Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маһирлыҡҡа ни етә!
Маһирлыҡҡа ни етә!“Ул — һәйбәт уҡытыусы, теманы төплө итеп аңлата. Алсаҡ, мөләйем кеше. Матур, килешле итеп кейенә. Дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә”, — ти Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы тураһында һигеҙенселәр.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы Дуланова баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында физиканан белем бирә. Тәжрибәле, абруйлы уҡытыусы Яңы йылды матур уңыштар менән ҡаршыланы. Әйҙәгеҙ, хеҙмәт емештәренә күҙ һалайыҡ әле. Юғары категориялы мөғәллимә быйыл тәүгә “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә һәм баш ҡаланың Киров районы мәктәптәре уҡытыусылары араһында икенсе урынды ала. Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы “Дәрестәрҙә информацион технологиялар ҡулланыу” номинацияһында уңышҡа өлгәшә.
Әлбиттә, еңеү бер көндә генә яуланмай. Балаларға һөйөү, һөнәреңде яратыу, үҙ өҫтөңдә ныҡышмалы эшләү, тырышлыҡ, ваҡыт менән иҫәпләшмәү кеүек сифаттар ята уның нигеҙендә. Эйе, егерме йылдан ашыу хеҙмәт осоронда бай тәжрибә тупланған, ышаныслы һәм һөҙөмтәле алдынғы уҡытыу алымдары үҙләштерелгән.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы уҡыусыларҙы фән серҙәренә төшөндөргәндә уларҙың һәләттәрен асыҡлау, логик фекерләүен үҫтереү бурысын ҡуя. Бының өсөн эшендә ғәмәли-эҙләнеү методикаһын киң ҡуллана. Физика фәненә төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныу уятыу балаларҙың белемендә сағылмай ҡалмай. Мәҫәлән, уның уҡыусылары Пермдә уҙған халыҡ-ара олимпиадала III урын, “ХХI быуат лабораторияһы” республика конкурсында — II урын, “Киләсәккә аҙым” республика техник олимпиадаһында III урын ала. Ғилми эштәр Өфө дәүләт авиация техник университетының нанотехнология, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының теоретик физика кафедралары ғалимдары менән берлектә эшләнә. Шулай мәктәптә үк балалар фәнгә ылыҡтырыла.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙын коллективта барыһы ла ихтирам итә. Мәктәп етәкселеге маҡтаулы баһа бирә.
— Юғары профессиональ маһирлыҡҡа эйә булған уҡытыусы. Үҙенең предметын камил белә. Ҡатын-ҡыҙға физика уҡытыусыһы булыу бик үк ҡулай түгел, тиһәләр ҙә, Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы үҙ эшен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булараҡ та ул беҙҙең һоҡланғыс коллегабыҙ, — ти уҡыу йорто директоры Гөлназ Әхмәҙиева.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Сәғирә Әхмәтовна
    Сәғирә Әхмәтовна от 06.04.2012, 18:44
    Хәйерле көн! Уҡытыусыларға арналған мәҡәләләрҙе (айырыуса ныҡ) иғтибар менән уҡып барам. Мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе бер-береһенә бер ваҡытта ла тап килмәй. Шул уҡ ваҡытта һәр уҡытыусының үҙенә генә хас сифаттарын бик йәтеш итеп кенә асып һалалар. Күп коллегаларымды беләм, таныйым, улар тураһында уҡығас, "ысынлап та уға тап килә" тип хайран ҡалам. Хәбәрселәргә, шулай уҡ бөтә хеҙмәткәрҙәргә, ғөмүмән, "Башҡортостан" гәзитенә "мәктәп ене ҡағылған" уҡытыусыны баһалауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521