Бройлер27.03.2017
Уңған хужабикәләрҙең тәҙрә төптәрендә борос, помидор үҫентеләре шаулап ултыра, ихатала «сип-сип» тигән тауыштар ишетелә. Ошо себештәр, атап әйткәндә, бройлерҙарҙы юғалтыуһыҙ үҫтереү өсөн бер нисә кәңәш бирергә теләйем, һүҙ бройлер себештәрен һатып алыу, урын әҙерләп ашатыу тураһында булыр.
Һатып алыу
Күп кенә шәхси хужалыҡтар бройлер себештәрен беренсе 5-10 көндә ҡарауы ауыр, тап ошо осорҙа юғалтыуҙар күберәк була, тип зарлана. Ғәҙәттә, бройлер себештәренең бер көнлөгөн һатып алалар. Әммә 10 көнлөгөн алһаң, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки юғалтыуҙар әҙерәк була.
Урам буйында һатып йөрөгәндәрҙән алһаң (әгәр ҙә белгән кешең булмаһа), себештәрҙең ҡасан сыҡҡан ваҡыты ла билдәле булмай, юлда улар йонсоп, асығып бөтөүҙәре, ваҡытында тейешле аҙыҡ алып өлгөрмәгән булыуҙары мөмкин. Себештең ҡанатын асып ҡарағыҙ: әгәр ҙә ҡанатта мамыҡ йөндәре юҡ икән, себеш 10-18 сәғәтлек кенә, ә бына бумалаға оҡшаған мамыҡ булһа, бер тәүлектән ашыу ғүмер йәшәгән. Тимәк, юлда күп йөрөгән, тейешле тәүге аҙығын ашай алмаған.
Себештең тәне 6 сәғәттә кибә, ә 18-24 сәғәттән ул инде сипелдәп ашарға эҙләй башлай. Әҙ хәрәкәт итеүсе, ҡорһаҡ өлөшө ҡаты булған, ҡанаттары төшкәндәр оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Шулай уҡ кендеге ҡанаған, күҙендә нуры булмаған, башы, суҡышы һәм аяғы имгәнгәндәр ҙә үҫтереүгә бармай.
Урын әҙерләү
Себеш алыр алдынан мөһим эштәрҙең береһе – уларға урын әҙерләү.
Ҡайҙа ғына булмаһын, урыны таҙа, һауа температураһы 30-32 градус йылы булырға тейеш. Ике-өс тиҫтә себеш өсөн 100-150 Вт-лы лампаның йылыһы етә. Ә йөҙ һәм унан күберәк бройлер тотһаң, белгестәр кәңәше буйынса айырым йылытҡыс яһарға кәрәк. Йылылыҡ мөһим, ләкин артыҡ йылыла бройлерҙар йонсой, хәрәкәт итеүҙәре тотҡарлана, үҙҙәрен хәлһеҙ тота. Төрлө яҡҡа тарала, тын алыуы ауырлаша, күп һыу эсә башлайҙар.
Әгәр һалҡын булһа, тәүҙә ныҡ итеп сипелдәйҙәр ҙә, һуңынан өйөлөшәләр һәм бер-береһен тапап үлтереүҙәре лә бар. Шулай уҡ дымлылыҡҡа ла иғтибар итергә кәрәк.
Яҡтылыҡ уларға 10-12 сәғәт булырға тейеш. Яҡтыртыу өсөн ябай лампочкалар ҡулланыла. Бройлер себештәре бейек оса алмай, төнәкте 20-40 см бейеклектә ҡуйығыҙ.
Ашатыу
Тәүҙә йомортҡа ашатһам, һуңынан икмәкте һыуҙа ебетһәң дә бара ул, тип ҡарай ҡайһы берәүҙәр. Был, әлбиттә, хата фекер.
Бройлерҙарҙы һау-сәләмәт үҫтереү өсөн дөрөҫ ашатығыҙ. Беренсе көндәрҙә аҙыҡтың составы һәм сифатына бигерәк һиҙгер булалар.
Ун көнгә тиклем бешкән йомортҡа һәм ярма бирәләр, һуңынан ашатыуҙы 5-7 тапҡырға еткереп, туҡлыҡлы ҡатнаш аҙыҡ өҫтәй башлағыҙ. “Бройлер” һәм “Солнышко” кеүек витаминлы минераль өҫтәмәләр ҡулланығыҙ. Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн ваҡланған йомортҡа, эзбиз ташын һалығыҙ, һыу һәр ваҡыт таҙа булһын.
Ауырыуҙан иҫкәртеү
Бройлерҙар, башҡа себештәргә ҡарағанда, төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Рахит, быуындар йыуанайыуы, дистрофия, аяҡтар кәкрәйеүе, төрлө минераль һәм витаминдарҙың етешмәүенән интегәләр.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн, иртән ашатҡандан һуң, һыуға 0,1 процентлы марганцовка иретмәһе өҫтәгеҙ ҙә ярты сәғәттән таҙа һыу ҡойоғоҙ.
Тәүге көндәрҙә күҙәнәкле аҙыҡтар индерергә ярамай, көҙән йыйырыуына килтереүе ихтимал.
Бройлерҙар үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ҡыҫып бикләп ҡуйылған себештәр ялан кәртәлә йөрөгәндәргә ҡарағанда ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Аҫтарына ҡом, бысҡы онтағы, көл һәм эзбиз ташын (ҡалдығын) һалығыҙ.
Юғарыла әйтеп үткән ҡағиҙәләрҙе үтәгәндәрҙең мини-фермаһы ҙур табыш бирер.