Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Барыһын да булдырам!”
“Барыһын да булдырам!” Азат Ҡарасурин 13 йәшендә генә бөтөнләй таныш булмаған тарафтарға юллана. Шишмә районыныңҠалмаш ауылында тыуған малайҙы ҡала ыҡсымлығы менән арбай, хатта бындағы ҡырыҫһауа шарттары ла өркөтмәй уны. Шуға ла Азаттың артабанғы яҙмышын Бәләбәй менән бәйләүе ғәжәп түгел. Уҡыу, мөмкин тиклем күберәк белем алыу теләге сит ергә еректерәүҫмерҙе. Нәҡ шул саҡта ул билдәле тренерҙың күҙенә салына һәм спортҡа ылыға башлай.
– Азатҡа спорт тәңгәлендә уңыштар яулау өсөн бик күп һынау үтергә тура килде, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, егеттең класс етәксеһе Римма Ноғоманова. – Тренер сос, ҡыйыу һәм тәүәккәл бер нисә малайҙы үҙенә алғайны. Үҫмер яҡшы уҡыуы менән гимназия данын күтәрһә, спорттағы ҡаҙаныштары менән Бәләбәйҙе ситтәргә танытты.
Тренеры Әмир Ғүмәровтан Сыктывкар ҡалаһында үҫмерҙәр араһында саңғыла уҙышыу буйынса ойошторолған Рәсәй беренселегенә ярышҡа алып барасағы тураһында ишеткәс, Азаттың шатлығының сиге булмай. Бында уға уңыш йылмая – көмөш призер була һәм спорт мастерлығына кандидат исемен яҡлай. Нәҡ ошо еңеү уға дәрт өҫтәгән, йөрәген елкендергән тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Ханты-Манси ҡалаһында терәк-хәрәкәт ағзалары зәғифләнгәндәр араһында саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бәйге буласағы тураһында хәбәр алғас, күҙҙәре айырыуса янып китә. Азат ошо ярышта өс тапҡыр пьедесталға күтәрелә: 1200, 5000 һәм 7500 метр араға саңғыла уҙышыуҙа еңеүсе була һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерелә. 2011 йылда Донъя кубогы этабы уҙа. Финляндияла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн яҡташыбыҙҙы тәүге унау исемлегенә индерәләр, Германияла иһә бишенсе урынды яулай, ә Швецияла өсөнсө булып финиш һыҙығын үтә.
– Уҡыусым донъя һәм ил кимәлендәге бик күп уйында ҡатнашты, күнекмәләргә даими йөрөнө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу программаһынан артта ҡалманы. Һәр саҡ иптәштәренә ярҙам күрһәтер ине, иңәүҙемдәрҙең береһе булды, ҡыҫҡаһы, лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Мин бөтәһен дә булдырам тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай торғайны, – ти Римма Рәмил ҡыҙы.
Әле Азат Ҡарасурин – Стәрлетамаҡ физик культура техникумы студенты.


Автор: А. ИЛДАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 817

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 435

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 289

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 254

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 441

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 296

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 278

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 436

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 246

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 115

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 212

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 086