Район дауаханаһы эргәһендә беҙ Валерий Трофимовты автомобиленә ултырыу менән фотоға төшөрөп алғайныҡ, шуға күрә ул хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырырға өлгөрмәгән. Хәйер, Мәсәғүт буйлап нисек йөрөһә лә “гаишниктар” уны туҡтатмаҫ тип уйлайым, сөнки Валерий Александрович – баш табип. Сирләп-фәлән китһәң, йомошоң төшмәй ҡалмаҫ. Ләкин Трофимов үҙенең бөгөнгө хәленән ҡәнәғәт түгел, уның ҡарауы, дауаханала буласаҡ ҙур үҙгәрештәргә ҡыуана.
— Бына күрҙегеҙме әле ҡайҙа ултырғанымды? – Валерий Александрович ҡулдарын йәйеп бүлмәһен күрһәтә. – Баш табиптың үҙ кабинеты ла юҡ, мин берәҙәк кеүек...
Ысынлап та, дауахана хакимиәте урынлашҡан ерҙе оҙаҡ ҡына табырға маташтыҡ. Баҡһаң, ул дауахана бинаһынан байтаҡ ситтәрәк, төрлө ойошмалар
янында өйҙәш.
— Уның ҡарауы, беҙҙең Мәсәғүттә муниципаль-ара медицина үҙәге төҙөлә, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты баш табип. – Ҙурлығына, ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына, хеҙмәтләндереү төрҙәренең күплегенә ҡарап, уны Республика клиник дауаханаһының яртыһы тип әйтергә лә була.
Ни өсөн тап Дыуан районында төҙөлә был үҙәк? Быны аңлау өсөн картаға күҙ һалыу ҙа етә: Мәсәғүт ауылы республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең географик үҙәгендә урынлашҡан. Тимәк, бында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары халҡына дауаланырға йөрөргә уңайлы. Ә бит төбәк үҙе, тотош алғанда, республиканың төп өлөшөнән ситтәрәк ята. Шуға күрә ул бындай ҡеүәтле үҙәккә бик-бик мохтаж.
Яңы дауалау корпусында 30 урынлыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары бүлексәһе, 18 урынлыҡ кардиология, перинаталь үҙәк эшен дә башҡарыусы 20 урынлыҡ бала
табыу, онкология, гемодиализ, балалар сәләмәтлеге үҙәктәре һәм башҡа бүлексәләр буласаҡ. Мәсәғүттең төрлө яҡҡа илтеүсе автомобиль юлдары сатында ятҡанын иҫәпкә алып, 34 урынлыҡ травматология үҙәген төҙөү ҙә ҡаралған. Яңыртыу программаһына ярашлы, медицина үҙәгенә 200 миллион һумлыҡ заманса дауалау ҡорамалдары килтерәсәктәр.
Бөтөн нәмәне кадрҙар хәл итеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Шуға күрә бында баштан уҡ белгестәр йәлеп итеү сараһын күрә башлағандар. “Ауыл табибы” программаһы башланыр алдынан Мәсәғүттә 53 врач эшләгән, йәғни һәр 100 мең кешегә 17 белгес тура килгән. Программаға ярашлы, һуңғы осорҙа ғына ла район үҙәгенә 33 яңы табип килеп эшкә урынлашҡан! Уларҙың дүртәүһе — Силәбенән, икәүһе — Ырымбурҙан, икәүһе — Пермь крайынан, береһе — Свердловск өлкәһенән, ҡалғандары — Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан. Ҡала еренән килеүселәр күберәк. Ни өсөн ауыл еренә ынтылған улар? Сөнки бында эшкә килеү менән, программала ҡаралғанса, бөтөн уңайлыҡтары булған фатир алғандар, эшкә йөрөргә яҡын – торлаҡ йорт дауахана
бинаһына күрше генә.
Яңы килгән белгестәр төрлө ҡалаларҙа белем алған: Башҡорт дәүләт медицина университетынан – 24 кеше, Ырымбур медицина академияһынан – 2, Силәбе дәүләт медицина академияһынан – 3, Пермь дәүләт медицина академияһынан – 2, Сыуаш дәүләт университетынан – 1, Ижевск медицина университетынан — 1.
— Дауаханаға кадрҙар туплау буйынса пиар-акция дауам итә, — ти Валерий Трофимов. – Уларҙы беҙҙә эшләүгә ҡыҙыҡһындырыу өсөн байтаҡ проблеманы хәл итергә кәрәк, шуларҙың иң мөһиме – торлаҡ мәсьәләһе. Әле төҙөлгән 33 фатирлыһына өҫтәп, тағы ла ошондай уҡ ике йорт төҙөү планлаштырыла. Был мәсьәләне хәл итеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың, республикабыҙ Хөкүмәтенең, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Дыуан районы хакимиәтенең тос ярҙамын тоябыҙ.