1967 йылда һәм унан һуңыраҡ тыуған кешеләр, мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында теркәлгән булһа, хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә страховка иғәнәһе тарифын һайлап алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Пенсия фонды идаралығынан. Улар тупланма пенсияны бөгөнгө шикелле 6 процент күләмендә ҡалдыра йәки, пенсияның страховка өлөшөн формалаштырыу тарифын 10 проценттан 14 процентҡа тиклем арттырып, уны 2 процентҡа тиклем кәметә ала. Йыл аҙағына тиклем мәсьәләне хәл итеп ҡуйырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө дәүләт тарафынан инфляция кимәленән сығып индексациялана. Тупланма өлөшө йә дәүләткә буйһонмаған пенсия фондына, йә идара итеүсе компанияға тапшырыла. Был пенсия хужаһының ҡайһы төрҙө һайлауына бәйле. Дәүләт тупланма өлөштө индексацияламай, уның табышлы булыуы-булмауы инвестициялау һөҙөмтәләренә бәйле.
Үҙҙәренең пенсия тупланмаларына идара итеү буйынса бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәгән граждандар өсөн пенсия тупланмалары киләһе йылдан башлап эш хаҡының 2 проценты күләменән сығып билдәләнәсәк, тимәк, уларҙың страховка өлөшөнә иғәнәләре тарифы 14 процент тәшкил итәсәк. 6 процентҡа арттырыу өсөн Пенсия фондына тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Аҡсаһын идара итеүсе компанияларға йәки дәүләткә ҡарамаған фондтарға һалыусылар өсөн пенсия тупланмалары эш хаҡына ҡарата 6 процент кимәленә ғаризаһыҙ күсереләсәк. Был үҙгәреш Пенсия фондына ғариза биреү юлы менән ғәмәлгә ашырыла.
Республикала 1 500-ҙән ашыу кеше тейешле ғариза яҙып ҡуйҙы ла инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғаризаны 31 декабргә тиклем тапшырырға кәрәк.