Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырыштарға өс йыл да етә
Тырыштарға өс йыл да етә Дүрт йыл элекке Олимпиадала фигуралы шыуыуҙа Татьяна Волосожар – Максим Траньков пары булманы. Һәр береһе башҡа кеше менән бейей ине. Шунан Таняның боҙҙағы иптәше тренер булып китте, Максим да спорт менән хушлашырға йыйынды.

Яҙмыштыр, өс йыл элек улар бергә сығыш яһап ҡарарға хәл итә. Әммә ул саҡта немец пары Савченко – Шолковы берәүҙе лә алдына сығарманы. Беҙҙең фигуристар ҙа уларҙы бер йыл элек кенә еңә башланы. Сочиҙа иһә Таня менән Максим команда һәм шәхси беренселектә еңде! Әйткәндәй, Ксения Столбова – Федор Климов пары көмөш миҙал яуланы. Ҡотлайбыҙ!
Әле Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә – ике генә алтын миҙал. Икәүһен яулауға ла Волосожар – Траньков пары күп көс һалды.

Тырыштарға өс йыл да етә Ольга Фәтҡуллина башҡорт түгелме?

Силәбе ҡыҙының исеме былтыр яңғыраны. Донъя чемпионатында 1000 метр араға коньки уҙышында алтын миҙал яуланы ул. “Кем дә кем? Ҡайҙан?” – Ҡыҙыҡһындылар, аптыранылар. 17 йыл бындай уңыштың булғаны юҡ ине.

Сочиҙа иһә уға ҙур өмөт бағланыҡ. Һынатманы, афарин! 500 метр арауыҡта көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Мосолман фамилиялы ҡыҙ башҡорт түгелме икән? Силәбенән биатлонда Олимпия чемпионы Светлана Ишморатованың да әсәһе беҙҙең милләттән булып сыҡҡайны бит. Йәл, Оляның нәҫел-нәсәбе тураһында белеүе бик ауыр. Өләсәһе менән үҫә ул, сөнки алты йәшлек сағында әсәһе фажиғәле рәүештә вафат була, ҡыҙҙы тәрбиәләшмәгән атаһы ла күп тә тормай гүргә инә.

Текә юлдар аяҡ салды

Сочиҙағы саңғы юлдарын төҙөгән-һалған белгестәр нимә уйланы икән? “Лаура” стадионы трассаһы бигерәк текә, ҡурҡыныс.

Нисәмә биатлонсы һәм саңғысы зыян күрҙе инде! Иң үкенеслеһе – беҙҙең спортсыларға ла шундай өлөш тәтене. Саңғы спринтында ярымфиналға өс ир-егетебеҙ сығып, икәүһенең шул юлдарҙа ҡолап ҡалыуы арҡаһында өмөт иткән алтын миҙалды түгел, башҡаһын да ала алманыҡ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200