Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт һәм туризм » “Урыҫ хоккейы” ҡайҙа?
“Бенди” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр ул, ә? XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла уйлап табалар был уйынды. Икенсе төрлө әйткәндә, ул – туплы хоккей. Йәнә “урыҫ хоккейы” тип тә йөрөтәләр үҙен, сөнки беҙҙә бик популяр. Етмәһә, Рәсәй командаһы йыл да тиерлек донъя чемпионы булып тора.

Яңы ғына Иркутскиҙа сираттағы беренселек тамамланды. Финалда ғәҙәттәгесә Рәсәй менән Швеция көс һынашты. 3:2 иҫәбенә уйнап, беҙҙекеләр чемпион исемен яуланы. Былтыр ҙа шведтарҙы отҡайнылар. Ғөмүмән, йыл да мотлаҡ ошо ике команданың береһе еңә. Ишеткәнһегеҙҙер, Сочиҙағы Олимпиада программаһына алты яңы спорт төрө һәм булғандарына өҫтәмә индерелде. Ә ҡайҙа һуң “урыҫ хоккейы”? Үҙебеҙҙә үткән Уйындарҙа үҙебеҙҙең спорт төрөн индереп булмаймы ни? Булмай икән шул. Ниңәме? Туплы хоккей донъяла 14 илдә генә үҫешә. Ә Халыҡ-ара Олимпия комитеты талабы буйынса, спорт төрөн Олимпиада программаһына индерер өсөн Халыҡ-ара федерацияла кәмендә өс ҡитғанан 25 ил ағза булып торорға тейеш.
Шуныһы үкенесле: бенди Сочиҙа күрһәтмә сығыштарға ла ирешә алманы. Ә бит бер тапҡыр туплы хоккей шул рәүештә күрһәтелгән. 1952 йылда Норвегиялағы Олимпиадала өс команда ҡатнашлығында турнир ойошторолған. Әммә унда Рәсәй спортсылары бармаған. Әйткәндәй, күрһәтмә сығыштарҙа ҡатнашып еңгәндәргә лә миҙалдар бирелә, әммә ғәҙәттәгенән бәләкәйерәк үлсәмдәгеләрен. Был уңыштар миҙалдар буйынса дөйөм ҡаҙанға һалынмай, рәсми иҫәпкә инмәй.
Бына шулай, Олимпия төрө итер өсөн “урыҫ хоккейы”н үҫтерергә, Ер шарында киңерәк йәйелдерергә кәрәк. Иншалла, уны Австралияла ла, Японияла ла, Монголияла ла, Һиндостанда ла уйнай башлағандар. Йәл, Африкала илдәр күп тә, ҡар менән боҙ табырмын тимә. Шулай ҙа Иркутскиға Сомали командаһы килгәйне бит! Тимәк, өмөт бар...


Автор: Д. ЙӘНБИРҘИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке ......

Тотош уҡырға 3 320

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 3 214

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының ......

Тотош уҡырға 2 694

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ......

Тотош уҡырға 2 686

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының ......

Тотош уҡырға 1 865

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән ......

Тотош уҡырға 1 710

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 696

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 842

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт ......

Тотош уҡырға 1 681

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла ......

Тотош уҡырға 1 514

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты ......

Тотош уҡырға 1 602

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы ......

Тотош уҡырға 1 493


Комментарий өҫтәргә