Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйле
Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйлеЮғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Игорь Данилконы Туймазы яҡтарында сәйәхәтсе тип йөрөтәләр. Хәйер, быны Игорь Михайловичтың ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һөнәре менән аңлатырға кәрәктер. Ниндәй география уҡытыусыһы өйҙә ятып ҡына бала күңелендә үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята алһын инде! Игорь Данилко ла шундай фекерҙә. Төрлө ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәт ҡылыу, тәбиғәт күренештәрен өйрәнеү, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләү, 45 минут дауамында уҡыусыға онотолмаҫ дәрес биреү — былар барыһы ла уҡытыусының эш алымынан да бигерәк йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. “Бөгөн ябай уҡытыусы сифатында ғына теге йәки был фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыуы ауыр. Һин йә философ, йә лирик, йә романтик булырға тейешһең. Мин сәйәхәтсе ролен һайланым”, — ти ул. Ысын уҡытыусы дан-шөһрәт Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйлеменән түгел, аҡыллы уҡыусылары менән бәхетле, тиһәләр ҙә, Башҡортостан Республикаһы Президентының Указына ярашлы төрлө юғары наградаларға лайыҡ булған фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар араһында Игорь Михайловичтың да исем-шәрифен күреп, уның өсөн сикһеҙ ҡыуандыҡ.
— Белем биреү — иң ауыр хеҙмәт, — тине бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Тормошта уҡытыусынан да изгерәк, абруйлыраҡ һөнәр юҡтыр. Улар тәү сиратта бала күңеленә теләктәшлек һәм миһырбанлыҡ нигеҙҙәрен һала, йәмғиәтебеҙҙең интеллектуаль һәм әхлаҡи нигеҙен формалаштыра. Илдең дә киләсәге уҡытыусының яуаплылығына, фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле. Шуға мәғариф өлкәһенең тотороҡло үҫешенә Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйлеберәү ҙә битараф ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, талаптар арта. Уҡытыусы бер туҡтауһыҙ үҫергә, камиллашырға, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, быға булышлыҡ итергә тейеш.
Был көндө тиҫтәнән ашыу кеше үҙ хеҙмәтенең, тырышлығының һөҙөмтәһен татыны, юғары баһа алды, маҡтау һүҙҙәрен ишетте. Уҡытыусылар, фән эшмәкәрҙәре юғары педагогик оҫталыҡтары өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйлеисемдәр алып ҡыуанды. Иң мөһиме: уларҙың барыһы ла был абруйлы исемдәргә лайыҡ — һәр ҡайһыһының иңендә тәжрибә, оҫталыҡ, тырышлыҡ ята. Мәҫәлән, Салауат районының Тирмән урта мәктәбе уҡытыусыһы Рим Миһрановтың уҡыусыларын төбәктә күптән “математиктар” тип йөрөтәләр икән. Мәғариф министры билдәләүенсә, Салауат яҡтарында, ғөмүмән, теүәл фәндәргә иғтибар көслө.
— Сәбәбе — Рим Ғәлимулла улы ише тәжрибәле уҡытыусыларҙа, — тине министр.
Илдең киләсәге уҡытыусыға бәйле
Рим Миһрановтың фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланды.
Башҡортостан кооператив техникумы директоры Әнүәр Абдрахмановтың хеҙмәтенә ҡарата ла тик йылы һүҙҙәр әйтелде был көндө.
— Техникум төрлө йүнәлештә кадрҙар әҙерләү буйынса оло бер системаны хасил итте. Шуныһы мөһим: уҡыу йорто республикала иң беренселәрҙән булып коммерция ҡарамағына күсте. Яңы эш алымын камил өйрәнәләр. Бында һис шикһеҙ етәксенең булдыҡлылығын билдәләп үтеү мөһим, — тине Әлфис Суфиян улы һәм Әнүәр Муллағәле улына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
— Был юғары наградаларҙы тәү сиратта уҡыусыларыбыҙға, студенттарыбыҙға ҡайтарып ҡалдырыр инек. Һәләтле, аҡыллы уҡыусылар менән генә яҡшы уҡытыусы булырға мөмкин. Беҙҙе улар үҫтерә, яңы үрҙәргә, бейеклектәргә дәртләндерә, — тине бүләкләнеүселәр.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521