Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мысырға ҡыҙыҡмағыҙ
Мысырға ҡыҙыҡмағыҙ2012 йыл “Красноусол” шифаханаһы өсөн айырыуса уңышлы булды: ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә алтын миҙалдар яуланы, яңы хеҙмәттәр күрһәтә башланы, ял итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты, сит илдәрҙән дә байтаҡ ҡунаҡ килде.

Директор Фаяз Мәжитовтың әйтеүенсә, былтыр шифаханала 20 мең кеше ял итеп, сәләмәтлеген нығытҡан. “Красноусол” күптән инде сит тарафтарға билдәле. Мәҫәлән, үткән йәй был хозур урынға Һиндостан менән Афғанстандың абруйлы делегациялары, Финляндияның Рәсәйҙәге вәкиллеге атташеһы Кирси Попова килеп ҡайтҡан. Өфө дәүләт авиация техник университетының халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияны тап ошо шифаханала уҙғарыуы ла осраҡлы түгел, сөнки ул һоҡланғыс тәбиғәте, шифалы һауаһы, файҙалы минераль һыуы, юғары кимәлдәге хеҙмәтләндереүе менән дан тота. Ер шарының ошо ҡабатланмаҫ мөйөшөн Йыһан гиҙеүселәр ҙә урап үтмәй. Былтыр бында Александр Баландин, Владимир Ляхов, Борис Наумов, Виктор Горбатенко кеүек космонавтар килеп ҡайтҡан, “Космонавтарҙы шифаханаларҙа реабилитациялау” тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылған.
“Шифахана-2012” Бөтә Рәсәй форумында “Красноусол”дың ҡаҙаныштары “Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы”, “Иң яҡшы шифахана проекты”, “Иң яҡшы Мысырға ҡыҙыҡмағыҙSPA-технологиялар”, “Иң яҡшы шифахана етәксеһе”, “Иң яҡшы үҙешмәкәр сәнғәт коллективы” тигән алтын миҙалдар менән баһаланды.
Һуңғы йылдарҙа коллектив халыҡты дауалау алымдары менән генә түгел, милли бейеүҙәребеҙҙе оҫта башҡарыуы менән дә ҡыуандыра. Шифаханалағы бейеү ансамбленең тырышлығы, сәнғәткә һөйөүе лә былтыр мәртәбәле еңеү алып килде — башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсында Гран-при яуланылар.
Шифахана биләмәһен йәмләндереү, хеҙмәтләндереүҙе тағы ла яҡшыраҡ итеү буйынса байтаҡ эш башҡарылған: каштандар аллеяһы барлыҡҡа килгән, йүкә, ҡарағай, ҡарағас, мышар ағастары ултыртылған, корпустар төҙөкләндерелгән. Ял итеүселәрҙән тыш, шифалы шишмәләр буйына йыл да меңәрләгән турист килә. Уларға ла заманса уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, тигән фекерҙә шифахана етәкселеге. Бының өсөн туризмды үҫтереү буйынса махсус план ҡабул иткәндәр. Ниәт итеүҙәренсә, ойоштороласаҡ умарталыҡта туристар боронғоса биҙәлгән өйҙәрҙә дуҫтары һәм ғаиләләре менән ял итәсәк, бал ҡорттары донъяһына сәйәхәт ҡыласаҡ.
Сит илдәрҙең абруйлы вәкилдәренең һәм Йыһанды иңләгән космонавтарҙың һөйөүен яулаған шифаханаларыбыҙ булғанда, Мысыр, Төркиә, Һиндостан тип ҡыҙығыу кәрәкме икән?!


Автор: Н. ХӘСӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526