Яңы тирткән бөрөгә һут, яҡтылыҡ биргән көләс яҙ, бәләкәс йөрәктәргә наҙ һәм ут һалған тылсым эйәһе, тура юлды күрһәтер маяҡ... Уҡытыусыларҙы ошондай төшөнсәләр менән юҡҡа ғына сағыштырманылар кисәге байрамда. Ысынлап та, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә йылдан-йыл көслөрәк, маһирыраҡ, эшен мөкиббән яратҡан, яңы быуын өсөн янып-көйөп хеҙмәт иткән һөнәр оҫталары майҙан тота.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек: республиканың иң яҡшы педагогтарын асыҡлау, уларҙы үҫтереү, тәжрибәһен өйрәнеү ниәтендә үткәрелгән “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең төп конкурсында быйыл 59 уҡытыусы һынау тотто. Конкурсанттарҙың араһында өс тиҫтә йылдан ашыу педагогик стажға, ҙур тәжрибәгә эйә уҡытыусылар ҙа, белем биреү өлкәһенә күптән түгел аяҡ баҫҡан һәм киләсәген шунда күргән тырыш, тәүәккәл йәштәр ҙә булды. Бер аҙналыҡ көсөргәнешле ярыш ике турҙа үтте. Яңы педагогик проектты яҡлау, дәрес биреп, уға анализ яһау, уҡыусылар һайлаған темаға класс сәғәте үткәреү буйынса
һынауҙы уңышлы атҡарып сыҡҡан бәйгеселәр араһынан иң күп балл йыйған 15 уҡытыусы ғына икенсе турға дәғүә итте. Уларға оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, асыҡ фекер алышыуҙа һөнәри маһирлығын иҫбатлау мөмкинлеге бирелде.
— Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренә бағланған өмөттө тулыһынса аҡланы, — тине республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов педагогик бәйгене йомғаҡлау тантанаһында. — Заманса белем биреүгә ынтылыш, һөнәри оҫталыҡ, һайлаған юлға тоғролоҡ — быларҙың барыһына ла эйә педагогтарыбыҙ.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин етәкселегендәге жюри ағзалары, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, сарала ҡатнашҡан башҡа ҡунаҡтар ҙа педагогик конкурсты юғары баһаланы, уның уҡытыусылар өсөн генә түгел, тотош йәмғиәткә кәрәклеген билдәләне.
Тантанала, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсынан тыш, иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында барған ярыштарға ла йомғаҡ яһалды. Бәйгеселәр һигеҙ номинация буйынса бүләкләнде, һәр төр ярыш буйынса призерҙар һәм еңеүселәр асыҡланды. “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” исеменә Яңауыл районының Ҡарман мәктәбенән Айгөл Мәрҙәнова лайыҡ булһа, Өфө ҡалаһының 56-сы лицейынан Әлфирә Бабикова “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы-2012” булып танылды.
Тиңдәр араһында иң яҡшыларҙы билдәләү тантанаһы мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә иғтибарҙың артыуын тағы ла бер дәлилләне — “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында Өфөнөң 107-се лицейында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән Лимма Сержанина еңеү яуланы! Өс төр конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә лә тап ул лайыҡ булды.
— Хеҙмәтебеҙгә иғтибар өсөн барығыҙға ла рәхмәт, — тине Лимма Сержанина. — Хәрбиҙәр: “Тыуған илгә хеҙмәт итәм!” — тип ант бирә, ә мин: “Балаларға хеҙмәт итәм!” — тип ҙур ышаныс менән әйтәм.
Дилбәр ИШМОРАТОВА