Ышаныслы вакансиялар порталын ҡарарға кәрәкЭшкә саҡырған иғландар элек тә күп ине, хәҙер тағы ла арта төштө кеүек: Өфөнөң “Үҙәк баҙар” йәки башҡа туҡталыштарында теге йәки был фирмалағы вакансиялар тураһындағы реклама ҡағыҙҙарын, гәзит һәм буклеттарҙы йыш тараталар. Уларға күҙ һалғанда шуға иғтибар итмәй ҡалмайһың: ҙур эш хаҡы вәғәҙә иткән ойошмалар байтаҡ табаһа! Ә шул предприятиеларға барып ҡараһаң...
Был хәлгә бер мин генә иғтибар итеп ҡалмайым икән, башҡаларҙан да шундайыраҡ фекер ишетергә тура килә: “Өфөлә ҡайҙа “ябай кеше”гә 40 мең һумдан күберәк эш хаҡы алырға мөмкин һуң ул?” Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мәғлүмәт порталында, мәҫәлән, республиканың вакансиялар банкы ай һайын яңыртылып тора. Улар араһында юғары эш хаҡы түләнгән урындар һәр саҡ бер нисә тиҫтәләп булалыр... Шулай ҙа, йәнә килеп, шикләнеүселәр аҙ түгел: ғәмәлдә эш һорап килеүсегә 15 мең һумдан да артыҡ түләргә теләмәйҙәр, ләкин әлеге Министрлыҡта үҙ сайттарына тикшерелгән һәм дөрөҫлөккә тура килгән мәғлүмәт кенә урынлаштырылыуын билдәләйҙәр. Ҡала һәм райондарҙағы мәшғүллек үҙәктәрендә эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек иткән махсус бүлектәр бар, улар биргән мәғлүмәтте рәсми порталға ҡуйыр алдынан бүлек уларҙы ентекләп тикшерә.
– Ҙур эш хаҡы түләнгән вакансиялар, нигеҙҙә, вахта буйынса эшкә ҡағыла, – ти Өфө Мәшғүллек үҙәгенең эш биреүселәр һәм халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге етәксеһе Гөлнара Мирғаязова. – Унда, ысынлап та, юғары эш хаҡы бирелгән предприятиелар йәки урындар йыш осрай. Беҙ сайтта урынлаштырған һәм баҫып сығарған вакансияларҙың 70 проценты – эшсе һөнәрҙәре. Белгестәр өсөн иһә урындар күп түгел, уларға эш хаҡы ла әллә ни ҙур булмай. Күп кешене был ҡәнәғәтләндермәй, әммә эшсе һөнәрҙәренән дә баш тарталар.
– Ә һеҙ эш биреүсе юғары эш хаҡы түләйме-юҡмы икәнлеген тикшерәһегеҙме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ундай вәкәләттәр юҡ. Ләкин мәғлүмәтте беҙҙең порталда теркәлгән һәм ышаныслы эш биреүселәрҙән генә алабыҙ. Улар барыһы ла республикала йәшәй һәм эшләй.
– Мәғлүмәттең дөрөҫ булмауына дәғүә белдергәндәре бармы?
– Булғылай. Аңлашылмаусанлыҡ тыуа ҡалғанда беҙ шунда уҡ эш биреүсе менән бәйләнешкә инәбеҙ һәм сәбәбен асыҡлайбыҙ. Ул ғәйепле була ҡалғанда был ойошманың вакансияларын порталдан алып ташлайбыҙ.
Эйе, һөнәрҙе үҙ теләгең менән һайлауың үҙ шөғөлөңдө яратып башҡарыуға нигеҙ булһа ла, эш урынын барыбер ҙә хеҙмәт хаҡының күләменә ҡарап һайлайҙар, ул ғына уңышҡа ынтылыуҙа дәрт тыуҙыра йәки, киреһенсә, ҡыҙыҡһындыра алмай. “SuperJob” агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Төмәндә уңышлы карьера төҙөп була тип иҫәпләй. Илдең баш ҡалаһын респонденттарҙың 74 проценты, төньяҡ баш ҡаланы – 72 проценты, ә өсөнсө ҡаланы 66 проценты уңған һәм маҡсатҡа ынтылышлы һөнәрмәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған урын тип билдәләгән.
Өфөлә йәшәүселәрҙең яртыһы тиерлек (49 проценты) Башҡортостандың баш ҡалаһы мөмкинлектәрен карьера төҙөү өсөн уңышлы тип баһалаған. Шулай уҡ һөнәри үҫеш өсөн иң яҡшы ун ҡалаға Екатеринбург (59 процент), Краснодар (57 процент), Ҡазан (55 процент), Түбәнге Новгород һәм Новосибирск (48 процент), Дондағы Ростов һәм Красноярск (46 процент), Һамар һәм Иркутск (45 процент) ингән.
Был күрһәткес буйынса иң артта – Омск һәм Тольятти: ошо ҡалаларҙа йәшәүселәр һөнәри алға китештә перспективалар күрмәй. Карьера ҡарашынан был ҡалаларҙы ыңғай тип һорау алғандарҙың ни бары 16 проценты баһалаған.