Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!
Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!Район дауаханаһы эргәһендә беҙ Валерий Трофимовты автомобиленә ултырыу менән фотоға төшөрөп алғайныҡ, шуға күрә ул хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырырға өлгөрмәгән. Хәйер, Мәсәғүт буйлап нисек йөрөһә лә “гаишниктар” уны туҡтатмаҫ тип уйлайым, сөнки Валерий Александрович – баш табип. Сирләп-фәлән китһәң, йомошоң төшмәй ҡалмаҫ. Ләкин Трофимов үҙенең бөгөнгө хәленән ҡәнәғәт түгел, уның ҡарауы, дауаханала буласаҡ ҙур үҙгәрештәргә ҡыуана.
— Бына күрҙегеҙме әле ҡайҙа ултырғанымды? – Валерий Александрович ҡулдарын йәйеп бүлмәһен күрһәтә. – Баш табиптың үҙ кабинеты ла юҡ, мин берәҙәк кеүек...
Ысынлап та, дауахана хакимиәте урынлашҡан ерҙе оҙаҡ ҡына табырға маташтыҡ. Баҡһаң, ул дауахана бинаһынан байтаҡ ситтәрәк, төрлө ойошмалар Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!янында өйҙәш.
— Уның ҡарауы, беҙҙең Мәсәғүттә муниципаль-ара медицина үҙәге төҙөлә, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты баш табип. – Ҙурлығына, ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына, хеҙмәтләндереү төрҙәренең күплегенә ҡарап, уны Республика клиник дауаханаһының яртыһы тип әйтергә лә була.
Ни өсөн тап Дыуан районында төҙөлә был үҙәк? Быны аңлау өсөн картаға күҙ һалыу ҙа етә: Мәсәғүт ауылы республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең географик үҙәгендә урынлашҡан. Тимәк, бында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары халҡына дауаланырға йөрөргә уңайлы. Ә бит төбәк үҙе, тотош алғанда, республиканың төп өлөшөнән ситтәрәк ята. Шуға күрә ул бындай ҡеүәтле үҙәккә бик-бик мохтаж.
Яңы дауалау корпусында 30 урынлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары бүлексәһе, 18 урынлыҡ кардиология, перинаталь үҙәк эшен дә башҡарыусы 20 урынлыҡ бала Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!табыу, онкология, гемодиализ, балалар сәләмәтлеге үҙәктәре һәм башҡа бүлексәләр буласаҡ. Мәсәғүттең төрлө яҡҡа илтеүсе автомобиль юлдары сатында ятҡанын иҫәпкә алып, 34 урынлыҡ травматология үҙәген төҙөү ҙә ҡаралған. Яңыртыу программаһына ярашлы, медицина үҙәгенә 200 миллион һумлыҡ заманса дауалау ҡорамалдары килтерәсәктәр.
Бөтөн нәмәне кадрҙар хәл итеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Шуға күрә бында баштан уҡ белгестәр йәлеп итеү сараһын күрә башлағандар. “Ауыл табибы” программаһы башланыр алдынан Мәсәғүттә 53 врач эшләгән, йәғни һәр 100 мең кешегә 17 белгес тура килгән. Программаға ярашлы, һуңғы осорҙа ғына ла район үҙәгенә 33 яңы табип килеп эшкә урынлашҡан! Уларҙың дүртәүһе — Силәбенән, икәүһе — Ырымбурҙан, икәүһе — Пермь крайынан, береһе — Свердловск өлкәһенән, ҡалғандары — Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан. Ҡала еренән килеүселәр күберәк. Ни өсөн ауыл еренә ынтылған улар? Сөнки бында эшкә килеү менән, программала ҡаралғанса, бөтөн уңайлыҡтары булған фатир алғандар, эшкә йөрөргә яҡын – торлаҡ йорт дауахана Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!бинаһына күрше генә.
Яңы килгән белгестәр төрлө ҡалаларҙа белем алған: Башҡорт дәүләт медицина университетынан – 24 кеше, Ырымбур медицина академияһынан – 2, Силәбе дәүләт медицина академияһынан – 3, Пермь дәүләт медицина академияһынан – 2, Сыуаш дәүләт университетынан – 1, Ижевск медицина университетынан — 1.
Иң шәп дауахана Мәсәғүттә буласаҡ!— Дауаханаға кадрҙар туплау буйынса пиар-акция дауам итә, — ти Валерий Трофимов. – Уларҙы беҙҙә эшләүгә ҡыҙыҡһындырыу өсөн байтаҡ проблеманы хәл итергә кәрәк, шуларҙың иң мөһиме – торлаҡ мәсьәләһе. Әле төҙөлгән 33 фатирлыһына өҫтәп, тағы ла ошондай уҡ ике йорт төҙөү планлаштырыла. Был мәсьәләне хәл итеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың, республикабыҙ Хөкүмәтенең, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Дыуан районы хакимиәтенең тос ярҙамын тоябыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529