Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңған хужабикәләрҙең тәҙрә төптәрендә борос, помидор үҫентеләре шаулап ултыра, ихатала «сип-сип» тигән тауыштар ишетелә. Ошо себештәр, атап әйткәндә, бройлерҙарҙы юғалтыуһыҙ үҫтереү өсөн бер нисә кәңәш бирергә теләйем, һүҙ бройлер себештәрен һатып алыу, урын әҙерләп ашатыу тураһында булыр.


Һатып алыу

Күп кенә шәхси хужалыҡтар бройлер себештәрен беренсе 5-10 көндә ҡарауы ауыр, тап ошо осорҙа юғал­тыуҙар күберәк була, тип зарлана. Ғәҙәттә, бройлер себештә­ренең бер көнлөгөн һатып алалар. Әммә 10 көнлөгөн алһаң, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки юғалтыуҙар әҙерәк була.
Урам буйында һатып йөрөгән­дәрҙән алһаң (әгәр ҙә белгән кешең булмаһа), себештәрҙең ҡасан сыҡҡан ваҡыты ла билдәле булмай, юлда улар йонсоп, асығып бөтөүҙәре, ваҡытында тейешле аҙыҡ алып өлгөрмәгән булыуҙары мөмкин. Себештең ҡанатын асып ҡарағыҙ: әгәр ҙә ҡанатта мамыҡ йөндәре юҡ икән, себеш 10-18 сәғәтлек кенә, ә бына бумалаға оҡшаған мамыҡ булһа, бер тәүлектән ашыу ғүмер йәшәгән. Тимәк, юлда күп йөрөгән, тейешле тәүге аҙығын ашай алмаған.
Себештең тәне 6 сәғәттә кибә, ә 18-24 сәғәттән ул инде сипелдәп ашарға эҙләй башлай. Әҙ хәрәкәт итеүсе, ҡорһаҡ өлөшө ҡаты булған, ҡанаттары төшкәндәр оҙаҡ йәшә­мәйәсәк. Шулай уҡ кендеге ҡанаған, күҙендә нуры булмаған, башы, суҡышы һәм аяғы имгәнгәндәр ҙә үҫтереүгә бармай.

Урын әҙерләү

Себеш алыр алдынан мөһим эштәр­ҙең береһе – уларға урын әҙерләү.
Ҡайҙа ғына булмаһын, урыны таҙа, һауа температураһы 30-32 градус йылы булырға тейеш. Ике-өс тиҫтә себеш өсөн 100-150 Вт-лы лампаның йылыһы етә. Ә йөҙ һәм унан күберәк бройлер тотһаң, белгестәр кәңәше буйынса айырым йылытҡыс яһарға кәрәк. Йылылыҡ мөһим, ләкин артыҡ йылыла бройлерҙар йонсой, хәрәкәт итеүҙәре тотҡарлана, үҙҙәрен хәлһеҙ тота. Төрлө яҡҡа тарала, тын алыуы ауырлаша, күп һыу эсә башлайҙар.
Әгәр һалҡын булһа, тәүҙә ныҡ итеп сипелдәйҙәр ҙә, һуңынан өйөлөшәләр һәм бер-береһен тапап үлтереүҙәре лә бар. Шулай уҡ дымлылыҡҡа ла иғтибар итергә кәрәк.
Яҡтылыҡ уларға 10-12 сәғәт булырға тейеш. Яҡтыртыу өсөн ябай лампочкалар ҡулланыла. Бройлер себештәре бейек оса алмай, төнәкте 20-40 см бейеклектә ҡуйығыҙ.

Ашатыу

Тәүҙә йомортҡа ашатһам, һуңынан икмәкте һыуҙа ебетһәң дә бара ул, тип ҡарай ҡайһы берәүҙәр. Был, әлбиттә, хата фекер.
Бройлерҙарҙы һау-сәләмәт үҫте­реү өсөн дөрөҫ ашатығыҙ. Беренсе көндәрҙә аҙыҡтың составы һәм сифатына бигерәк һиҙгер булалар.
Ун көнгә тиклем бешкән йомортҡа һәм ярма бирәләр, һуңынан аша­тыуҙы 5-7 тапҡырға еткереп, туҡ­лыҡлы ҡатнаш аҙыҡ өҫтәй башлағыҙ. “Бройлер” һәм “Солнышко” кеүек витаминлы минераль өҫтәмәләр ҡул­ланығыҙ. Аш һеңдереүҙе яҡшыр­тыу өсөн ваҡланған йомортҡа, эзбиз ташын һалығыҙ, һыу һәр ваҡыт таҙа булһын.

Ауырыуҙан иҫкәртеү

Бройлерҙар, башҡа себештәргә ҡарағанда, төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Рахит, быуындар йыуанайыуы, дистрофия, аяҡтар кәкрә­йеүе, төрлө минераль һәм витамин­дарҙың етешмәүенән интегәләр.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫ­кәртеү өсөн, иртән ашатҡандан һуң, һыуға 0,1 процентлы марганцовка иретмәһе өҫтәгеҙ ҙә ярты сәғәттән таҙа һыу ҡойоғоҙ.
Тәүге көндәрҙә күҙәнәкле аҙыҡтар индерергә ярамай, көҙән йыйырыуына килтереүе ихтимал.
Бройлерҙар үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ҡыҫып бикләп ҡуйылған се­беш­тәр ялан кәртәлә йөрөгәндәргә ҡара­ғанда ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Аҫтарына ҡом, бысҡы онтағы, көл һәм эзбиз ташын (ҡалдығын) һалығыҙ.
Юғарыла әйтеп үткән ҡағиҙәләрҙе үтәгәндәрҙең мини-фермаһы ҙур табыш бирер.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526