Азат Ҡарасурин 13 йәшендә генә бөтөнләй таныш булмаған тарафтарға юллана. Шишмә районыныңҠалмаш ауылында тыуған малайҙы ҡала ыҡсымлығы менән арбай, хатта бындағы ҡырыҫһауа шарттары ла өркөтмәй уны. Шуға ла Азаттың артабанғы яҙмышын Бәләбәй менән бәйләүе ғәжәп түгел. Уҡыу, мөмкин тиклем күберәк белем алыу теләге сит ергә еректерәүҫмерҙе. Нәҡ шул саҡта ул билдәле тренерҙың күҙенә салына һәм спортҡа ылыға башлай. – Азатҡа спорт тәңгәлендә уңыштар яулау өсөн бик күп һынау үтергә тура килде, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, егеттең класс етәксеһе Римма Ноғоманова. – Тренер сос, ҡыйыу һәм тәүәккәл бер нисә малайҙы үҙенә алғайны. Үҫмер яҡшы уҡыуы менән гимназия данын күтәрһә, спорттағы ҡаҙаныштары менән Бәләбәйҙе ситтәргә танытты.
Тренеры Әмир Ғүмәровтан Сыктывкар ҡалаһында үҫмерҙәр араһында саңғыла уҙышыу буйынса ойошторолған Рәсәй беренселегенә ярышҡа алып барасағы тураһында ишеткәс, Азаттың шатлығының сиге булмай. Бында уға уңыш йылмая – көмөш призер була һәм спорт мастерлығына кандидат исемен яҡлай. Нәҡ ошо еңеү уға дәрт өҫтәгән, йөрәген елкендергән тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Ханты-Манси ҡалаһында терәк-хәрәкәт ағзалары зәғифләнгәндәр араһында саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бәйге буласағы тураһында хәбәр алғас, күҙҙәре айырыуса янып китә. Азат ошо ярышта өс тапҡыр пьедесталға күтәрелә: 1200, 5000 һәм 7500 метр араға саңғыла уҙышыуҙа еңеүсе була һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерелә. 2011 йылда Донъя кубогы этабы уҙа. Финляндияла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн яҡташыбыҙҙы тәүге унау исемлегенә индерәләр, Германияла иһә бишенсе урынды яулай, ә Швецияла өсөнсө булып финиш һыҙығын үтә.
– Уҡыусым донъя һәм ил кимәлендәге бик күп уйында ҡатнашты, күнекмәләргә даими йөрөнө, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу программаһынан артта ҡалманы. Һәр саҡ иптәштәренә ярҙам күрһәтер ине, иңәүҙемдәрҙең береһе булды, ҡыҫҡаһы, лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Мин бөтәһен дә булдырам тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай торғайны, – ти Римма Рәмил ҡыҙы.
Әле Азат Ҡарасурин – Стәрлетамаҡ физик культура техникумы студенты.