Йәйге ялдың тәүге айы үтеп тә бара. Балаларҙың күбеһе төрлө шифаханаларҙа, лагерҙарҙа яңы уҡыу йылына көс туплай. Араларында белем усағында ойошторолған көндөҙгө лагерҙа ял итеүселәр ҙә байтаҡ.
Мәҫәлән, Өфө районының Шамонин мәктәбендәге "Ҡояшҡай" лагеры балаларҙы мауыҡтырғыс уйын, күңелле саралар менән ҡыуандыра. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ял итеп кенә ҡалмай, хеҙмәттә лә сыныға: баҡсаны сүптән таҙарта, йәшелсәне ҡарай, ағас-ҡыуаҡты тәрбиәләй. Уҡыусыларҙы экскурсияларға ла йөрөтәләр. Уларға айырыуса Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромы, лимонарий, Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы оҡшаған.
— Быйылғы программала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бәйле саралар өҫтөнлөк итте, — ти мәктәп директоры Рәшиҙә Мостафина. — Балаларға тыуған төйәктең гүзәллеген күрһәтергә, тәбиғәткә, тарихҡа һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән күптән түгел "Башҡортостан" гәзите редакцияһы, "Любизар" 1-се башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзалары менән берлектә мәктәп баҡсаһына ағас ултыртыу бик әһәмиәтле сара булды. Директор әйтеүенсә, мәктәптең иң һәләтле уҡыусылары Нөгөш буйында палаткалы лагерҙа ял итә. Улар унда төрлө тарихи урындарға походҡа йөрөй, ғилми-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнә. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгән бер төркөм уҡыусы тиҙҙән данлы Талҡаҫ күлен дә күрәсәк. Улар үҙҙәре сығыш яһаясаҡ бәйгене түҙемһеҙләнеп көтә, еңеү менән ҡайтырға маҡсат ҡуйған. Ғөмүмән, милли мираҫҡа, йолаларға ҙур иғтибар бүлә Шамонин мәктәбе. Мәҫәлән, йәйге лагерь мәлендә йыл да гөрләтеп һабантуй уҙғаралар. Быйыл байрамда ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашҡан, балалар менән берлектә күңел асҡан, ярыштарҙа көсөн һынаған.
Белеүебеҙсә, Шамонин мәктәбе бик йәш әле — эш башлауына өс кенә йыл. Көсөңдө иҫбатлау, башҡалар араһында үҙ урыныңды табыу һис тә еңел түгел. Быны мәктәп коллективы яҡшы белә. Әлбиттә, уларҙыҡы кеүек һоҡланғыс, бөтөн талаптарға яуап биргән ҡеүәтле матди-техник торошло бинала дәртләнеп эшләмәү мөмкин дә түгелдер. Өҫтәүенә, башҡа уҡыу йорттарын йонсотҡан ҡулайлаштырыу уларға бөтөнләй ҡағылмай.
— Эште 115 бала менән башлағайныҡ, хәҙер улар 300-гә етте, — ти Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы. — Йыл да 80 — 100 тирәһе уҡыусы йыябыҙ. Мәктәп ҙур — 550 урынға иҫәпләнгән. Беҙгә күрше ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар. Бында тиҫтәләгән түңәрәк эшләй, күбеһе бушлай үткәрелә. Уларҙы тағы ла арттырырға ниәтләйбеҙ. Башҡорт-инглиз интерколледжы, Иртә үҫеш студияһы уңыштары менән һөйөндөрә. Маҡсаттары ҙур Шамонин мәктәбе коллективының. Халҡының күпселеген йәштәр тәшкил иткән ауылға хеҙмәт иткән белем усағының яңынан-яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөрөнә ышаныс ныҡлы.
Өфө районы.