“Урыҫ хоккейы” ҡайҙа?07.02.2014
“Бенди” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр ул, ә? XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла уйлап табалар был уйынды. Икенсе төрлө әйткәндә, ул – туплы хоккей. Йәнә “урыҫ хоккейы” тип тә йөрөтәләр үҙен, сөнки беҙҙә бик популяр. Етмәһә, Рәсәй командаһы йыл да тиерлек донъя чемпионы булып тора.

Яңы ғына Иркутскиҙа сираттағы беренселек тамамланды. Финалда ғәҙәттәгесә Рәсәй менән Швеция көс һынашты. 3:2 иҫәбенә уйнап, беҙҙекеләр чемпион исемен яуланы. Былтыр ҙа шведтарҙы отҡайнылар. Ғөмүмән, йыл да мотлаҡ ошо ике команданың береһе еңә. Ишеткәнһегеҙҙер, Сочиҙағы Олимпиада программаһына алты яңы спорт төрө һәм булғандарына өҫтәмә индерелде. Ә ҡайҙа һуң “урыҫ хоккейы”? Үҙебеҙҙә үткән Уйындарҙа үҙебеҙҙең спорт төрөн индереп булмаймы ни? Булмай икән шул. Ниңәме? Туплы хоккей донъяла 14 илдә генә үҫешә. Ә Халыҡ-ара Олимпия комитеты талабы буйынса, спорт төрөн Олимпиада программаһына индерер өсөн Халыҡ-ара федерацияла кәмендә өс ҡитғанан 25 ил ағза булып торорға тейеш.
Шуныһы үкенесле: бенди Сочиҙа күрһәтмә сығыштарға ла ирешә алманы. Ә бит бер тапҡыр туплы хоккей шул рәүештә күрһәтелгән. 1952 йылда Норвегиялағы Олимпиадала өс команда ҡатнашлығында турнир ойошторолған. Әммә унда Рәсәй спортсылары бармаған. Әйткәндәй, күрһәтмә сығыштарҙа ҡатнашып еңгәндәргә лә миҙалдар бирелә, әммә ғәҙәттәгенән бәләкәйерәк үлсәмдәгеләрен. Был уңыштар миҙалдар буйынса дөйөм ҡаҙанға һалынмай, рәсми иҫәпкә инмәй.
Бына шулай, Олимпия төрө итер өсөн “урыҫ хоккейы”н үҫтерергә, Ер шарында киңерәк йәйелдерергә кәрәк. Иншалла, уны Австралияла ла, Японияла ла, Монголияла ла, Һиндостанда ла уйнай башлағандар. Йәл, Африкала илдәр күп тә, ҡар менән боҙ табырмын тимә. Шулай ҙа Иркутскиға Сомали командаһы килгәйне бит! Тимәк, өмөт бар...


Вернуться назад