Рәсәйҙең Юғары Суды президиумы Башҡортостанда Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көндәре итеү законлы тип билдәләне.
Быға тиклем, Өфөлә йәшәүсе кешенең ғаризаһы буйынса, Рәсәй Юғары Суды мосолман байрамдарын Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә тип тапҡайны. Яҡташыбыҙ был байрамдар "уның хеҙмәт хоҡуғын боҙа һәм дини йәһәттән дискриминациялай" тип белдергәйне.
Был ҡарар республикала ҙур резонанс тыуҙырҙы, ошо хаҡта һорау күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин менән булған тура бәйләнештә лә яңғыраны.
Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көнө итеп билдәләгән Закон Башҡортостанда 1992 йылда ҡабул ителгән.
Г. САЛАУАТОВА.
Айнур АРЫҪЛАНОВ, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе:— Был ҡарарға ихлас күңелдән шатландыҡ, сөнки Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре — Ислам динендәге төп байрамдар. Аллаһы Тәғәләнең бойороғона ҡаршы килеп, был көндәрҙә ял итеүҙән баш тарта алмайбыҙ. Бәхетебеҙгә күрә, республика һәм ил етәкселәре, закон сығарыу һәм суд органдары халыҡтың рухи-мәҙәни, дини ихтыяждарын аңлай, йәмғиәттең талаптарына ҡолаҡ һала. Республикала йәшәүсе төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең мосолман байрамдарын яҡлап сығыш яһауы Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының төп асылын күрһәтте, минеңсә.
Гәрәй ҒӘБИҘУЛЛИН, йәш белгес:— Мин Силәбе өлкәһендә тыуып үҫтем, Башҡортостандағы тормошҡа, халыҡтың татыулығына һәр саҡ көнләшеп ҡарай торғайныҡ. Бында рәсми байрамдар ҙа күберәк, һабантуй, шәжәрә йыйындары ла йыш үткәрелеп тора. Күңелле йәшәгәс, республика халҡының эштәре лә көйлө.
Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын Президент Рөстәм Хәмитов ҡыйыу яҡлап сыҡты, уларҙың статусын һаҡлаясағын, илдең Юғары Суды ҡарарының тормошҡа ашыуына ҡаршылығын белдерҙе. Әлеге яңылыҡ Рөстәм Зәки улының федераль кимәлдә юғары абруйға эйә булыуын дәлилләй.