Өфө урман хужалығы техникумы – урман хужалығы тармағын белгестәр менән тәьмин итеүсе алдынғы һәм бай тарихлы уҡыу йорттарының береһе.
Бөгөн бында меңгә яҡын студент урмансылыҡ, ағас серҙәренә төшөнә. Белем усағында алты йүнәлештә белгестәр әҙерләнә. Урман һәм урман паркы хужалығы, баҡса-парк һәм ландшафттың төҙөлөшө, ерҙе өйрәнеү, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, транспортты, төҙөлөш, юл машиналарын һәм ҡоролмаларын техник йәһәттән файҙаланыу специальностары — шуға асыҡ миҫал.
– Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәрҙә урмансылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы ҡыуандыра, – тип башланы һүҙен биология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең маҡтаулы урман хужалығы хеҙмәткәре, Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Асҡаров. – Мәҫәлән, былтыр бер урынға өс кеше дәғүә итте. Абитуриенттар әҙерлекле килә, барыһының да беҙҙә уҡырға теләге көслө. Әйткәндәй, техникумдың матди-техник базаһы яҡшы, замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Студенттар йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл Алиса Мөхтәруллина республика кимәлендә экология мәсьәләһе
буйынса үткәрелгән видеоконференциянан еңеп ҡайтты. Ә Альбина Мәрҙәнова "Үҫмер" Бөтә Рәсәй урман конкурсында көс һынашты, уға Федераль урман хужалығы агентлығы диплом тапшырҙы.
Теорияның кәрәклеге тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел, ә бына практика — бөтөнләй икенсе нәмә. Студенттар тәүге сынығыуҙы ҡаланан алыҫ булмаған "Йоматау урман хужалығы" йәмғиәтендә ала. Питомникты төҙөкләндереү, дендропаркты тәртипкә килтереү егет һәм ҡыҙҙарға оҡшай, бынан тыш, үҫенте ултыртыуҙа, ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡыу һәм урманды ҡарт ағастарҙан таҙартыу йәһәтенән ярҙамдан өҙмәйҙәр.
Белем усағы ҡарамағындағы лимонарий – өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Бында үҙеңде ожмах баҡсаһына килеп юлыҡҡан кеүек хис итәһең, эргә-тирәлә — хуш еҫле сәскәләр, емеш ағастары араһында йөрөү һулышты иркенәйтә. Уҡытыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова Башҡортостан климаты лимон үҫтереүгә яраҡһыҙ тип ҡабатлаусыларға шуның тап киреһен иҫбат иткән.
Дамир Асҡаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тирә-яҡҡа битараф булмаған һәм тәбиғәтте хөрмәт иткән һәр кемдең күңелендә "мин – урмансы" тигән тойғо йәшәргә тейеш. Республикабыҙҙың байтаҡ өлөшөн урман тәшкил итә, маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе – урмансылыҡ белгестәре әҙерләү өсөн педагогтар ҡулдан килгәндең барыһын да ғәмәлгә ашыра.
Илдар АҠЪЮЛОВ