Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп фатирлы йортҡа кем идара итә ала?
Күп фатирлы йортҡа кем идара итә ала? Күп фатирлы йортҡа кем идара итә ала? Шәхси өй хужалары бәхетле. Улар үҙ ерендә нимә теләй шуны эшләй ала. Күп фатирлы йортта йәшәгәндәр иһә идарасы компаниялар-ға күҙ төбәп тора. Улары коммуналь хеҙмәттәргә туҡтауһыҙ хаҡ арттыра, эштәренең сифатына ла дәғүә бар. Ә ниңә үҙ милкеңә үҙең хужа булмаҫҡа?
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй Федерацияһында күп ҡатлы йорттарҙың 90 процентын идарасы компаниялар үҙ ҡарамағына алған. Күпселеге – төрлө юлдар аша тейешле лицензияға эйә булған коммерция ойошмалары. Билдәле, уларҙы тәү сиратта табышты күберәк алыу ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла беҙ йыш ҡына идарасы компанияларҙың торлаҡ хужаларының мәнфәғәттәрен бигүк һанға һуҡмауын, үҙ бурыстарын үтәүгә һалҡын ҡарауын күреп торабыҙ.

Ләкин хәҙерге шарттарҙа, баҙар иҡтисадындағы кеүек, күп ҡатлы йорттарға идара итеүҙә лә көндәшлеккә киң юл асылырға тейеш. Әлеге Торлаҡ кодексы ла күп фатирлы өйҙәрҙә төҙөлгән советтарға, йәғни халыҡ йәшәгән урындарҙа ойошторолған үҙида­ра органдарына, ҙур вәкәләттәр бирә. Был йәһәттән Октябрьский ҡалаһының 34-се биҫтәһендәге 11-се йортта барлыҡҡа килгән йәмәғәт үҙидараһының эшмәкәр­леге ҙур иғтибарға лайыҡ, сөнки дүрт йыл элек улар йортҡа туранан-тура идара итә башлаған. Хәҙерге еңел булмаған заманда шундай ҡыйыу аҙымға барыуҙа бындағы торлаҡ хужаларының береһе – бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған һәм торлаҡ-коммуналь хужалы­ғына ҡағылышлы закондарҙы ныҡ­лап өйрәнгән Асҡар Фәтхет­динов яҡшы инициатива күр­һәткән.
– Шул эшкә нисек тәүәккәллек иттегеҙ, тиһегеҙме? Элгәре беҙ ошо 34-се биҫтәләге торлаҡ хужалары ширҡәте составында инек. Ләкин улар торлаҡ хужалары менән уртаҡ тел табып эшләргә тырышманы, шуға йортто техник яҡтан хеҙмәтлән­де­реүҙә күп проблемалар килеп тыуҙы, – тип һөйләне Асҡар Мәғ­сүм улы. – Ахыр сиктә дөйөм йыйылыш үткәреп, шул ширҡәттән сығыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Ә хәҙерге Торлаҡ кодексы кәмендә 30 фатир урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа идара итеүҙе йәмәғәт ойошмаһына, йәғни тор­лаҡ хужалары һайлап ҡуйған советҡа, йөкмәтеү мөмкинлеген бирә лә инде. Беҙ ҙә шул хоҡу­ғыбыҙҙан файҙаланып ҡалырға теләнек. Бәхеткә күрә, йортобоҙҙа нәҡ 30 фатир хужаһы йәшәй. Әл­биттә, башта миңә кешеләр ме­нән ҡат-ҡат осрашып һөйләшергә, килеп тыуған хәлде уларға аңла­тырға тура килде. Дөйөм йыйылышта башҡа мәсьәләләрҙе лә ҡараныҡ, атап әйткәндә, йорттоң түбәһен алыштырыу буйынса ком­муналь предприятиеның тәҡ­димен кире ҡағып, әлегә күп сығым түгеүҙе талап иткән шул эшкә тотонмау хәйерлерәк булыр тинек.
Шулай итеп, беҙ юридик шәхес булып ойошмайынса ғына 2012 йылдың 1 декабренән йортобоҙға туранан-тура үҙебеҙ идара итә башланыҡ.
Яңы шарттарҙа инде шул йортта йәшәгән халыҡ өсөн “фатир хаҡы” тигән төшөнсә бөтөнләй үҙ­гәрә. Йәмәғәт үҙидараһында инициатор ролен үҙ иңенә алған Асҡар Фәтхетдинов барыһын да төптән уйлап эш итә. Ул тәүҙә һәр торлаҡ хужаһы менән киле­шеү төҙөй, унда яҙылғанса, кеше­ләр билдәләнгән тариф буйынса аҡсаны уның иҫәбенә күсерергә ризалыҡтарын бирә.
– Шуны иғтибарға алығыҙ: тор­лаҡ йортто хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн йыйылған аҡса хәҙер үҙебеҙҙә ҡала, – ти йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. – Тарифты ла йыйылыш ҡарары менән үҙебеҙ билдәләнек. Беҙҙең өйҙә йәшәгәндәр бер квадрат метр өсөн әле 12 һум 45 тин түләй. Ә идарасы компанияларҙа шул тариф 17-18 һумдан кәм түгел. Айырмаһын үҙегеҙ күреп тора­һығыҙ. Етмәһә, коммуналь ойошмалар торлаҡ йорттарҙы тейешле хәлдә тотоу өсөн һәр саҡ аҡса етмәүгә зарлана, шуға ла аҙым һа­йын тарифты күтәреү яғын ҡарай. Ә беҙ дүрт йыл инде уны үҙгәрткәнебеҙ юҡ. Шуны әйтке килә: торлаҡ хужаларынан йы­йылған аҡса йортто хеҙмәтлән­дереүгә артығы менән етә, сөнки беҙгә штатта айырым хеҙмәт­кәрҙәр тотоуҙың кәрәге юҡ. Әммә подряд килешеүе буйынса урам һепереүсеһен дә, йыйышты­рыу­сыһын да, электрик һәм сантехнигын да, шулай уҡ паспортист­каһын да таптыҡ. Улар беҙҙә кәрәк ваҡытта ғына башҡа ойош­маларҙан килеп эшләй. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр йылына 250–300 мең һумдан да артмай. Иҫәпте үҙем алып барам, шуға ҡарап тейешле хеҙмәт хаҡын тү­ләйем. Мәҫәлән, урам һепереү­сенең эше күберәк булғанлыҡтан, ул айына беҙҙә биш мең һум ала. Ә йыйыштырыусыға дүрт мең һум түләйбеҙ. Сантехник аҙнаһына бер килеп, инженерлыҡ коммуникацияларына күҙ һалып китә, шуның өсөн уға айына 2,5 мең һум аҡса тейә. Электрик иһә беҙҙең йортта айына бер генә күренеп, счетчиктарҙы һәм башҡа төр йыһаздарҙы тикшерә. Әгәр ҙә ниндәйҙер кисектергеһеҙ хәл килеп сыҡһа, беҙ шунда уҡ улар­ҙы саҡыртып алабыҙ. Тел төбөм­дән шуны аңлағанһығыҙҙыр, мин әле күберәк йорттағы дөйөм милек тураһында һүҙ алып барам, сөнки уның өсөн йәмәғәт үҙида­раһы яуап бирә. Ә хосуси милек – фатир хужалары ҡулында, әй­тәйек, кемгәлер аш бүлмәһендә һыу кранын алмаштырырға кәрәк икән – ул инде сантехникты үҙе саҡырта һәм үҙе түләй. Ләкин ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беҙ улар­ҙы һис тә ярҙамһыҙ ҡалдырмай­быҙ. Яңыраҡ бер фатирҙа аҫма­лы һыу торбаһы тишелеп аҡҡай­ны. Беҙ уны ремонтлап ҡына ҡалманыҡ, өр-яңыһына алмаштырып ҡуйҙыҡ, шуның өсөн хужа кешенән бер тин дә түләтмәнек.
Беҙҙе тағы шул ҡыҙыҡһын­дырҙы: йәмәғәт үҙидараһына күскән күп фатирлы йортта йәшә­гәндәрҙең һыу һәм энергия ресурстары менән тәьмин иткән ойошмалар менән мөнәсәбәттәре нисек?
– Был йорт 90-сы йылдар аҙа­ғында үҙгәртеп ҡоролған. Төҙөү­селәр бик тә уйлап эш иткән – объектҡа йылылыҡ трассаһын һуҙыуҙы кәрәк тип тапмағандар, йортта айырым йылытыу сис­те­маһын ҡороу, йәғни һәр фатирҙа ҡаҙандар урынлаштырыу күпкә отошлораҡ буласаҡ, тигәндәр. Шул көндән алып беҙ йылылыҡ энергияһы өсөн бер кемгә лә түләмәйбеҙ, шуға “Октябрьсктеп­лоэнерго” тигән коммуналь предприятие менән дә бер ниндәй мөнәсәбәтебеҙ юҡ, – тип төшөн­дөрҙө Асҡар Мәғсүм улы. – Беҙҙең йортта һәр фатирҙа газ ҡаҙаны ҡуйылған. Һәр кем иҫәп­ләү приборы буйынса “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн генә түләй. Һыу һәм электр энергияһы менән дә шул уҡ хәл. Үҙидараға күскәндә үк мин ҡалалағы “Водоканал” һәм электр селтәрҙәре предприятиеларына ғариза яҙҙым, унда фай­ҙаланылған ресурстар өсөн һәр торлаҡ хужаһы уларға айырым түләйәсәге хаҡында иҫкәрттем. Ә законда ҡаралғанса, ул ойошмалар беҙҙең шул ихтыярға ҡаршы килергә тейеш түгел. Улар беҙҙе шәхси секторҙағы өйҙәр кеүек үҙ исемлегенә индерҙеләр. Беҙҙә һәр фатир эйәһенең шәхси иҫәбе бар, тотонолған ресурс өсөн аҡсаны ла үҙе шунда күсерә. Бының өсөн беҙ башта һәр ҡайһы­­һындағы иҫәпләү приборҙарын алмаштырҙыҡ, шуға кешеләр араһында кем әҙерәк, кем күберәк түләй тигән икеле-микеле һүҙ ҙә юҡ. Ә газ менән тәьмин иткән ойош­мала һәр кемдең шәхси иҫә­бе йорт файҙаланыуға тапшы­рылғанда уҡ асылған.
– Йылытыу системаһы айырым булғас, коммуналь түләүҙәр ҙә күпкә кәмерәк килеп сыға торғандыр...
– Тап шулай. Бына мин үҙем иң өҫкө, йәғни 3-сө ҡаттағы фа­тирҙа йәшәйем. Тәүҙә бүлмә­ләрҙә һалҡыныраҡ ине. Бел­гестәр ме­нән кәңәшләшеп, шул хәлдән ҡотолоу өсөн сарлаҡты йылы­тырға кәрәк тигән фекергә килдек. Йәйен унда 300 кубометр керамзит ташып йәйҙек. Хәҙер фати­рыбыҙ ҙа йылы. Ҡышҡы селләлә беҙ газ ҡаҙаны өсөн айына 2000 һумдан артыҡ түләмәйбеҙ, ә яғып йылытыу миҙгелендә ул уртаса 1000 һум ғына килеп сыға. Әй­теү­ҙәренсә, 1-2-се ҡаттарҙа йәшә­гән­дәрҙең шул сығымдары хатта ике-өс тапҡырға аҙыраҡ. Йәйге осорҙа инде беҙ газ плитәһе менән файҙаланған өсөн генә иҫәп­ләшәбеҙ. Идарасы компаниялар бит торлаҡ хужаларынан йылы­лыҡ энергияһы өсөн йыл әйлә­нәһенә түләтә. Әйтеү­ҙәрен­сә, уларҙа фатир хаҡының 43-45 проценты тиерлек квитанциялағы шул графаға тура килә.
Йортто хеҙмәтләндереүгә йы­йылған аҡса үҙҙәрендә ҡалғас, үҙидараға күнеккән торлаҡ хужалары йәшәгән төйәктәрендә бөтә уңайлыҡты булдырыу өсөн күп кенә эштәрҙе бойомға ашы­рырға өлгөргән. Асҡар Мәғсүм улы башта уҡ бөтә фатирҙарҙа ла яңы иҫәпләү приборҙарын ҡуйҙырта. Сарлаҡты йылытҡан­дан һуң, подъездарҙы ремонт­лауға аҡса бүләләр, шулай уҡ подвалдағы канализация торбаларын алмаштыралар. Йорт эргәһендәге майҙанды тәртипкә килтерергә лә иренмәйҙәр. Шунан инде ҙур сығым талап иткән эшкә – йорттоң фасадын ре­монтлау­ға – тотоналар. Был эштә инде яңы технология ҡулланыла, йылылыҡты һаҡлау өсөн өйҙөң стеналары минераль-мамыҡ плитәләр менән йөҙләнә. 2015 йылда подрядсылар йортто яңыр­тыуҙа шул ысул менән 700 мең һумлыҡ эш башҡара.
– Ләкин әлегә шул эшебеҙ туҡталып ҡалды, – тип телгә алды йорт советы рәйесе. – Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки аҡса яғынан хәҙер наҡыҫыраҡ. Беҙҙе лә 2016 йылдың 1 мартынан капиталь ремонт өсөн төбәк операторына түләргә мәжбүр иттеләр. Закон шулай ҡуша, тип аңлаттылар. Ә инде уларға күсерелгән шул аҡса йылына 200 мең һумға барып баҫа. Түләүен түләйәсәкбеҙ, тик беҙҙе алдағы йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына инде­реү­ҙәрен теләйбеҙ. Белешеүем­сә, беҙ әле 2019 йылдағы шул планға ла эләкмәгәнбеҙ. Яңыраҡ шуны күҙҙән үткәрҙем: ғәмәлдә беҙ йәшәгән йортобоҙҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса ҡаралған эштәрҙең 70-80 процентын үҙ кө­сө­бөҙ менән атҡарырға өлгөр­гәнбеҙ. Шуның өсөн аҡса һора­майбыҙ, фасадты яңы технология буйынса яңыртыуҙа ғына ярҙам күрһәтһендәр ине, сөнки үҙе­беҙҙең иҫәптәге 200-300 мең һум менән генә ул эште дауам итеп булмай. Беҙ бит үҙебеҙ идара ит­кән йортта эштең сифатын иң алға ҡуябыҙ. Яңыртылған фа­садҡа 15-20 йыл буйы бер ниндәй ремонт та кәрәкмәй. Икенсенән, стеналарҙы яңы технология буйынса йөҙләү йылылыҡ һаҡлауҙы яҡшыртыу менән бергә коммуналь сығымдарҙы тағы ла кәме­теү мөмкинлеген бирә.
Ҡайһы саҡ минән, ниңә капиталь ремонтҡа йыйылған аҡсаны үҙегеҙҙә ҡалдырыу өсөн махсус иҫәп асманығыҙ һуң, тип һорай­ҙар. Беҙ ул турала уйлаштыҡ, ләкин быға законда етди тотҡар­лыҡ барлығын күрҙек. Унда яҙыл­ғанса, махсус иҫәп асыу өсөн башта торлаҡ хужалары ширҡә­тен төҙөргә тейешбеҙ. Ә инде юридик шәхескә әйләнеү – ҡағыҙ волокитаһына күмелеү тигән һүҙ. Беҙҙең өсөн был отошло түгел, йортҡа идара итеүҙә һис кенә лә элекке тәртипкә әйләнеп ҡайтыр­ға теләмәйбеҙ.
– Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙар­ҙан граждандар ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел. Тырышҡанда йортҡа ла үҙеңә уңышлы идара итергә мөмкин, – тип үҙ фекерен төйнәп ҡуйҙы Асҡар Фәтхетдинов. – Бы­на беҙҙең йәмәғәт ойошма­һы­на бер ҡайҙа ла теркәлергә кәрәк­мәй, торлаҡ хужаларының йыйылышында ҡабул ителгән ҡа­рар­ҙарға таянып ҡына эш итәбеҙ. Бөгөнгө закондар ҙа милек­селәр­ҙең мәнфәғәтен яҡ­лай. Тик үҙ хо­ҡуҡтарыңдан фай­ҙалана бе­лер­гә генә кәрәк. Әлегә дәүләт торлаҡ инспекция­һының да беҙгә бер ниндәй дәғүә бел­дер­гәне юҡ.
Хәҙер Октябрьский ҡалаһында 30 фатирлы ошо йортта бар­лыҡ­ҡа килгән йәмәғәт үҙидара­һының эш тәжрибәһен киң тара­тырға тырышалар.
– Яңыраҡ ҡына күп ҡатлы йорт­тарға идара итеү мәсьәлә­ләренә арналған ижтимағи форумда шул хаҡта һүҙ алып бар­ҙыҡ, – ти “БашДомКом” йәмәғәт ойошмаһының урындағы башҡар­ма комитеты рәйесе Иван Айрих. – Унда Асҡар Мәғсүм улының сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яҡын киләсәктә байтаҡ йорттар үҙидара юлын һайлар, тип өмөт­ләнәбеҙ. Беҙ инде уларға теләк­тәшлек белде­рәсәкбеҙ, кәрәк осраҡта юридик яҡтан да ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Хәҙерге заманда торлаҡ хужалары, ниһа­йәт, үҙҙә­рен ысын милексе итеп тойорға, закондан файҙаланып, торлаҡ фондына идара итеүҙә лә әүҙем ҡатнашырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528