Дүрт йыл элекке Олимпиадала фигуралы шыуыуҙа Татьяна Волосожар – Максим Траньков пары булманы. Һәр береһе башҡа кеше менән бейей ине. Шунан Таняның боҙҙағы иптәше тренер булып китте, Максим да спорт менән хушлашырға йыйынды. Яҙмыштыр, өс йыл элек улар бергә сығыш яһап ҡарарға хәл итә. Әммә ул саҡта немец пары Савченко – Шолковы берәүҙе лә алдына сығарманы. Беҙҙең фигуристар ҙа уларҙы бер йыл элек кенә еңә башланы. Сочиҙа иһә Таня менән Максим команда һәм шәхси беренселектә еңде! Әйткәндәй, Ксения Столбова – Федор Климов пары көмөш миҙал яуланы. Ҡотлайбыҙ!
Әле Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә – ике генә алтын миҙал. Икәүһен яулауға ла Волосожар – Траньков пары күп көс һалды.
Ольга Фәтҡуллина башҡорт түгелме? Силәбе ҡыҙының исеме былтыр яңғыраны. Донъя чемпионатында 1000 метр араға коньки уҙышында алтын миҙал яуланы ул. “Кем дә кем? Ҡайҙан?” – Ҡыҙыҡһындылар, аптыранылар. 17 йыл бындай уңыштың булғаны юҡ ине. Сочиҙа иһә уға ҙур өмөт бағланыҡ. Һынатманы, афарин! 500 метр арауыҡта көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Мосолман фамилиялы ҡыҙ башҡорт түгелме икән? Силәбенән биатлонда Олимпия чемпионы Светлана Ишморатованың да әсәһе беҙҙең милләттән булып сыҡҡайны бит. Йәл, Оляның нәҫел-нәсәбе тураһында белеүе бик ауыр. Өләсәһе менән үҫә ул, сөнки алты йәшлек сағында әсәһе фажиғәле рәүештә вафат була, ҡыҙҙы тәрбиәләшмәгән атаһы ла күп тә тормай гүргә инә.
Текә юлдар аяҡ салды Сочиҙағы саңғы юлдарын төҙөгән-һалған белгестәр нимә уйланы икән? “Лаура” стадионы трассаһы бигерәк текә, ҡурҡыныс. Нисәмә биатлонсы һәм саңғысы зыян күрҙе инде! Иң үкенеслеһе – беҙҙең спортсыларға ла шундай өлөш тәтене. Саңғы спринтында ярымфиналға өс ир-егетебеҙ сығып, икәүһенең шул юлдарҙа ҡолап ҡалыуы арҡаһында өмөт иткән алтын миҙалды түгел, башҡаһын да ала алманыҡ...