Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙгә тәҙрәләр кәрәк!”
“Беҙгә тәҙрәләр кәрәк!”Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы күп ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.

Баймаҡ районының Басай ауылы халҡы быйыл тәүге тапҡыр ошо программала ҡатнашырға теләк белдерә. Дөйөм йыйылышта кешеләр ике проблеманы күтәреп сыға һәм шуның һуңғыһына барыһы ла берҙәм тауыш бирә. 1990 йылда үҙ ишектәрен асҡан мәктәпкә ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Тәҙрәләр күптән сереп бөткән, йылыны тышҡа сығара, шунлыҡтан бүлмәләр түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Ата-әсәләр белем усағының тәҙрәләрен яңыртырға хәл итә.

Төркмән урта мәктәбенең филиалы булған белем усағында әле Басай һәм Иҫәнбәт ауылынан бөтәһе 40 бала уҡый. Шуларҙың 15-е – күп балалы ғаиләнән. Күрше Иҫәнбәт ауылынан көн һайын, “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы, 17 уҡыусы йөрөп белем ала. Бинала шулай уҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан, унда 13 кескәй йөрөй.

Филиал етәксеһе Гөлйемеш Әйүпова әйтеүенсә, проекттың дөйөм хаҡы — 1 миллион 200 мең һум. Ауыл халҡы был сумманың 10 процентын, йәғни 120 мең һумын йыйып тапшырырға тейеш. Әле халыҡтан 67 мең һум аҡса тупланған да инде.

— Иң мөһиме — проектта еңеп сығыу зарур, уның өсөн бар тырышлыҡты һалабыҙ. Биш кешенән торған инициатива төркөмө төҙөнөк, улар һәр өйҙән берәр мең һум аҡса йыя. Шулай уҡ мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә, бағыусылар һәм ошо белем усағында эшләп киткән уҡытыусылар ҙа ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ, — ти Гөлйемеш Әҙеһәм ҡыҙы.

Проект еңеп сыҡһа, мәктәптең тулыһынса 40 тәҙрәһе замансаға алмаштырыласаҡ. Шулай уҡ басайҙарҙың изге башланғысын иҫәнбәттәр ҙә хуплап ҡаршы алған. Улар ҙа маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ өлөшөн индермәксе, сөнки балаларҙың йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә белем алыуы барыһы өсөн дә уртаҡ теләк.

— “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының барлыҡҡа килеүе бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтле, сөнки тап ошо проект ярҙамында бөгөн күп урындарҙа йылдар буйы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә. Ниндәй проект өсөн тауыш бирергә һәм яҡларға икәнлеген ошондағы кешеләрҙән башҡа берәү ҙә яҡшы белмәй. Һәр тәҡдим улар тарафынан ныҡлы өйрәнелә һәм йыйылышта ауылдаштар хөкөмөнә сығарыла, — ти Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәриә Йыһаншина.

Әйткәндәй, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында Күсей ауылы халҡы ике тапҡыр ҡатнашҡан. Тәүгеһендә улар тракторлы булған, быйыл тулы булмаған белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре тулыһынса яңыртылған.

Берҙәм, дәртле, сәмле Басай ауылы халҡының тырышлығы һәм әүҙемлеге менән дә үҙҙәре тәҡдим иткән проект еңеп сығыр, белем усағының тәҙрәләре яңыртылыр, иманым камил.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Баймаҡ районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды

Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Был ҡарарға баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттары итеп һайланған МХО ҡатнашыусыларына уңыштар теләне
Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән 23.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар 23.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар...

Тотош уҡырға 1

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә 22.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ 22.09.2026 // Йәмғиәт

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында һөйләне....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды 22.09.2026 // Йәмғиәт

22-30 сентябрҙә республика биләмәһендә йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү ......

Тотош уҡырға 2

Nordwind авиакомпанияһы Сочи урынына Сухумға осасаҡ

Nordwind авиакомпанияһы Сочи урынына Сухумға осасаҡ 22.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Сочиға осоу программаһының бер өлөшөн Абхазияның баш ҡалаһына күсерәләр....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы 21.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 1

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә