Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәктәбебеҙҙе ябалар”
“Мәктәбебеҙҙе ябалар”“Беҙ, Ғафури районының Мәндем ауылы халҡы, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр менән кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй, һеҙгә яҙырға булдыҡ. Ауылыбыҙ район үҙәгенән 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Юл бик насар, текә таулы, ҡырҡа боролоштар күп. Ҡырсынлы юлды ямғыр, ҡар һыуҙары йыуа, карьерға йөрөгән ауыр йөк машиналары боҙа. Ҡыш таҙартмайҙар, айҙар буйы бер ергә лә сыға алмайбыҙ. Йыш ҡына авариялар була. Ауылыбыҙҙағы берҙән-бер йәнле усаҡ – туғыҙ йыллыҡ мәктәп. Илдә барған ҡулайлаштырыу беҙгә лә килеп ҡағылды, тиҙҙән ул башланғысҡа әйләнәсәк”, – тигән һүҙҙәр менән башлана редакцияға килгән хат. Уны барлыҡ ата-әсәләр исеменән күп балалы әсә Айгөл Ғәйнетдинова яҙып ебәргән.

… Район үҙәге Красноусолды үткәс тә, асфальт юл тамамланды ла, машинабыҙ тауҙар теҙмәһенән үрмәләй башланы. Тәбиғәттең уянып килгән сағы. Берсә киҫкен “Мәктәбебеҙҙе ябалар”боролоштар, берсә текә һырттар аша киләбеҙ. Шоферыбыҙ Азат:
– Ҡайһылай ҡурҡыныс урындар, – тип әйтеп ҡуйҙы. – Тайғаҡ ваҡытта бигерәк хәүефлелер инде.
– Шулай шул. – Үҙем ошо райондан булғас, элек-электән был юлдарҙағы аяныслы фажиғәләр күҙәтелеүе хаҡында ишетә-белә инем.
Ғәжәп матур төбәктә, тауҙар ҡосағында урынлашҡан ауыл. Тарихы 1959 йылдан башлана. Ғафури урман хужалығы ойошторолғас, уны сеймал менән тәьмин итеп тороу маҡсатында Мәндем, Аҡҡыр йылғаһы буйында барлыҡҡа килә ул. Ваҡыт үткән һайын ауыл үҫә, урта мәктәп асыла. Әммә 90-сы йылдарҙағы үҙгәрештәр еле төпкөлдәге Мәндемгә лә килеп етә, урман хужалығы тарҡала, эш булмағас, йәштәр күпләп ситкә китә башлай. Ғәҙәттә, башҡа милләт вәкилдәре күпләп күсенһә лә, түҙемлеге менән дан алған башҡорттар тыуған ерҙәренән әллә ни ҡутарылмай. Ысынлап та, бер ерҙә лә эшләмәйенсә тоттороп ҡуймайҙар. Уңғандар үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тырыша: күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, бәғзеләре Себер тарафтарына юллана. Шулай йәшәп ятҡанда йәнә һынау…
“Мәктәбебеҙҙе ябалар”Мәктәпкә боролған урында йорт бөтөрөп йөрөгән урта йәштәрҙәге ағайҙы тап иттек.
– Ирғәле Мөхәмәтдинов булам, – тип таныштырҙы ул үҙе менән.
Аңлашылмаған сәйәсәт нигеҙендә ауылдарҙың тамыры булған мәктәпте ҡороторға йыйынған саҡта, уның дәртләнеп эшләп йөрөүе тәү ҡарашҡа ғәжәп тойолдо.
– Ана, теге оста йәшәйбеҙ, – тине ул, тау үрен күрһәтеп. – Балаларға йөрөргә яҡын булһын тип, ошо ергә өй һала башлағайным…
1982 йылда һалынған мәктәп шаҡтай матур хәлдә, спорт залы ла бар.
– Мәғариф өлкәһендәге бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәрҙән аптырап бөттөк инде, – ти мәктәп директоры Зөлфәр Кәлимуллин. – Былтыр ғына 70 мең һумға скважина ҡаҙҙырып, һыу үткәрҙек, хәҙер кабинеттарҙа йылы һыу ҙа бар. Ә быйыл килеп мәктәбебеҙҙе башланғыс ҡына итеп ҡалдырырға йыйыналар.
“Кабинеттар заманса йыһазландырылған. Юғары белемле, ижади эшләгән уҡытыусылар төплө белем бирә, төрлө яҡтан уҡыусыларҙың һәләтен үҫтерә. “Мәктәбебеҙҙе ябалар”Балаларыбыҙҙың исеме районға билдәле. Улар конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, урын яулайҙар, “Табын”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре йыш баҫылып тора. Ауылда эш булмау сәбәпле, үҙ хужалығы иҫәбенә йәшәгәндәр күп. Ситтә уҡытыу өсөн сығымдар ҙә кәрәк. Ауырыраҡ хәлле ата-әсәләр ни эшләргә тейеш? Көн дә телевизорҙан миллиардлап аҡса урлаған чиновниктарҙы, етәкселәрҙе күрһәтәләр. Мәктәптәрҙе ябып, бурҙарҙың бурыстарын күпмегә ҡаплатырға була? Был турала ил етәкселәре нимә уйлай икән? Балалар ғаилә шарттарында тәрбиәләнергә тейеш тигән сәйәсәт алып барыла. Ә беҙ, киреһенсә, ата-әсәле сабыйҙы тыуған йортонан айырабыҙ түгелме?” – тигән юлдар ҙа бар хатта.
Автор дөрөҫ яҙа. Бөгөн мәктәптә бөтәһе 33 бала белем ала, һигеҙ уҡытыусы эшләй, өсәүһе – декрет ялында. Һүҙ юҡ, Мәндем мәктәбе районда насарҙар рәтендә йөрөмәй. Рәмзиә Монасипова, Фәниә Йәнмырҙина, Зәйтүнә Хәбибуллина, Земфира Мөхәмәтдинова, Гөлнара Аҡҡолова, Фәүриә Мөхәмәтйәнова, Роза Кәлимуллина кеүек тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Уҡыусыларҙың колледждарға, юғары уҡыу йорттарына күпләп инеүе уларҙың яҡшы эш һөҙөмтәһенә дәлил булып тора.
– Ә балалар уҡыуын ҡайҙа дауам итергә тейеш? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, – тине Земфира Мөхәмәтдинова. – Әйтеүе генә анһат. Юлдың ниндәй икәнлеген үҙегеҙ күргәнһегеҙҙер әле, район үҙәгенә барған-ҡайтҡан арала ҡот осоп тора. Быйыл ҡышты нисек кәрәк сыҡтыҡ, юл йүнләп таҙартылманы, мартта ғына дүрт авария булды. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов, ауыл мәктәбе йәшәргә тейеш, бәләкәй комплектлы белем усағын ябыр алдынан урындағы халыҡтың һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, ти. Ә беҙҙә барыһы ла киреһенсә. Райондан килгәйнеләр, бөтөн ата-әсә ҡаршы булды, Красноусолға уҡырға ебәрмәйбеҙ, тиеүселәр ҙә бар.
Хат авторы Айгөл Ғәйнетдинова биш бала тәрбиәләй.
– Үҙем медпунктта санитарка булып эшләйем, уның аҡсаһы күпме икәнлеген үҙегеҙ беләһегеҙ, – тип башланы ул һүҙен. – Ирем унда-бында эшкә йөрөп килә. Уныһы ла һәр ваҡыт булмай. Етмәһә, алдашалар, эш хаҡын бирмәй йөҙәтәләр. Киләһе уҡыу йылынан өс балам район үҙәгендәге гимназияла уҡырға тейеш. Әйтеүе генә рәхәт. Ҡайтҡан-киткән өсөн күпме аҡса китә? Бөгөн мәктәптәрҙең теләнсе урынына әйләнгәнен һәр кем белә, ураған һайын шуныһына аҡса һорайҙар, быныһына. Йәнә класс фонды, мәктәп фонды. Ә бит кейемгә лә иғтибар итергә кәрәк. Ауылда кейелгәнерәк булһа ла ярап тора, гимназияла башҡаса. Ишетеп-белеп торам: балалар бер-береһенең кейемен тикшерә, хатта ауылдыҡыларҙан көлөп маташалар. Унда, нигеҙҙә, хәлле кешеләрҙең, уҡытыусыларҙың балалары уҡый.
– Шуныһы аңлашылмай, – тип һүҙгә ҡушылды Фәүриә Мөхәмәтйәнова. – Мәктәп бөткән осраҡта ауылдар юҡҡа сыға. Был сәйәсәт үҙенең һөҙөмтәһен бер күрһәтте түгелме ни? Балалар баҡсаларын ябып, хәҙер уларҙы киренән асыу өсөн күпме сығым талап ителә. Белем усаҡтары менән дә ошо уҡ хәл ҡабатланмаҫмы?
Ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләгән Ләйсән Мәүлитова ла һүҙгә ҡушылды.
– Ике мең ярымға булһа ла йөрөй инем әле. Бынан һуң нисек йәшәргә тейешмен? Ә бит ҡайһы саҡта ҡапыл ғына аҡса кәрәк. Ирең бар, ул нимә эшләй һуң, тип һорайҙар. Ул Себергә китер ине лә, һаулығы юҡ. Һәр беребеҙ студент балаларыбыҙҙы уҡытабыҙ. Уларға нисек аҡса тапмаҡ кәрәк?! Әлбиттә, бәғзе берәүҙәр, район үҙәгенә күсегеҙ, тип кәңәш бирә. Унда барыу менән, кем һиңә ер биреп ҡуя? Беҙҙә бөтәһе лә ҡағыҙҙа ғына шыма бит ул…
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ Мәндем уҡытыусылары менән. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, фекере менән һоҡландырҙы улар. Хатта ҡайһылары, Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфир аша халыҡ менән аралашҡанда, телевизорҙы һүндереп ҡуйыуын да йәшермәне.
“Мәктәбебеҙҙе ябалар!” Бөгөн был мәсьәлә бер Мәндем халҡын ғына борсомай. Демографик көрсөк хаҡында ла саң ҡағабыҙ. Нимә генә тимә, ауыл әүәл-әүәлдән илде һәр йәһәттән тулыландырыусы бишек булып торҙо. Һуғыш, аслыҡ заманында ла халыҡты әлеге лә баяғы ауыл ҡотҡарҙы: игенен икте, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте. Ә мәктәбе булмаған ауылға ҡайтырға, нигеҙ ҡорорға кем атлығып торор?
Тауҙар араһындағы матур тәбиғәт ҡосағындағы ауылдан ауыр уйҙар менән ҡуҙғалдыҡ. Яҙ етә, бөтә тәбиғәт уяна. Әммә уҡытыусылар, балалар, ата-әсәләр йөҙөндә беҙ бындай ҡыуанысты күрмәнек. Тиҙҙән мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау шылтырар. Был юлы ул мәндемдәргә генә түгел, йәнә бихисап белем усаҡтарына, ишегегеҙгә йоҙаҡ элергә ваҡыт һуҡты, тигән уйҙа шылтырамаҫмы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлнур Яҡупова
    Гөлнур Яҡупова от 17.05.2013, 17:56
    Мин тыуған районымда 17 йыл район гәзитендә эшләп киткән яҙыусымын, Мәндем ауылын, уның уңған кешеләрен яҡшы беләм һәм мәктәпһеҙ ауылды ниндәй киләсәк көтөүен аңлайым.Район үҙәгенә барған юл ысынлап та ифрат ҡатмарлы,район үҙәгенә концертта ҡатнашырға тип китеп барғанда аварияла һәләк булған уҡытыусыларҙы халыҡ һаман да әрнеп иҫләйҙер: барыһын да исемләп хәтергә төшөрә алмайым, икәүһе - мәктәп директоры Табулдин ,уҡытыусы Рәйлә Шәйәхмәтова (минең синыфташым ине, егерменән саҡ уҙған, йөклө булған, йәғни ике йән һәләк булған). Бындай уҡ ҙур фажиғәләр булмаһа ла, ара - тирә улюлда ҡазалар булып тора, күрәләтә балаларҙы хәеф аҫтына ҡуйырғамы ни хәҙер?!
    Авторҙың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Ауылдан кешеләр тамырын өҙмәһен өсөн унда инфраструктура, эш урындары булдырыу урынына, уны бөтөрөү - анһат юл. Ә бит мәндемдәр умартасылыҡ, туризм йүнәлешендә үҙҙәренә генә түгел,республика ҡаҙнаһына ла табыш индерә алырҙар ине!
    Ә ниндәй һәләтле балалар үҫә мәктәптә, миңә әҙәби ижадҡа ылыҡҡандары яҡшы таныш, мәҫәлән, мин ойоштороп ебәргән "Өмөтлө ҡәләм" бәйгеһендә улар йылдың йылы әүҙем ҡатнаша, быйыл Гөлсөм Ғайсина исемле уҡыусыға премия тапшырҙым, автографлы китабымды бүләк иттем.
    Интернатта нисек кенә яҡшы шарттар булмаһын, (Красноусол гимназияһында улар бар һәм уҡытыу эше бик юғары кимәлдә- хәбәрҙармын) баланы ун йәшенән тыуған йортонан, ата- әсә ҡосағынан айырыу ул аяныслы хәл...
    Кем тағы шуны белмәй : ауыл - кешелектең кесе йыһаны ул! Кешелектең тарихи хәтере, тәбиғәт менән кендек берлеген тойоуы, йәғни уны ҡурсаларға тигән иманы һәм башҡа изге төшөнсәләр тап йәнтөйәк менән бәйле.
    Бәхәсләшмәйем, бәғзе урындарҙа, ҡарт-ҡоро ғына йәшәп ҡалған бәләкәй ауылдарҙа мәктәптең ябылыуына күнмәй сара юҡ,унда ла булған бинаны тар- мар итмәй һаҡларға ине, кем белә, шундай көн килеп тыуыр, йәштәр ҡайтып усаҡтарҙы терелтер? Ә Мәндем әле тулы ҡанлы ауыл, ундағы мәктәпте ябыу дәүләтсә фекерләү менән тап килмәй. Барҙы бөтөрөү - емереү еңел ул, ҡайтанан тергеҙеү ауыр. Беҙҙең Рәсәй ҡасанғаса "Мы старый мир разрушим до основания, до конца..." тип йәшәр икән?
    Башҡорт - татар ауылдарының мәктәпһеҙ ҡалыуы - милләттең теленән яҙыуы икәнен дә онотмайыҡ!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523