Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Чудов винтовкаһын сөйгә элде
Чудов винтовкаһын сөйгә элде
Ҡанатланып Олимпиаданы көтөп йөрөгәндә күңелһеҙ хәбәр ишеттек: республикабыҙҙың алдынғы биатлонсыһы Максим Чудов ҙур спорт менән хушлаша, әлеге Уйындарҙа Олимпия ҡаласығы мэры булараҡ ҡына ҡатнаша. Их, йәл... Ниндәй шәп мәлдәре бар ине уның!

Ҡасанғы ғына ваҡиға күҙ алдында тора: кәүҙәгә әллә ни ҙур ҙа булмаған Өфө районының Михайловка ауылы егете Максим Чудов 2008 йылғы донъя чемпионатында, шөһрәтле күп спортсыларҙы артта ҡалдырып, беренселекте яуланы. Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә пьедесталда бөйөк норвегтар Уле-Эйнар Бьорндален менән Халвар Ханевольд, тәүге алтын миҙалы менән ҡотлап, яҡташыбыҙҙы мамыҡ кеүек кенә күтәреп алып, яурындарына ултыртҡайны...
Был хәлдән һуң байтаҡ һыу аҡты. Баш әйләнерлек уңыштар ҙа, үкенесле отолоуҙар ҙа булды. Әммә ошо күренеш беҙҙе, биатлон һөйөүселәрҙе, генә түгел, Максимдың үҙен дә ғүмер дауамында тулҡынландырғыс хәтирәләргә сумдырып-сумдырып, иҫкә төшөр ҙә торор һымаҡ.
Биатлон саңғы спортынан башлана. Максим да тәүҙә саңғыла йөрөй. Хәтеремдә, ул да, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар командаһы лидерҙарының береһе Оля Вилухина ла “Йәншишмә” балалар гәзите призына ойошторолған республика ярыштарында еңгәйне.
Биатлонға үҫмер 16 йәшендә килә. Ситтә ятҡан Михайловка ауылынан Өфөнөң “Биатлон” спорт комплексына көн дә оҙон юл үтеп, күнекмәгә йөрөй. Дүрт-биш йылдан үҫмерҙәр араһында алдынғы урындарға сыға, донъя чемпионы исемен яулай.
22 йәшендә иһә Максим илдең төп йыйылма командаһына эләкте. Бер йылдан Донъя кубогы этабында призлы урын яуланы. Ә “йондоҙло сәғәте” 2007–2008 йылдарҙа һуҡты. Бөтә Башҡортостан халҡы биатлон ярышы булған көндәрҙә телевизор янынан китмәне. Чудов фамилияһы телдән төшмәне. Шәп тиҙлеге өсөн хатта үҙенә “Урыҫ ракетаһы” тигән ҡушамат та бирҙеләр. Ошо осорҙа ул өс тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.
2009 йылғы донъя чемпионаты һынылыш һыҙығы булды, ахыры. Эҙәрлекләү уҙышында Максим көмөш миҙал алды. Фиништан һуң бер нисә спортсының, шул иҫәптән еңеүсе Уле-Эйнар Бьорндалендың да, ярыш ҡағиҙәләрен боҙғаны асыҡланды. Уларға берәр минут штраф ваҡыты сәпәгәс, Чудов беренсе урынға сыҡты. Әммә иртә ҡыуанғанбыҙ: өс сәғәттән Бьорндаленға миҙалын ҡайтарып бирҙеләр. Әллә бөйөклөгө тәьҫир итте, әллә...
Ниңәлер ошонан һуң Максимдың һөҙөмтәләре аҫҡа тәгәрәне. Ә киләһе йылға Ванкуверҙа Ҡышҡы Олимпиада ине бит! Ҡурҡҡаныбыҙ ысынға сыҡты: Чудов унда шәхсән уҙышта насар сығыш яһаны... Ярай әле тренерҙар эстафетала уға ышанды. Һөҙөмтәлә Рәсәй егеттәре менән бергә бронза миҙал яуланы!
Артабанғы биатлон миҙгеле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик уңышһыҙ булды. Уның аҙағында яҡташыбыҙ Германияға һаулығын тикшертергә китте. Ә киләһе йылда инде, арҡаһы ауыртыуы сәбәпле, бөтөнләй сығыш яһаманы.
Былтырғы миҙгелдә илдең йыйылма командаһы тулыланды, йәш, өмөтлө, етеҙ спортсылар күбәйҙе. Максим, тырышыуына ҡарамаҫтан, төп составҡа инә алманы. Ә инде Сочиға Олимпиадаға эләкмәүен белгәс, ул спорт менән хушлашырға тигән ҡарарға килде.
Чудовтың һуңғы ярышы былтыр 28 декабрҙә Германияның Гельзенкирхен ҡалаһында уҙған “Раштыуа уҙышы” булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командалаш иптәше Екатерина Юрлова менән парлап һуңғы, унынсы, урынды ғына алды ул.
Шулай ҙа көйәрмәндәргә күп тапҡыр бәхетле минуттар бүләк иткәне өсөн Максим Чудов ысын күңелдән беҙҙең алҡыштарға лайыҡ. Тормошта ла бирешмә, чемпион!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 790

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 410

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 241

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 099

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073