Шәхси өй хужалары бәхетле. Улар үҙ ерендә нимә теләй шуны эшләй ала. Күп фатирлы йортта йәшәгәндәр иһә идарасы компаниялар-ға күҙ төбәп тора. Улары коммуналь хеҙмәттәргә туҡтауһыҙ хаҡ арттыра, эштәренең сифатына ла дәғүә бар. Ә ниңә үҙ милкеңә үҙең хужа булмаҫҡа?
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй Федерацияһында күп ҡатлы йорттарҙың 90 процентын идарасы компаниялар үҙ ҡарамағына алған. Күпселеге – төрлө юлдар аша тейешле лицензияға эйә булған коммерция ойошмалары. Билдәле, уларҙы тәү сиратта табышты күберәк алыу ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла беҙ йыш ҡына идарасы компанияларҙың торлаҡ хужаларының мәнфәғәттәрен бигүк һанға һуҡмауын, үҙ бурыстарын үтәүгә һалҡын ҡарауын күреп торабыҙ.Ләкин хәҙерге шарттарҙа, баҙар иҡтисадындағы кеүек, күп ҡатлы йорттарға идара итеүҙә лә көндәшлеккә киң юл асылырға тейеш. Әлеге Торлаҡ кодексы ла күп фатирлы өйҙәрҙә төҙөлгән советтарға, йәғни халыҡ йәшәгән урындарҙа ойошторолған үҙидара органдарына, ҙур вәкәләттәр бирә. Был йәһәттән Октябрьский ҡалаһының 34-се биҫтәһендәге 11-се йортта барлыҡҡа килгән йәмәғәт үҙидараһының эшмәкәрлеге ҙур иғтибарға лайыҡ, сөнки дүрт йыл элек улар йортҡа туранан-тура идара итә башлаған. Хәҙерге еңел булмаған заманда шундай ҡыйыу аҙымға барыуҙа бындағы торлаҡ хужаларының береһе – бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған һәм торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы закондарҙы ныҡлап өйрәнгән Асҡар Фәтхетдинов яҡшы инициатива күрһәткән.
– Шул эшкә нисек тәүәккәллек иттегеҙ, тиһегеҙме? Элгәре беҙ ошо 34-се биҫтәләге торлаҡ хужалары ширҡәте составында инек. Ләкин улар торлаҡ хужалары менән уртаҡ тел табып эшләргә тырышманы, шуға йортто техник яҡтан хеҙмәтләндереүҙә күп проблемалар килеп тыуҙы, – тип һөйләне Асҡар Мәғсүм улы. – Ахыр сиктә дөйөм йыйылыш үткәреп, шул ширҡәттән сығыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Ә хәҙерге Торлаҡ кодексы кәмендә 30 фатир урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа идара итеүҙе йәмәғәт ойошмаһына, йәғни торлаҡ хужалары һайлап ҡуйған советҡа, йөкмәтеү мөмкинлеген бирә лә инде. Беҙ ҙә шул хоҡуғыбыҙҙан файҙаланып ҡалырға теләнек. Бәхеткә күрә, йортобоҙҙа нәҡ 30 фатир хужаһы йәшәй. Әлбиттә, башта миңә кешеләр менән ҡат-ҡат осрашып һөйләшергә, килеп тыуған хәлде уларға аңлатырға тура килде. Дөйөм йыйылышта башҡа мәсьәләләрҙе лә ҡараныҡ, атап әйткәндә, йорттоң түбәһен алыштырыу буйынса коммуналь предприятиеның тәҡдимен кире ҡағып, әлегә күп сығым түгеүҙе талап иткән шул эшкә тотонмау хәйерлерәк булыр тинек.
Шулай итеп, беҙ юридик шәхес булып ойошмайынса ғына 2012 йылдың 1 декабренән йортобоҙға туранан-тура үҙебеҙ идара итә башланыҡ.
Яңы шарттарҙа инде шул йортта йәшәгән халыҡ өсөн “фатир хаҡы” тигән төшөнсә бөтөнләй үҙгәрә. Йәмәғәт үҙидараһында инициатор ролен үҙ иңенә алған Асҡар Фәтхетдинов барыһын да төптән уйлап эш итә. Ул тәүҙә һәр торлаҡ хужаһы менән килешеү төҙөй, унда яҙылғанса, кешеләр билдәләнгән тариф буйынса аҡсаны уның иҫәбенә күсерергә ризалыҡтарын бирә.
– Шуны иғтибарға алығыҙ: торлаҡ йортто хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн йыйылған аҡса хәҙер үҙебеҙҙә ҡала, – ти йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. – Тарифты ла йыйылыш ҡарары менән үҙебеҙ билдәләнек. Беҙҙең өйҙә йәшәгәндәр бер квадрат метр өсөн әле 12 һум 45 тин түләй. Ә идарасы компанияларҙа шул тариф 17-18 һумдан кәм түгел. Айырмаһын үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Етмәһә, коммуналь ойошмалар торлаҡ йорттарҙы тейешле хәлдә тотоу өсөн һәр саҡ аҡса етмәүгә зарлана, шуға ла аҙым һайын тарифты күтәреү яғын ҡарай. Ә беҙ дүрт йыл инде уны үҙгәрткәнебеҙ юҡ. Шуны әйтке килә: торлаҡ хужаларынан йыйылған аҡса йортто хеҙмәтләндереүгә артығы менән етә, сөнки беҙгә штатта айырым хеҙмәткәрҙәр тотоуҙың кәрәге юҡ. Әммә подряд килешеүе буйынса урам һепереүсеһен дә, йыйыштырыусыһын да, электрик һәм сантехнигын да, шулай уҡ паспортисткаһын да таптыҡ. Улар беҙҙә кәрәк ваҡытта ғына башҡа ойошмаларҙан килеп эшләй. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр йылына 250–300 мең һумдан да артмай. Иҫәпте үҙем алып барам, шуға ҡарап тейешле хеҙмәт хаҡын түләйем. Мәҫәлән, урам һепереүсенең эше күберәк булғанлыҡтан, ул айына беҙҙә биш мең һум ала. Ә йыйыштырыусыға дүрт мең һум түләйбеҙ. Сантехник аҙнаһына бер килеп, инженерлыҡ коммуникацияларына күҙ һалып китә, шуның өсөн уға айына 2,5 мең һум аҡса тейә. Электрик иһә беҙҙең йортта айына бер генә күренеп, счетчиктарҙы һәм башҡа төр йыһаздарҙы тикшерә. Әгәр ҙә ниндәйҙер кисектергеһеҙ хәл килеп сыҡһа, беҙ шунда уҡ уларҙы саҡыртып алабыҙ. Тел төбөмдән шуны аңлағанһығыҙҙыр, мин әле күберәк йорттағы дөйөм милек тураһында һүҙ алып барам, сөнки уның өсөн йәмәғәт үҙидараһы яуап бирә. Ә хосуси милек – фатир хужалары ҡулында, әйтәйек, кемгәлер аш бүлмәһендә һыу кранын алмаштырырға кәрәк икән – ул инде сантехникты үҙе саҡырта һәм үҙе түләй. Ләкин ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беҙ уларҙы һис тә ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Яңыраҡ бер фатирҙа аҫмалы һыу торбаһы тишелеп аҡҡайны. Беҙ уны ремонтлап ҡына ҡалманыҡ, өр-яңыһына алмаштырып ҡуйҙыҡ, шуның өсөн хужа кешенән бер тин дә түләтмәнек.
Беҙҙе тағы шул ҡыҙыҡһындырҙы: йәмәғәт үҙидараһына күскән күп фатирлы йортта йәшәгәндәрҙең һыу һәм энергия ресурстары менән тәьмин иткән ойошмалар менән мөнәсәбәттәре нисек?
– Был йорт 90-сы йылдар аҙағында үҙгәртеп ҡоролған. Төҙөүселәр бик тә уйлап эш иткән – объектҡа йылылыҡ трассаһын һуҙыуҙы кәрәк тип тапмағандар, йортта айырым йылытыу системаһын ҡороу, йәғни һәр фатирҙа ҡаҙандар урынлаштырыу күпкә отошлораҡ буласаҡ, тигәндәр. Шул көндән алып беҙ йылылыҡ энергияһы өсөн бер кемгә лә түләмәйбеҙ, шуға “Октябрьсктеплоэнерго” тигән коммуналь предприятие менән дә бер ниндәй мөнәсәбәтебеҙ юҡ, – тип төшөндөрҙө Асҡар Мәғсүм улы. – Беҙҙең йортта һәр фатирҙа газ ҡаҙаны ҡуйылған. Һәр кем иҫәпләү приборы буйынса “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн генә түләй. Һыу һәм электр энергияһы менән дә шул уҡ хәл. Үҙидараға күскәндә үк мин ҡалалағы “Водоканал” һәм электр селтәрҙәре предприятиеларына ғариза яҙҙым, унда файҙаланылған ресурстар өсөн һәр торлаҡ хужаһы уларға айырым түләйәсәге хаҡында иҫкәрттем. Ә законда ҡаралғанса, ул ойошмалар беҙҙең шул ихтыярға ҡаршы килергә тейеш түгел. Улар беҙҙе шәхси секторҙағы өйҙәр кеүек үҙ исемлегенә индерҙеләр. Беҙҙә һәр фатир эйәһенең шәхси иҫәбе бар, тотонолған ресурс өсөн аҡсаны ла үҙе шунда күсерә. Бының өсөн беҙ башта һәр ҡайһыһындағы иҫәпләү приборҙарын алмаштырҙыҡ, шуға кешеләр араһында кем әҙерәк, кем күберәк түләй тигән икеле-микеле һүҙ ҙә юҡ. Ә газ менән тәьмин иткән ойошмала һәр кемдең шәхси иҫәбе йорт файҙаланыуға тапшырылғанда уҡ асылған.
– Йылытыу системаһы айырым булғас, коммуналь түләүҙәр ҙә күпкә кәмерәк килеп сыға торғандыр...
– Тап шулай. Бына мин үҙем иң өҫкө, йәғни 3-сө ҡаттағы фатирҙа йәшәйем. Тәүҙә бүлмәләрҙә һалҡыныраҡ ине. Белгестәр менән кәңәшләшеп, шул хәлдән ҡотолоу өсөн сарлаҡты йылытырға кәрәк тигән фекергә килдек. Йәйен унда 300 кубометр керамзит ташып йәйҙек. Хәҙер фатирыбыҙ ҙа йылы. Ҡышҡы селләлә беҙ газ ҡаҙаны өсөн айына 2000 һумдан артыҡ түләмәйбеҙ, ә яғып йылытыу миҙгелендә ул уртаса 1000 һум ғына килеп сыға. Әйтеүҙәренсә, 1-2-се ҡаттарҙа йәшәгәндәрҙең шул сығымдары хатта ике-өс тапҡырға аҙыраҡ. Йәйге осорҙа инде беҙ газ плитәһе менән файҙаланған өсөн генә иҫәпләшәбеҙ. Идарасы компаниялар бит торлаҡ хужаларынан йылылыҡ энергияһы өсөн йыл әйләнәһенә түләтә. Әйтеүҙәренсә, уларҙа фатир хаҡының 43-45 проценты тиерлек квитанциялағы шул графаға тура килә.
Йортто хеҙмәтләндереүгә йыйылған аҡса үҙҙәрендә ҡалғас, үҙидараға күнеккән торлаҡ хужалары йәшәгән төйәктәрендә бөтә уңайлыҡты булдырыу өсөн күп кенә эштәрҙе бойомға ашырырға өлгөргән. Асҡар Мәғсүм улы башта уҡ бөтә фатирҙарҙа ла яңы иҫәпләү приборҙарын ҡуйҙырта. Сарлаҡты йылытҡандан һуң, подъездарҙы ремонтлауға аҡса бүләләр, шулай уҡ подвалдағы канализация торбаларын алмаштыралар. Йорт эргәһендәге майҙанды тәртипкә килтерергә лә иренмәйҙәр. Шунан инде ҙур сығым талап иткән эшкә – йорттоң фасадын ремонтлауға – тотоналар. Был эштә инде яңы технология ҡулланыла, йылылыҡты һаҡлау өсөн өйҙөң стеналары минераль-мамыҡ плитәләр менән йөҙләнә. 2015 йылда подрядсылар йортто яңыртыуҙа шул ысул менән 700 мең һумлыҡ эш башҡара.
– Ләкин әлегә шул эшебеҙ туҡталып ҡалды, – тип телгә алды йорт советы рәйесе. – Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки аҡса яғынан хәҙер наҡыҫыраҡ. Беҙҙе лә 2016 йылдың 1 мартынан капиталь ремонт өсөн төбәк операторына түләргә мәжбүр иттеләр. Закон шулай ҡуша, тип аңлаттылар. Ә инде уларға күсерелгән шул аҡса йылына 200 мең һумға барып баҫа. Түләүен түләйәсәкбеҙ, тик беҙҙе алдағы йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына индереүҙәрен теләйбеҙ. Белешеүемсә, беҙ әле 2019 йылдағы шул планға ла эләкмәгәнбеҙ. Яңыраҡ шуны күҙҙән үткәрҙем: ғәмәлдә беҙ йәшәгән йортобоҙҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса ҡаралған эштәрҙең 70-80 процентын үҙ көсөбөҙ менән атҡарырға өлгөргәнбеҙ. Шуның өсөн аҡса һорамайбыҙ, фасадты яңы технология буйынса яңыртыуҙа ғына ярҙам күрһәтһендәр ине, сөнки үҙебеҙҙең иҫәптәге 200-300 мең һум менән генә ул эште дауам итеп булмай. Беҙ бит үҙебеҙ идара иткән йортта эштең сифатын иң алға ҡуябыҙ. Яңыртылған фасадҡа 15-20 йыл буйы бер ниндәй ремонт та кәрәкмәй. Икенсенән, стеналарҙы яңы технология буйынса йөҙләү йылылыҡ һаҡлауҙы яҡшыртыу менән бергә коммуналь сығымдарҙы тағы ла кәметеү мөмкинлеген бирә.
Ҡайһы саҡ минән, ниңә капиталь ремонтҡа йыйылған аҡсаны үҙегеҙҙә ҡалдырыу өсөн махсус иҫәп асманығыҙ һуң, тип һорайҙар. Беҙ ул турала уйлаштыҡ, ләкин быға законда етди тотҡарлыҡ барлығын күрҙек. Унда яҙылғанса, махсус иҫәп асыу өсөн башта торлаҡ хужалары ширҡәтен төҙөргә тейешбеҙ. Ә инде юридик шәхескә әйләнеү – ҡағыҙ волокитаһына күмелеү тигән һүҙ. Беҙҙең өсөн был отошло түгел, йортҡа идара итеүҙә һис кенә лә элекке тәртипкә әйләнеп ҡайтырға теләмәйбеҙ.
– Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан граждандар ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел. Тырышҡанда йортҡа ла үҙеңә уңышлы идара итергә мөмкин, – тип үҙ фекерен төйнәп ҡуйҙы Асҡар Фәтхетдинов. – Бына беҙҙең йәмәғәт ойошмаһына бер ҡайҙа ла теркәлергә кәрәкмәй, торлаҡ хужаларының йыйылышында ҡабул ителгән ҡарарҙарға таянып ҡына эш итәбеҙ. Бөгөнгө закондар ҙа милекселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай. Тик үҙ хоҡуҡтарыңдан файҙалана белергә генә кәрәк. Әлегә дәүләт торлаҡ инспекцияһының да беҙгә бер ниндәй дәғүә белдергәне юҡ.
Хәҙер Октябрьский ҡалаһында 30 фатирлы ошо йортта барлыҡҡа килгән йәмәғәт үҙидараһының эш тәжрибәһен киң таратырға тырышалар.
– Яңыраҡ ҡына күп ҡатлы йорттарға идара итеү мәсьәләләренә арналған ижтимағи форумда шул хаҡта һүҙ алып барҙыҡ, – ти “БашДомКом” йәмәғәт ойошмаһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Иван Айрих. – Унда Асҡар Мәғсүм улының сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яҡын киләсәктә байтаҡ йорттар үҙидара юлын һайлар, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ инде уларға теләктәшлек белдерәсәкбеҙ, кәрәк осраҡта юридик яҡтан да ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Хәҙерге заманда торлаҡ хужалары, ниһайәт, үҙҙәрен ысын милексе итеп тойорға, закондан файҙаланып, торлаҡ фондына идара итеүҙә лә әүҙем ҡатнашырға тейеш.