Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫмерҙәр урмансылыҡ менән ҡыҙыҡһына
Үҫмерҙәр урмансылыҡ менән ҡыҙыҡһынаӨфө урман хужалығы техникумы – урман хужалығы тармағын белгестәр менән тәьмин итеүсе алдынғы һәм бай тарихлы уҡыу йорттарының береһе.
Бөгөн бында меңгә яҡын студент урмансылыҡ, ағас серҙәренә төшөнә. Белем усағында алты йүнәлештә белгестәр әҙерләнә. Урман һәм урман паркы хужалығы, баҡса-парк һәм ландшафттың төҙөлөшө, ерҙе өйрәнеү, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, транспортты, төҙөлөш, юл машиналарын һәм ҡоролмаларын техник йәһәттән файҙаланыу специальностары — шуға асыҡ миҫал.
– Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәрҙә урмансылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы ҡыуандыра, – тип башланы һүҙен биология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең маҡтаулы урман хужалығы хеҙмәткәре, Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Асҡаров. – Мәҫәлән, былтыр бер урынға өс кеше дәғүә итте. Абитуриенттар әҙерлекле килә, барыһының да беҙҙә уҡырға теләге көслө. Әйткәндәй, техникумдың матди-техник базаһы яҡшы, замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Студенттар йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл Алиса Мөхтәруллина республика кимәлендә экология мәсьәләһе Үҫмерҙәр урмансылыҡ менән ҡыҙыҡһынабуйынса үткәрелгән видеоконференциянан еңеп ҡайтты. Ә Альбина Мәрҙәнова "Үҫмер" Бөтә Рәсәй урман конкурсында көс һынашты, уға Федераль урман хужалығы агентлығы диплом тапшырҙы.
Теорияның кәрәклеге тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел, ә бына практика — бөтөнләй икенсе нәмә. Студенттар тәүге сынығыуҙы ҡаланан алыҫ булмаған "Йоматау урман хужалығы" йәмғиәтендә ала. Питомникты төҙөкләндереү, дендропаркты тәртипкә килтереү егет һәм ҡыҙҙарға оҡшай, бынан тыш, үҫенте ултыртыуҙа, ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡыу һәм урманды ҡарт ағастарҙан таҙартыу йәһәтенән ярҙамдан өҙмәйҙәр.
Белем усағы ҡарамағындағы лимонарий – өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Бында үҙеңде ожмах баҡсаһына килеп юлыҡҡан кеүек хис итәһең, эргә-тирәлә — хуш еҫле сәскәләр, емеш ағастары араһында йөрөү һулышты иркенәйтә. Уҡытыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова Башҡортостан климаты лимон үҫтереүгә яраҡһыҙ тип ҡабатлаусыларға шуның тап киреһен иҫбат иткән.
Дамир Асҡаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тирә-яҡҡа битараф булмаған һәм тәбиғәтте хөрмәт иткән һәр кемдең күңелендә "мин – урмансы" тигән тойғо йәшәргә тейеш. Республикабыҙҙың байтаҡ өлөшөн урман тәшкил итә, маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе – урмансылыҡ белгестәре әҙерләү өсөн педагогтар ҡулдан килгәндең барыһын да ғәмәлгә ашыра.
Илдар АҠЪЮЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531