Юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Игорь Данилконы Туймазы яҡтарында сәйәхәтсе тип йөрөтәләр. Хәйер, быны Игорь Михайловичтың ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һөнәре менән аңлатырға кәрәктер. Ниндәй география уҡытыусыһы өйҙә ятып ҡына бала күңелендә үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята алһын инде! Игорь Данилко ла шундай фекерҙә. Төрлө ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәт ҡылыу, тәбиғәт күренештәрен өйрәнеү, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләү, 45 минут дауамында уҡыусыға онотолмаҫ дәрес биреү — былар барыһы ла уҡытыусының эш алымынан да бигерәк йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. “Бөгөн ябай уҡытыусы сифатында ғына теге йәки был фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыуы ауыр. Һин йә философ, йә лирик, йә романтик булырға тейешһең. Мин сәйәхәтсе ролен һайланым”, — ти ул. Ысын уҡытыусы дан-шөһрәт
менән түгел, аҡыллы уҡыусылары менән бәхетле, тиһәләр ҙә, Башҡортостан Республикаһы Президентының Указына ярашлы төрлө юғары наградаларға лайыҡ булған фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар араһында Игорь Михайловичтың да исем-шәрифен күреп, уның өсөн сикһеҙ ҡыуандыҡ.
— Белем биреү — иң ауыр хеҙмәт, — тине бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Тормошта уҡытыусынан да изгерәк, абруйлыраҡ һөнәр юҡтыр. Улар тәү сиратта бала күңеленә теләктәшлек һәм миһырбанлыҡ нигеҙҙәрен һала, йәмғиәтебеҙҙең интеллектуаль һәм әхлаҡи нигеҙен формалаштыра. Илдең дә киләсәге уҡытыусының яуаплылығына, фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле. Шуға мәғариф өлкәһенең тотороҡло үҫешенә
берәү ҙә битараф ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, талаптар арта. Уҡытыусы бер туҡтауһыҙ үҫергә, камиллашырға, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, быға булышлыҡ итергә тейеш.
Был көндө тиҫтәнән ашыу кеше үҙ хеҙмәтенең, тырышлығының һөҙөмтәһен татыны, юғары баһа алды, маҡтау һүҙҙәрен ишетте. Уҡытыусылар, фән эшмәкәрҙәре юғары педагогик оҫталыҡтары өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы
исемдәр алып ҡыуанды. Иң мөһиме: уларҙың барыһы ла был абруйлы исемдәргә лайыҡ — һәр ҡайһыһының иңендә тәжрибә, оҫталыҡ, тырышлыҡ ята. Мәҫәлән, Салауат районының Тирмән урта мәктәбе уҡытыусыһы Рим Миһрановтың уҡыусыларын төбәктә күптән “математиктар” тип йөрөтәләр икән. Мәғариф министры билдәләүенсә, Салауат яҡтарында, ғөмүмән, теүәл фәндәргә иғтибар көслө.
— Сәбәбе — Рим Ғәлимулла улы ише тәжрибәле уҡытыусыларҙа, — тине министр.
Рим Миһрановтың фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланды.
Башҡортостан кооператив техникумы директоры Әнүәр Абдрахмановтың хеҙмәтенә ҡарата ла тик йылы һүҙҙәр әйтелде был көндө.
— Техникум төрлө йүнәлештә кадрҙар әҙерләү буйынса оло бер системаны хасил итте. Шуныһы мөһим: уҡыу йорто республикала иң беренселәрҙән булып коммерция ҡарамағына күсте. Яңы эш алымын камил өйрәнәләр. Бында һис шикһеҙ етәксенең булдыҡлылығын билдәләп үтеү мөһим, — тине Әлфис Суфиян улы һәм Әнүәр Муллағәле улына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
— Был юғары наградаларҙы тәү сиратта уҡыусыларыбыҙға, студенттарыбыҙға ҡайтарып ҡалдырыр инек. Һәләтле, аҡыллы уҡыусылар менән генә яҡшы уҡытыусы булырға мөмкин. Беҙҙе улар үҫтерә, яңы үрҙәргә, бейеклектәргә дәртләндерә, — тине бүләкләнеүселәр.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА