Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙеллек тантана итте
Рәсәйҙең Юғары Суды президиумы Башҡортостанда Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көндәре итеү законлы тип билдәләне.
Быға тиклем, Өфөлә йәшәүсе кешенең ғаризаһы буйынса, Рәсәй Юғары Суды мосолман байрамдарын Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә тип тапҡайны. Яҡташыбыҙ был байрамдар "уның хеҙмәт хоҡуғын боҙа һәм дини йәһәттән дискриминациялай" тип белдергәйне.
Был ҡарар республикала ҙур резонанс тыуҙырҙы, ошо хаҡта һорау күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин менән булған тура бәйләнештә лә яңғыраны.
Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көнө итеп билдәләгән Закон Башҡортостанда 1992 йылда ҡабул ителгән.
Г. САЛАУАТОВА.


Айнур АРЫҪЛАНОВ, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе:
— Был ҡарарға ихлас күңелдән шатландыҡ, сөнки Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре — Ислам динендәге төп байрамдар. Аллаһы Тәғәләнең бойороғона ҡаршы килеп, был көндәрҙә ял итеүҙән баш тарта алмайбыҙ. Бәхетебеҙгә күрә, республика һәм ил етәкселәре, закон сығарыу һәм суд органдары халыҡтың рухи-мәҙәни, дини ихтыяждарын аңлай, йәмғиәттең талаптарына ҡолаҡ һала. Республикала йәшәүсе төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең мосолман байрамдарын яҡлап сығыш яһауы Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының төп асылын күрһәтте, минеңсә.

Гәрәй ҒӘБИҘУЛЛИН, йәш белгес:
— Мин Силәбе өлкәһендә тыуып үҫтем, Башҡортостандағы тормошҡа, халыҡтың татыулығына һәр саҡ көнләшеп ҡарай торғайныҡ. Бында рәсми байрамдар ҙа күберәк, һабантуй, шәжәрә йыйындары ла йыш үткәрелеп тора. Күңелле йәшәгәс, республика халҡының эштәре лә көйлө.
Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын Президент Рөстәм Хәмитов ҡыйыу яҡлап сыҡты, уларҙың статусын һаҡлаясағын, илдең Юғары Суды ҡарарының тормошҡа ашыуына ҡаршылығын белдерҙе. Әлеге яңылыҡ Рөстәм Зәки улының федераль кимәлдә юғары абруйға эйә булыуын дәлилләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524