Төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ килә.
Ауыл уртаһында йәшәгән бабайыма хәл белешергә индем. “Беҙҙең хәл һәйбәт инде, – тине ул, ҡыуанып. – Бына өлкәнәйгән көнөбөҙҙә рәхәткә сыҡтыҡ. Мейес яғып яфаланаһы түгел, ҡалалағы кеүек йәшәйбеҙ. Хәҙер йылы һыу ҙа бар”. Бер аҙҙан ауылдың икенсе урамында йәшәгән ағайыма юлландым. Тауҙай итеп ярған утынын өйөп йөрөй ине. “Бына шулай ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ, әллә ни эшләп беҙҙең урамға газ килеп етмәне. Ана булыр, бына булыр тип көтә торғас, ун йыл үтеп тә китте”, – тине ул уфтанып.
Бындай хәл, моғайын, миңә генә таныш түгелдер. Республика төбәктәрен зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 80 проценттан күберәк тәшкил итһә лә, бөтәһе лә бындай уңайлыҡтан файҙалана алмауы хаҡында һүҙ әленән-әле ҡуҙғатыла. Бәғзе бер урындарҙа торбалар һуҙылһа ла, күп йорттар әле һаман ут менән йылытыла. Икенсе төбәктәрҙә ярты ауылда бар, яртыһында юҡ.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кәмселекте бөтөрөү зарурлығы, халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу хаҡында йыш телгә ала. Былтыр Мәскәүҙә “Газпром” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашыуҙа ла ошо хаҡта һөйләште. Әлбиттә, был юҫыҡта шаҡтай эш алып барылған. Мәҫәлән, 2005 – 2016 йылдарҙа “Газпром” республикаға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн 3,8 миллиард һум күләмендә инвестиция һалған, дөйөм оҙонлоғо 483 километр тәшкил иткән 25 ҡасаба-ара газ үткәргес һуҙылған. Ошо осорҙа Башҡортостанда газ үткәреү күләме 78,5 проценттан 91-гә еткән, ә Рәсәйҙә был һан – уртаса 67,2 процент.
Бөгөн “Газпром” Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында газ үткәргестәр һуҙыу менән мәшғүл. Йәнә шуныһы ла мәғлүм булһын: былтыр “Газпром” менән Башҡортостан Хөкүмәте республика ауылдарына 2021 йылға тиклем торбалар һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеү программаһын раҫланы. Документҡа ярашлы, төбәктә 52 мең йортҡа һәм фатирға, 104 ауыл, ҡасаба биләмәһендә 209 ҡаҙанлыҡҡа яғыулыҡ үткәрелергә тейеш.
Әйткәндәй, күптән түгел “Газпром” йәмғиәтенә ҡараған предприятиеларҙың юбилей тантанаһында ла ошо хаҡта һүҙ булды. Рөстәм Зәки улы сарала тармаҡ эшсәндәренең хеҙмәтен юғары баһалап, алда торған бурысты билдәләне.
– “Газпром”дың тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында беҙҙең йорттарыбыҙ йылы, уңайлы. Иҡтисад тотороҡло үҫешә, ә ҡалалар һәм ауылдар төҙөкләнә бара, – тип баһа бирҙе Рөстәм Зәки улы. – Нефть һәм газ тулайым төбәк продуктын һәм ҡаҙнаға табыш килтергән, иҡтисадтың нигеҙен тәшкил иткән тармаҡтарҙан һанала. Газ компаниялары социаль инфраструктураны үҫтереүҙә, ҙур күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим өлөш индерә. Былар барыһы ла республика халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн эшләнә.
“Газпром” йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев иһә былай тине: “Иң төп тема – төбәккә газ үткәреү. Рәсми статистика яҡшы булһа ла, башҡараһы эштәр бар әле, бөгөн был яғыулыҡты файҙалана алмағандар етерлек. Сәбәбен хакимиәттәр күп сығымдар талап итеү менән аңлата. Бөгөн беҙ Рөстәм Хәмитов менән был эште нисек тә булһа арзаныраҡ итеү хаҡында һөйләштек. Үҙебеҙҙең тәбиғи байлыҡты файҙаланыу һәр кемдең хәленән килһен өсөн Башҡортостан сығымдың яртыһын тиерлек субсидияларға әҙер. Ҡалғаны ниндәй техника эшләүе, ниндәй компрессор булыуы ябай халыҡты ҡыҙыҡһындырмай. Уға газ арзан, ышаныслы булыуы мөһим. “Газпром трансгаз Уфа” тарафынан йыл һайын 100 миллиард куб метрҙан ашыу зәңгәр яғыулыҡ сығарыла.”Газпром Башҡортостанда” ассоциацияһының 25 мең хеҙмәткәре ең һыҙғанып эшләй”, – тине ул.
Әйткәндәй, республикала автотранспортты арзан һәм экологик йәһәттән таҙа яғыулыҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә һиҙелерлек эштәр башҡарыла. Шулай уҡ газ моторы техникалары үҫеше хаҡында килешеү төҙөлгән. Бынан тыш, яҡтар “Газпром” мәнфәғәтендә республика ойошмаларының юғары технологиялы продукцияһын файҙаланыуҙы киңәйтеү проектының юл картаһына ҡул ҡуйған. Шулай уҡ бөгөн республикала газ менән заправкалау станциялары селтәре үҫешенә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, күптән түгел Сибай ҡалаһында төбәкте 17-се метан менән тәьмин итеү заправкаһы асылды.
Әле биш районда станция булдырыу өсөн махсус участкалар бүлеүгә килешеү төҙөлгән. Кадастр эштәре алып барыла, проекттың паспорты әҙерләнә. Ошо йәһәттән дә Валерий Голубев үҙ ҡарашын белдерҙе.
– Был проект илгә иҡтисади һәм экологик йәһәттән дә мөһим. Башҡортостан транспортты газ яғыулығына күсереүгә яуаплы ҡарай. Әгәр һәр төбәк “беҙ газ моторлы 100 автобус алдыҡ” тип әйтһә, ниндәй ҙур уңыш булыр ине. Әлегә беҙ бындай хәбәрҙе Башҡортостандан ғына ишетәбеҙ, – тине ул.