2012 йыл “Красноусол” шифаханаһы өсөн айырыуса уңышлы булды: ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә алтын миҙалдар яуланы, яңы хеҙмәттәр күрһәтә башланы, ял итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты, сит илдәрҙән дә байтаҡ ҡунаҡ килде.
Директор Фаяз Мәжитовтың әйтеүенсә, былтыр шифаханала 20 мең кеше ял итеп, сәләмәтлеген нығытҡан. “Красноусол” күптән инде сит тарафтарға билдәле. Мәҫәлән, үткән йәй был хозур урынға Һиндостан менән Афғанстандың абруйлы делегациялары, Финляндияның Рәсәйҙәге вәкиллеге атташеһы Кирси Попова килеп ҡайтҡан. Өфө дәүләт авиация техник университетының халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияны тап ошо шифаханала уҙғарыуы ла осраҡлы түгел, сөнки ул һоҡланғыс тәбиғәте, шифалы һауаһы, файҙалы минераль һыуы, юғары кимәлдәге хеҙмәтләндереүе менән дан тота. Ер шарының ошо ҡабатланмаҫ мөйөшөн Йыһан гиҙеүселәр ҙә урап үтмәй. Былтыр бында Александр Баландин, Владимир Ляхов, Борис Наумов, Виктор Горбатенко кеүек космонавтар килеп ҡайтҡан, “Космонавтарҙы шифаханаларҙа реабилитациялау” тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылған.
“Шифахана-2012” Бөтә Рәсәй форумында “Красноусол”дың ҡаҙаныштары “Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы”, “Иң яҡшы шифахана проекты”, “Иң яҡшы
SPA-технологиялар”, “Иң яҡшы шифахана етәксеһе”, “Иң яҡшы үҙешмәкәр сәнғәт коллективы” тигән алтын миҙалдар менән баһаланды.
Һуңғы йылдарҙа коллектив халыҡты дауалау алымдары менән генә түгел, милли бейеүҙәребеҙҙе оҫта башҡарыуы менән дә ҡыуандыра. Шифаханалағы бейеү ансамбленең тырышлығы, сәнғәткә һөйөүе лә былтыр мәртәбәле еңеү алып килде — башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсында Гран-при яуланылар.
Шифахана биләмәһен йәмләндереү, хеҙмәтләндереүҙе тағы ла яҡшыраҡ итеү буйынса байтаҡ эш башҡарылған: каштандар аллеяһы барлыҡҡа килгән, йүкә, ҡарағай, ҡарағас, мышар ағастары ултыртылған, корпустар төҙөкләндерелгән. Ял итеүселәрҙән тыш, шифалы шишмәләр буйына йыл да меңәрләгән турист килә. Уларға ла заманса уңайлы шарттар булдырырға кәрәк, тигән фекерҙә шифахана етәкселеге. Бының өсөн туризмды үҫтереү буйынса махсус план ҡабул иткәндәр. Ниәт итеүҙәренсә, ойоштороласаҡ умарталыҡта туристар боронғоса биҙәлгән өйҙәрҙә дуҫтары һәм ғаиләләре менән ял итәсәк, бал ҡорттары донъяһына сәйәхәт ҡыласаҡ.
Сит илдәрҙең абруйлы вәкилдәренең һәм Йыһанды иңләгән космонавтарҙың һөйөүен яулаған шифаханаларыбыҙ булғанда, Мысыр, Төркиә, Һиндостан тип ҡыҙығыу кәрәкме икән?!