Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәҙер Талҡаҫ көтә
Хәҙер Талҡаҫ көтәЙәйге ялдың тәүге айы үтеп тә бара. Балаларҙың күбеһе төрлө шифаханаларҙа, лагерҙарҙа яңы уҡыу йылына көс туплай. Араларында белем усағында ойошторолған көндөҙгө лагерҙа ял итеүселәр ҙә байтаҡ.
Мәҫәлән, Өфө районының Шамонин мәктәбендәге "Ҡояшҡай" лагеры балаларҙы мауыҡтырғыс уйын, күңелле саралар менән ҡыуандыра. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ял итеп кенә ҡалмай, хеҙмәттә лә сыныға: баҡсаны сүптән таҙарта, йәшелсәне ҡарай, ағас-ҡыуаҡты тәрбиәләй. Уҡыусыларҙы экскурсияларға ла йөрөтәләр. Уларға айырыуса Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромы, лимонарий, Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы оҡшаған.
— Быйылғы программала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бәйле саралар өҫтөнлөк итте, — ти мәктәп директоры Рәшиҙә Мостафина. — Балаларға тыуған төйәктең гүзәллеген күрһәтергә, тәбиғәткә, тарихҡа һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән күптән түгел "Башҡортостан" гәзите редакцияһы, "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзалары менән берлектә мәктәп баҡсаһына ағас ултыртыу бик әһәмиәтле сара булды. Директор әйтеүенсә, мәктәптең иң һәләтле уҡыусылары Нөгөш буйында палаткалы лагерҙа ял итә. Улар унда төрлө тарихи урындарға походҡа йөрөй, ғилми-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнә. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгән бер төркөм уҡыусы тиҙҙән данлы Талҡаҫ күлен дә күрәсәк. Улар үҙҙәре сығыш яһаясаҡ бәйгене түҙемһеҙләнеп көтә, еңеү менән ҡайтырға маҡсат ҡуйған. Ғөмүмән, милли мираҫҡа, йолаларға ҙур иғтибар бүлә Шамонин мәктәбе. Мәҫәлән, йәйге лагерь мәлендә йыл да гөрләтеп һабантуй уҙғаралар. Быйыл байрамда ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашҡан, балалар менән берлектә күңел асҡан, ярыштарҙа көсөн һынаған.
Хәҙер Талҡаҫ көтәБелеүебеҙсә, Шамонин мәктәбе бик йәш әле — эш башлауына өс кенә йыл. Көсөңдө иҫбатлау, башҡалар араһында үҙ урыныңды табыу һис тә еңел түгел. Быны мәктәп коллективы яҡшы белә. Әлбиттә, уларҙыҡы кеүек һоҡланғыс, бөтөн талаптарға яуап биргән ҡеүәтле матди-техник торошло бинала дәртләнеп эшләмәү мөмкин дә түгелдер. Өҫтәүенә, башҡа уҡыу йорттарын йонсотҡан ҡулайлаштырыу уларға бөтөнләй ҡағылмай.
— Эште 115 бала менән башлағайныҡ, хәҙер улар 300-гә етте, — ти Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы. — Йыл да 80 — 100 тирәһе уҡыусы йыябыҙ. Мәктәп ҙур — 550 урынға иҫәпләнгән. Беҙгә күрше ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар. Бында тиҫтәләгән түңәрәк эшләй, күбеһе бушлай үткәрелә. Уларҙы тағы ла арттырырға ниәтләйбеҙ. Башҡорт-инглиз интерколледжы, Иртә үҫеш студияһы уңыштары менән һөйөндөрә. Маҡсаттары ҙур Шамонин мәктәбе коллективының. Халҡының күпселеген йәштәр тәшкил иткән ауылға хеҙмәт иткән белем усағының яңынан-яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөрөнә ышаныс ныҡлы.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523