Бүздәк районының Күҙәй ауылы район үҙәгенән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан: йомоштарҙы йомошлайым тиһәң, биш тиҫтә километрға яҡын юл үтергә кәрәк. Ә сирләп-фәлән китһәң? Ай-һай, тикшерелеү һәм дауаланыу өсөн был арала көн дә йөрөү һис тә еңелдән түгел, бигерәк тә балалы ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә. Шуға ла үҙендә 500-ләп самаһы кеше йәшәгән Күҙәй генә түгел, күрше-тирә ауылдарҙың халҡы өсөн дә урындағы табип амбулаторияһының даими эшләп тороуы ифрат мөһим. 1937 йылдан үҙ эшмәкәрлеген башлаған, тарихыбыҙҙың төрлө осорҙарын үткәргән, һәр саҡ халыҡ сәләмәтлеге һағында торған был учреждение иһә бөгөн яңы һулыш кисерә.
Кешеләрҙең бына ошондай ябай, әммә мөһим өмөттәрен аҡлап, ауыл тормошона йәнлелек һәм ышаныс өҫтәп, бынан ике йыл самаһы элек йәш табип Эльвина Мәсәлимова Күҙәйгә эшкә килгән. Благовар районының Мирный ауылында тыуып үҫкән ул. 2017 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.
– Атайым менән әсәйем – ябай ауыл кешеләре. Медицина менән ҡыҙыҡһыныу иһә бала саҡтан килә. Әллә ғаиләлә берҙән-бер бала булғанға, яҡындарым бер ваҡытта ла хыялдарымды сикләмәне – күңелемә ятҡан шөғөлдө һайланым. Бына ошолай, үҙем теләп-тырышып табип булып киттем, – ти Эльвина Дамир ҡыҙы.
Әле генә юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестең төпкөлдәге Күҙәй табиплыҡ амбулаторияһына эшкә килеүенә бәғзеләр аптырап та ҡалғандыр, сөнки йәшерен-батырыны юҡ, хәҙерге йәштәр үҫеш өсөн ҡулай булған ҡала поликлиникаларын, дауаханаларын йә булмаһа район үҙәктәрендәге ҙур медицина учреждениеларын үҙ итә. Был йәһәттән дә яуабы әҙер Эльвинаның: бер ваҡытта ла ҙур ҡала мөмкинлектәре уны ҡыҙыҡһындырмаған, һил ауыл тормошо, күңелгә яҡын таныш кешеләр менән аралашып, уларға файҙа килтереп лайыҡлы тормош юлы үтеү – белгестең хыялы.
Күҙәйҙәге медицина учреждениеһында бер табип, шәфҡәт туташтары, лаборатория белгестәре – йәмғеһе тиҫтәләп белгес эшләй.
Быға тиклем халыҡты оҙаҡ йылдар дауамында тәжрибәле доктор, кешелекле һәм кеселекле белгес Рида Ғәли ҡыҙы Теләпова дауалаған. Пенсия йәшенә еткәс тә кешеләрҙең үтенесе буйынса байтаҡ йылдар эшләгән әле ул. Урынына килгән йәш белгес Эльвина Мәсәлимованы ихлас ҡаршы алған, халыҡ менән танышып, эштең айышына төшөнгәнсе кәңәштәре менән ярҙамлашып, олпат тәжрибәһе менән уртаҡлашып, дәртләндереп торған.
– Коллектив мине, ғөмүмән, бик йылы ҡаршы алды. Хәйер, бында ихлас, ярҙамсыл кешеләр йәшәгәнен һәм эшләгәнен алдан уҡ ишетеп белә инем. Шуға үҙем дә асыҡ күңелле, башҡаларға файҙалы булырға тырышам. Ауыл ерендә халыҡтың күҙ терәп торған табибы булыу иңгә иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ өҫтәй бит ул. Ҡайһы саҡта бәғзеләр, сире йонсотҡандан бигерәк, бер аҙ гәпләшеп, донъяуи хәлдәрҙе барлап алырға, йылы һүҙ ишетер өсөн дә инеп сыға. Мәҫәлән, кемдеңдер балалары оҙағыраҡ ҡайтмаған, ҡайһыһының ниндәйҙер ғәмәлгә күңеле ҡырылған... Бына ошондай ваҡытта ла ауылдаштарымды тыңларға, аңларға тырышам. Һүҙ менән дә күңел дауалана бит, – тип йылмая Эльвина Дамир ҡыҙы.
Хәйер, тормош һәүетемсә аҡһа ла, төрлө хәлдәр килеп тыуғанда, һәр саҡ тейешле медицина ярҙамы күрһәтә бындағы белгестәр. Дөйөм практика табибы Эльвина Мәсәлимова, фельдшер-акушер, балалар шәфҡәт туташы, процедуралар яһаған шәфҡәт туташтары, анализдар алған лаборатория белгестәре – һәммәһе лә тәүлек әйләнәһенә халыҡтың һаулығы һағында. Стационар шарттарҙа дауаланыу өсөн алты койка-урын да ҡаралған. Ә Күҙәй ауыл биләмәһе ярайһы ғына ҙур: 11 ауылда ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң алыҫ тораҡ Күҙәйҙән 20 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, медицина ярҙамы кәрәк булған осраҡта, амбулаторияның махсус автомобиле һәм водителе бар.
...Күптән түгел йәш табип Эльвина Мәсәлимованың тормошонда тағы бер ҙур ваҡиға булған – һөйгән кешеһе менән ғаилә ҡорған ул. Тормош иптәше лә Благовар районынан, ауыл хужалығы белгесе. Эльвина кеүек Күҙәйҙе үҙ итә. Әлегә йәштәрҙең, әлбиттә, үҙ торлаҡтары юҡ, ваҡытлыса мөйөш табылған. Әммә тормоштарын йәмләп ебәрерлек өмөттәре лә юҡ түгел: ер участкаһы һатып алғандар, “Ауыл табибы” программаһы буйынса түләнгән бер миллион һум аҡсаны ла торлаҡ өсөн тотонмаҡсылар.