Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарар ҡылып өлгөрөгөҙ!
Ҡарар ҡылып өлгөрөгөҙ!1967 йылда һәм унан һуңыраҡ тыуған кешеләр, мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында теркәлгән булһа, хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә страховка иғәнәһе тарифын һайлап алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Пенсия фонды идаралығынан. Улар тупланма пенсияны бөгөнгө шикелле 6 процент күләмендә ҡалдыра йәки, пенсияның страховка өлөшөн формалаштырыу тарифын 10 проценттан 14 процентҡа тиклем арттырып, уны 2 процентҡа тиклем кәметә ала. Йыл аҙағына тиклем мәсьәләне хәл итеп ҡуйырға кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө дәүләт тарафынан инфляция кимәленән сығып индексациялана. Тупланма өлөшө йә дәүләткә буйһонмаған пенсия фондына, йә идара итеүсе компанияға тапшырыла. Был пенсия хужаһының ҡайһы төрҙө һайлауына бәйле. Дәүләт тупланма өлөштө индексацияламай, уның табышлы булыуы-булмауы инвестициялау һөҙөмтәләренә бәйле.
Үҙҙәренең пенсия тупланмаларына идара итеү буйынса бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәгән граждандар өсөн пенсия тупланмалары киләһе йылдан башлап эш хаҡының 2 проценты күләменән сығып билдәләнәсәк, тимәк, уларҙың страховка өлөшөнә иғәнәләре тарифы 14 процент тәшкил итәсәк. 6 процентҡа арттырыу өсөн Пенсия фондына тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Аҡсаһын идара итеүсе компанияларға йәки дәүләткә ҡарамаған фондтарға һалыусылар өсөн пенсия тупланмалары эш хаҡына ҡарата 6 процент кимәленә ғаризаһыҙ күсереләсәк. Был үҙгәреш Пенсия фондына ғариза биреү юлы менән ғәмәлгә ашырыла.
Республикала 1 500-ҙән ашыу кеше тейешле ғариза яҙып ҡуйҙы ла инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғаризаны 31 декабргә тиклем тапшырырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529