңәш иткән. Һөҙөмтәлә мәктәпкә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ремонт яһалған, тренерҙар саҡырылған. Ҡорамалдар, спорт кәрәк-ярағы һатып алыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙмағандар. Республика һәм район ҡаҙналарынан аҡса бүленгән, Спорт федерацияһы ла үҙ өлөшөн индергән, эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған.
Тау саңғыһын иң ҡиммәтле спорт төрө, тиҙәр. Ни өсөн тигәндә, ҡорамалдар һәр балаға үлсәп эшләнә. Йәйгеһен велосипедта елдерәләр, биатлон серҙәрен үҙләштерәләр.
— Уҡыусылар спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған мәлдә Ҡышҡы Олимпиаданың Рәсәйҙә үтеүе шул ҡәҙәр яҡшы булды. Үҫмерҙәрҙең был көндәрҙә спортҡа ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Кис телевизорҙан уйындар барышын мауығып ҡарап, спорт йондоҙҙары менән яҡындан таныштылар. Көйәрмән булараҡ береһе лә һыр бирмәне. Киләсәктә кем белә, бәлки, үҙҙәре шул кимәлгә күтәрелер. Маҡсат ҡуйып, үрҙәргә ынтылыуҙан тора еңеүҙәр. Яйлап, шарттар булдырыла, ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, күмәк көс менән атҡарып киленә барлыҡ саралар.
— Мәктәп-интернатта райондың аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрендәге балалар белем ала. Араларында тәртип яғы аҡһағандар ҙа байтаҡ. Спорттың тәрбиә сараларының бер төрө икәнлеген хәҙер үҙ миҫалыбыҙҙа раҫлай алабыҙ, сөнки күптәренең тәртибе һәйбәтләнде. Һәр кем үҙенә оҡшаған спорт төрөн һайлап, ныҡышмаллыҡ күрһәтә. Балалар шул ҡәҙәр ныҡ ҡыҙыҡһына, хатта тренерҙарҙың ҡаты талабын үтәргә тырыша. Улары, уҡыуҙарында өлгәшһәләр генә секцияға алабыҙ, тигән шарт ҡуя, — тип һөйләй директор Гөлнара Фәхретдинова.
Элек интернаттан ҡасып ҡайтып китеүселәр булған. Хәҙер ундай хәл күҙәтелмәй, сөнки балаларҙың буш ваҡыты ҡалмай. Киләсәктә үҙҙәрен спорт мастерҙары итеп күрәләр, төрлө сараларҙа ҡатнашырға өмөт итәләр. Туҡһанға яҡын уҡыусының һәр береһе ниндәй ҙә булһа спорт секцияһына йәки түңәрәккә йөрөй.
Был мәктәп-интернатты элегерәк ҡәҙимге ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр урап үтһә, хәҙер ошонда белем алырға теләүселәр артҡан. Сәбәбе билдәле — спорт менән етди шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар.