“Ул — һәйбәт уҡытыусы, теманы төплө итеп аңлата. Алсаҡ, мөләйем кеше. Матур, килешле итеп кейенә. Дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә”, — ти Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы тураһында һигеҙенселәр.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы Дуланова баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында физиканан белем бирә. Тәжрибәле, абруйлы уҡытыусы Яңы йылды матур уңыштар менән ҡаршыланы. Әйҙәгеҙ, хеҙмәт емештәренә күҙ һалайыҡ әле. Юғары категориялы мөғәллимә быйыл тәүгә “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә һәм баш ҡаланың Киров районы мәктәптәре уҡытыусылары араһында икенсе урынды ала. Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы “Дәрестәрҙә информацион технологиялар ҡулланыу” номинацияһында уңышҡа өлгәшә.
Әлбиттә, еңеү бер көндә генә яуланмай. Балаларға һөйөү, һөнәреңде яратыу, үҙ өҫтөңдә ныҡышмалы эшләү, тырышлыҡ, ваҡыт менән иҫәпләшмәү кеүек сифаттар ята уның нигеҙендә. Эйе, егерме йылдан ашыу хеҙмәт осоронда бай тәжрибә тупланған, ышаныслы һәм һөҙөмтәле алдынғы уҡытыу алымдары үҙләштерелгән.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы уҡыусыларҙы фән серҙәренә төшөндөргәндә уларҙың һәләттәрен асыҡлау, логик фекерләүен үҫтереү бурысын ҡуя. Бының өсөн эшендә ғәмәли-эҙләнеү методикаһын киң ҡуллана. Физика фәненә төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныу уятыу балаларҙың белемендә сағылмай ҡалмай. Мәҫәлән, уның уҡыусылары Пермдә уҙған халыҡ-ара олимпиадала III урын, “ХХI быуат лабораторияһы” республика конкурсында — II урын, “Киләсәккә аҙым” республика техник олимпиадаһында III урын ала. Ғилми эштәр Өфө дәүләт авиация техник университетының нанотехнология, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының теоретик физика кафедралары ғалимдары менән берлектә эшләнә. Шулай мәктәптә үк балалар фәнгә ылыҡтырыла.
Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙын коллективта барыһы ла ихтирам итә. Мәктәп етәкселеге маҡтаулы баһа бирә.
— Юғары профессиональ маһирлыҡҡа эйә булған уҡытыусы. Үҙенең предметын камил белә. Ҡатын-ҡыҙға физика уҡытыусыһы булыу бик үк ҡулай түгел, тиһәләр ҙә, Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы үҙ эшен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булараҡ та ул беҙҙең һоҡланғыс коллегабыҙ, — ти уҡыу йорто директоры Гөлназ Әхмәҙиева.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ