Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйҙәребеҙ йылы булһын
Төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ килә.

Ауыл уртаһында йәшәгән бабайыма хәл белешергә индем. “Беҙҙең хәл һәйбәт инде, – тине ул, ҡыуанып. – Бына өлкәнәйгән көнөбөҙҙә рәхәткә сыҡтыҡ. Мейес яғып яфаланаһы түгел, ҡалалағы кеүек йәшәйбеҙ. Хәҙер йылы һыу ҙа бар”. Бер аҙҙан ауылдың икенсе урамында йәшәгән ағайыма юлландым. Тауҙай итеп ярған утынын өйөп йөрөй ине. “Бына шулай ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ, әллә ни эшләп беҙҙең урамға газ килеп етмәне. Ана булыр, бына булыр тип көтә торғас, ун йыл үтеп тә китте”, – тине ул уфтанып.

Бындай хәл, моғайын, миңә генә таныш түгелдер. Республика төбәктәрен зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 80 проценттан күберәк тәшкил итһә лә, бөтәһе лә бындай уңайлыҡтан файҙалана алмауы хаҡында һүҙ әленән-әле ҡуҙғатыла. Бәғзе бер урындарҙа торбалар һуҙылһа ла, күп йорттар әле һаман ут менән йылытыла. Икенсе төбәктәрҙә ярты ауылда бар, яртыһында юҡ.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кәмселекте бөтөрөү зарурлығы, халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу хаҡында йыш телгә ала. Былтыр Мәскәүҙә “Газпром” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашыуҙа ла ошо хаҡта һөйләште. Әлбиттә, был юҫыҡта шаҡтай эш алып барылған. Мәҫәлән, 2005 – 2016 йылдарҙа “Газпром” республикаға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн 3,8 миллиард һум күләмендә инвестиция һалған, дөйөм оҙонлоғо 483 километр тәшкил иткән 25 ҡасаба-ара газ үткәргес һуҙылған. Ошо осорҙа Баш­ҡортостанда газ үткәреү күләме 78,5 проценттан 91-гә еткән, ә Рәсәйҙә был һан – уртаса 67,2 процент.

Бөгөн “Газпром” Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында газ үткәргестәр һуҙыу менән мәшғүл. Йәнә шуныһы ла мәғлүм булһын: былтыр “Газпром” менән Башҡортостан Хөкүмәте республика ауылдарына 2021 йылға тиклем торбалар һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеү программаһын раҫланы. Документҡа ярашлы, төбәктә 52 мең йортҡа һәм фатирға, 104 ауыл, ҡасаба биләмәһендә 209 ҡаҙанлыҡҡа яғыулыҡ үткәрелергә тейеш.

Әйткәндәй, күптән түгел “Газпром” йәмғиәтенә ҡараған предприятиеларҙың юбилей тантанаһында ла ошо хаҡта һүҙ булды. Рөстәм Зәки улы сарала тармаҡ эшсәндәренең хеҙмәтен юғары баһалап, алда торған бурысты билдәләне.

– “Газпром”дың тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында беҙҙең йорттарыбыҙ йылы, уңайлы. Иҡтисад тотороҡло үҫешә, ә ҡалалар һәм ауылдар төҙөкләнә бара, – тип баһа бирҙе Рөстәм Зәки улы. – Нефть һәм газ тулайым төбәк продуктын һәм ҡаҙнаға табыш килтергән, иҡтисадтың нигеҙен тәшкил иткән тармаҡтарҙан һанала. Газ компаниялары социаль инфраструктураны үҫтереүҙә, ҙур күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим өлөш индерә. Былар барыһы ла республика халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн эшләнә.

“Газпром” йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев иһә былай тине: “Иң төп тема – төбәккә газ үткәреү. Рәсми статистика яҡшы булһа ла, башҡа­раһы эштәр бар әле, бөгөн был яғыулыҡты файҙалана алмағандар етерлек. Сәбәбен хакимиәттәр күп сығымдар талап итеү менән аңлата. Бөгөн беҙ Рөстәм Хәмитов менән был эште нисек тә булһа арзаныраҡ итеү хаҡында һөйләштек. Үҙебеҙҙең тәбиғи байлыҡты файҙаланыу һәр кемдең хәленән килһен өсөн Башҡортостан сы­ғым­дың яртыһын тиерлек субсидияларға әҙер. Ҡалғаны ниндәй техника эшләүе, ниндәй компрессор булыуы ябай халыҡты ҡыҙыҡһын­дырмай. Уға газ арзан, ышаныслы булыуы мөһим. “Газпром трансгаз Уфа” тарафынан йыл һайын 100 миллиард куб метрҙан ашыу зәңгәр яғыулыҡ сығарыла.”Газпром Башҡортостанда” ассоциацияһының 25 мең хеҙмәткәре ең һыҙғанып эшләй”, – тине ул.

Әйткәндәй, республикала автотранспортты арзан һәм экологик йәһәттән таҙа яғыулыҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә һиҙелерлек эштәр башҡарыла. Шулай уҡ газ моторы техникалары үҫеше хаҡын­да килешеү төҙөлгән. Бынан тыш, яҡтар “Газпром” мәнфәғәтендә республика ойош­маларының юғары технологиялы про­дук­цияһын файҙаланыуҙы киңәйтеү проекты­ның юл картаһына ҡул ҡуйған. Шулай уҡ бөгөн республикала газ менән заправкалау станциялары селтәре үҫешенә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, күптән түгел Сибай ҡалаһында төбәкте 17-се метан менән тәьмин итеү заправкаһы асылды.

Әле биш районда станция булдырыу өсөн махсус участкалар бүлеүгә килешеү төҙөлгән. Кадастр эштәре алып барыла, проекттың паспорты әҙерләнә. Ошо йәһәттән дә Валерий Голубев үҙ ҡарашын белдерҙе.

– Был проект илгә иҡтисади һәм экологик йәһәттән дә мөһим. Башҡортостан транспортты газ яғыулығына күсереүгә яуаплы ҡарай. Әгәр һәр төбәк “беҙ газ моторлы 100 автобус алдыҡ” тип әйтһә, ниндәй ҙур уңыш булыр ине. Әлегә беҙ бындай хәбәрҙе Башҡортостандан ғына ишетәбеҙ, – тине ул.


Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528