Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Балаларға хеҙмәт итәм!”
“Балаларға хеҙмәт итәм!”Яңы тирткән бөрөгә һут, яҡтылыҡ биргән көләс яҙ, бәләкәс йөрәктәргә наҙ һәм ут һалған тылсым эйәһе, тура юлды күрһәтер маяҡ... Уҡытыусыларҙы ошондай төшөнсәләр менән юҡҡа ғына сағыштырманылар кисәге байрамда. Ысынлап та, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә йылдан-йыл көслөрәк, маһирыраҡ, эшен мөкиббән яратҡан, яңы быуын өсөн янып-көйөп хеҙмәт иткән һөнәр оҫталары майҙан тота.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек: республиканың иң яҡшы педагогтарын асыҡлау, уларҙы үҫтереү, тәжрибәһен өйрәнеү ниәтендә үткәрелгән “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең төп конкурсында быйыл 59 уҡытыусы һынау тотто. Конкурсанттарҙың араһында өс тиҫтә йылдан ашыу педагогик стажға, ҙур тәжрибәгә эйә уҡытыусылар ҙа, белем биреү өлкәһенә күптән түгел аяҡ баҫҡан һәм киләсәген шунда күргән тырыш, тәүәккәл йәштәр ҙә булды. Бер аҙналыҡ көсөргәнешле ярыш ике турҙа үтте. Яңы педагогик проектты яҡлау, дәрес биреп, уға анализ яһау, уҡыусылар һайлаған темаға класс сәғәте үткәреү буйынса “Балаларға хеҙмәт итәм!”һынауҙы уңышлы атҡарып сыҡҡан бәйгеселәр араһынан иң күп балл йыйған 15 уҡытыусы ғына икенсе турға дәғүә итте. Уларға оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, асыҡ фекер алышыуҙа һөнәри маһирлығын иҫбатлау мөмкинлеге бирелде.
— Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренә бағланған өмөттө тулыһынса аҡланы, — тине республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов педагогик бәйгене йомғаҡлау тантанаһында. — Заманса белем биреүгә ынтылыш, һөнәри оҫталыҡ, һайлаған юлға тоғролоҡ — быларҙың барыһына ла эйә педагогтарыбыҙ.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин етәкселегендәге жюри ағзалары, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, сарала ҡатнашҡан башҡа ҡунаҡтар ҙа педагогик конкурсты юғары баһаланы, уның уҡытыусылар өсөн генә түгел, тотош йәмғиәткә кәрәклеген билдәләне.
“Балаларға хеҙмәт итәм!”Тантанала, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсынан тыш, иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында барған ярыштарға ла йомғаҡ яһалды. Бәйгеселәр һигеҙ номинация буйынса бүләкләнде, һәр төр ярыш буйынса призерҙар һәм еңеүселәр асыҡланды. “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” исеменә Яңауыл районының Ҡарман мәктәбенән Айгөл Мәрҙәнова лайыҡ булһа, Өфө ҡалаһының 56-сы лицейынан Әлфирә Бабикова “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте “Балаларға хеҙмәт итәм!”уҡытыусыһы-2012” булып танылды.
Тиңдәр араһында иң яҡшыларҙы билдәләү тантанаһы мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә иғтибарҙың артыуын тағы ла бер дәлилләне — “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында Өфөнөң 107-се лицейында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән Лимма Сержанина еңеү яуланы! Өс төр конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә лә тап ул лайыҡ булды.
— Хеҙмәтебеҙгә иғтибар өсөн барығыҙға ла рәхмәт, — тине Лимма Сержанина. — Хәрбиҙәр: “Тыуған илгә хеҙмәт итәм!” — тип ант бирә, ә мин: “Балаларға хеҙмәт итәм!” — тип ҙур ышаныс менән әйтәм.
Дилбәр ИШМОРАТОВА

“Балаларға хеҙмәт итәм!”“Балаларға хеҙмәт итәм!”
“Балаларға хеҙмәт итәм!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Дилар
    Дилар от 19.06.2012, 17:01
    Бик шэп макале, Дилберга уныштар телайем.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519