Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ауыл табибы” тигән исеме бар...
Бүздәк районының Күҙәй ауылы район үҙәгенән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан: йомоштарҙы йомошлайым тиһәң, биш тиҫтә километрға яҡын юл үтергә кәрәк. Ә сирләп-фәлән китһәң? Ай-һай, тикшерелеү һәм дауаланыу өсөн был арала көн дә йөрөү һис тә еңелдән түгел, бигерәк тә балалы ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә. Шуға ла үҙендә 500-ләп самаһы кеше йәшәгән Күҙәй генә түгел, күрше-тирә ауылдарҙың халҡы өсөн дә урындағы табип амбулаторияһының даими эшләп тороуы ифрат мөһим. 1937 йылдан үҙ эшмәкәрлеген башлаған, тарихыбыҙҙың төрлө осорҙарын үткәргән, һәр саҡ халыҡ сәләмәтлеге һағында торған был учреждение иһә бөгөн яңы һулыш кисерә.

Кешеләрҙең бына ошондай ябай, әммә мөһим өмөттәрен аҡлап, ауыл тормошона йәнлелек һәм ышаныс өҫтәп, бынан ике йыл самаһы элек йәш табип Эльвина Мәсәлимова Күҙәйгә эшкә килгән. Благовар районының Мирный ауылында тыуып үҫкән ул. 2017 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.

– Атайым менән әсәйем – ябай ауыл кешеләре. Медицина менән ҡыҙыҡһыныу иһә бала саҡтан килә. Әллә ғаиләлә берҙән-бер бала булғанға, яҡындарым бер ваҡытта ла хыялдарымды сикләмәне – күңелемә ятҡан шөғөлдө һайланым. Бына ошолай, үҙем теләп-тырышып табип булып киттем, – ти Эльвина Дамир ҡыҙы.

Әле генә юғары уҡыу йортон та­мамлаған йәш белгестең төпкөл­дәге Күҙәй табиплыҡ амбулатория­һына эшкә килеүенә бәғзеләр аптырап та ҡалғандыр, сөнки йәше­рен-батырыны юҡ, хәҙерге йәштәр үҫеш өсөн ҡулай булған ҡала поликлиникаларын, дауаханаларын йә булмаһа район үҙәктәрендәге ҙур медицина учреждениеларын үҙ итә. Был йәһәттән дә яуабы әҙер Эльвинаның: бер ваҡытта ла ҙур ҡала мөмкинлектәре уны ҡыҙыҡһындырмаған, һил ауыл тормошо, күңелгә яҡын таныш кешеләр менән аралашып, уларға файҙа килтереп лайыҡлы тормош юлы үтеү – белгестең хыялы.

Күҙәйҙәге медицина учреж­дениеһында бер табип, шәфҡәт туташтары, лаборатория белгестәре – йәмғеһе тиҫтәләп белгес эшләй.
Быға тиклем халыҡты оҙаҡ йылдар дауамында тәжрибәле доктор, кешелекле һәм кеселекле белгес Рида Ғәли ҡыҙы Теләпова дауа­лаған. Пенсия йәшенә еткәс тә кешеләрҙең үтенесе буйынса байтаҡ йылдар эшләгән әле ул. Урынына килгән йәш белгес Эльвина Мәсәлимованы ихлас ҡаршы алған, халыҡ менән танышып, эштең айышына төшөнгәнсе кәңәш­тәре менән ярҙамлашып, олпат тәжрибәһе менән уртаҡлашып, дәртләндереп торған.

– Коллектив мине, ғөмүмән, бик йылы ҡаршы алды. Хәйер, бында ихлас, ярҙамсыл кешеләр йәшә­гәнен һәм эшләгәнен алдан уҡ ишетеп белә инем. Шуға үҙем дә асыҡ күңелле, башҡаларға файҙалы булырға тырышам. Ауыл ерендә халыҡтың күҙ терәп торған табибы булыу иңгә иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ өҫтәй бит ул. Ҡайһы саҡта бәғзеләр, сире йонсотҡандан бигерәк, бер аҙ гәпләшеп, донъяуи хәлдәрҙе барлап алырға, йылы һүҙ ишетер өсөн дә инеп сыға. Мәҫәлән, кемдеңдер балалары оҙағыраҡ ҡайтмаған, ҡайһыһының ниндәйҙер ғәмәлгә күңеле ҡырылған... Бына ошондай ваҡытта ла ауылдаштарымды тыңларға, аңларға тырышам. Һүҙ менән дә күңел дауалана бит, – тип йылмая Эльвина Дамир ҡыҙы.

Хәйер, тормош һәүетемсә аҡһа ла, төрлө хәлдәр килеп тыуғанда, һәр саҡ тейешле медицина ярҙамы күрһәтә бындағы белгестәр. Дөйөм практика табибы Эльвина Мәсә­лимова, фельдшер-акушер, балалар шәфҡәт туташы, процедуралар яһаған шәфҡәт туташтары, анализдар алған лаборатория белгестәре – һәммәһе лә тәүлек әйләнәһенә халыҡтың һаулығы һағында. Стационар шарттарҙа дауаланыу өсөн алты койка-урын да ҡаралған. Ә Күҙәй ауыл биләмәһе ярайһы ғына ҙур: 11 ауылда ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң алыҫ тораҡ Күҙәйҙән 20 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, медицина ярҙамы кәрәк булған осраҡта, амбулаторияның махсус автомобиле һәм водителе бар.

...Күптән түгел йәш табип Эльвина Мәсәлимованың тормошонда тағы бер ҙур ваҡиға булған – һөйгән кешеһе менән ғаилә ҡорған ул. Тормош иптәше лә Благовар районынан, ауыл хужалығы белгесе. Эльвина кеүек Күҙәйҙе үҙ итә. Әлегә йәштәрҙең, әлбиттә, үҙ торлаҡтары юҡ, ваҡытлыса мөйөш табылған. Әммә тормоштарын йәмләп ебәрер­лек өмөттәре лә юҡ түгел: ер участкаһы һатып алғандар, “Ауыл табибы” программаһы буйынса түләнгән бер миллион һум аҡсаны ла торлаҡ өсөн тотонмаҡсылар.


Автор: Махсус битте Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521