Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр?

Ышаныслы вакансиялар порталын ҡарарға кәрәк

Эшкә саҡырған иғландар элек тә күп ине, хәҙер тағы ла арта төштө кеүек: Өфөнөң “Үҙәк баҙар” йәки башҡа туҡталыштарында теге йәки был фирмалағы вакансиялар тураһындағы реклама ҡағыҙҙарын, гәзит һәм буклеттарҙы йыш тараталар. Уларға күҙ һалғанда шуға иғтибар итмәй ҡалмайһың: ҙур эш хаҡы вәғәҙә иткән ойошмалар байтаҡ табаһа! Ә шул предприятиеларға барып ҡараһаң...


Был хәлгә бер мин генә иғтибар итеп ҡалмайым икән, башҡаларҙан да шундайыраҡ фекер ишетергә тура килә: “Өфөлә ҡайҙа “ябай кеше”гә 40 мең һумдан күберәк эш хаҡы алырға мөмкин һуң ул?” Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мәғ­лүмәт порталында, мәҫәлән, респуб­ликаның вакансиялар банкы ай һайын яңыртылып тора. Улар араһында юғары эш хаҡы түләнгән урындар һәр саҡ бер нисә тиҫтәләп булалыр... Шулай ҙа, йәнә килеп, шикләнеүселәр аҙ түгел: ғәмәлдә эш һорап килеүсегә 15 мең һумдан да артыҡ түләргә теләмәйҙәр, ләкин әлеге Министрлыҡта үҙ сайттарына тикшерелгән һәм дөрөҫлөккә тура килгән мәғлүмәт кенә урынлаштырылыуын билдәләйҙәр. Ҡала һәм ра­йондарҙағы мәшғүллек үҙәктәрендә эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек иткән махсус бүлектәр бар, улар биргән мәғлүмәтте рәсми порталға ҡуйыр алдынан бүлек уларҙы ентекләп тикшерә.

– Ҙур эш хаҡы түләнгән вакансиялар, нигеҙҙә, вахта буйынса эшкә ҡағыла, – ти Өфө Мәшғүллек үҙәгенең эш биреүселәр һәм халыҡ менән хеҙ­мәттәшлек итеү бүлеге етәксеһе Гөл­нара Мирғаязова. – Унда, ысынлап та, юғары эш хаҡы бирелгән предприятиелар йәки урындар йыш осрай. Беҙ сайтта урынлаштырған һәм баҫып сығарған вакансияларҙың 70 проценты – эшсе һөнәрҙәре. Белгестәр өсөн иһә урындар күп түгел, уларға эш хаҡы ла әллә ни ҙур булмай. Күп кешене был ҡәнә­ғәтләндермәй, әммә эшсе һөнәрҙә­ренән дә баш тарталар.

– Ә һеҙ эш биреүсе юғары эш хаҡы түләйме-юҡмы икәнлеген тикшерәһе­геҙме?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ундай вәкәләттәр юҡ. Ләкин мәғлүмәтте беҙҙең порталда теркәлгән һәм ышаныслы эш биреүселәрҙән генә алабыҙ. Улар барыһы ла республикала йәшәй һәм эшләй.

– Мәғлүмәттең дөрөҫ булмауына дәғүә белдергәндәре бармы?

– Булғылай. Аңлашылмаусанлыҡ тыуа ҡалғанда беҙ шунда уҡ эш биреүсе менән бәйләнешкә инәбеҙ һәм сәбәбен асыҡлайбыҙ. Ул ғәйепле була ҡалғанда был ойошманың вакансияларын порталдан алып ташлайбыҙ.

Эйе, һөнәрҙе үҙ теләгең менән һай­лауың үҙ шөғөлөңдө яратып башҡарыуға нигеҙ булһа ла, эш урынын барыбер ҙә хеҙмәт хаҡының күләменә ҡарап һайлайҙар, ул ғына уңышҡа ынтылыуҙа дәрт тыуҙыра йәки, киреһенсә, ҡы­ҙыҡһындыра алмай. “SuperJob” агент­лығы мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Төмәндә уңышлы карьера төҙөп була тип иҫәпләй. Илдең баш ҡалаһын респонденттарҙың 74 проценты, төньяҡ баш ҡаланы – 72 проценты, ә өсөнсө ҡаланы 66 проценты уңған һәм маҡсатҡа ынтылышлы һөнәрмәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған урын тип билдәләгән.

Өфөлә йәшәүселәрҙең яртыһы тиерлек (49 проценты) Башҡортостандың баш ҡалаһы мөмкинлектәрен карьера төҙөү өсөн уңышлы тип баһалаған. Шулай уҡ һөнәри үҫеш өсөн иң яҡшы ун ҡалаға Екатеринбург (59 процент), Краснодар (57 процент), Ҡазан (55 процент), Түбәнге Новгород һәм Новосибирск (48 процент), Дондағы Ростов һәм Красноярск (46 процент), Һамар һәм Иркутск (45 процент) ингән.

Был күрһәткес буйынса иң артта – Омск һәм Тольятти: ошо ҡалаларҙа йәшәүселәр һөнәри алға китештә перспективалар күрмәй. Карьера ҡара­шынан был ҡалаларҙы ыңғай тип һорау алғандарҙың ни бары 16 проценты баһалаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528