Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрәмтамаҡтар... һалым түләйәсәк
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы йылдар буйы бер ҡайҙа ла рәсми теркәлеп эшләмәгәндәрҙе мотлаҡ медицина страховкаһы системаһынан сығарыу идеяһын хупламай. Был илдең Конституцияһына ҡаршы килә, ти министр Вероника Скворцова. Шулай ҙа ул төбәк властарына “әрәмтамаҡлыҡ өсөн һалым” булдырыу хоҡуғын биреү яҡлы.


Бында эш хаҡын “конвертта” алыу­сылар, йәғни унан-бынан аҡса табып та, килеменән дәүләт ҡаҙнаһына бер тин дә файҙа индермәүселәр тураһында һүҙ бара. Илебеҙҙә медицина, мәғариф хеҙмәттәре бушлай булһын, пенсия түләнһен, башҡа социаль ярҙам саралары үтәлһен өсөн улар ҙа тырышырға тейеш бит. Юғиһә берәүҙәр ғәҙел эшләй, һалымдарын түләп тора, ә икенселәр, шул уҡ күләмдә аҡса алһа ла, дөйөм мәнфәғәттәрҙән йөҙ бора. Балаларын мәктәпкә йөрөткәндә, дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә, пенсия алғанда әлеге әрәмтамаҡтар бер аҙ ғәрләнәме икән?
Бынан алдараҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец рәсми теркәлеп эшләмәгән граждан­дарҙан социаль инфраструктураны файҙаланған өсөн аҡса түләтеү тура­һында закон проекты әҙерләнеүен белдергәйне. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин әйтеүенсә, әле был йүнәлештә эш бара. “Ғәмәлдә ҡайҙалыр эшләп тә, страховка иғәнә­ләрен түләмәгәндәрҙе асыҡларға социаль фондтарҙың вәкәләттәрен Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырыу ярҙам итәсәк”, – ти ул.
Иҡтисади үҫеш министрлығы иһә “әрәмтамаҡлыҡ өсөн һалым”ға ҡаршы. “Ҡайҙалыр ялланып йөрөп аҡса алып та килеменән һалым түләмәгәндәрҙе хеҙмәт баҙары менән бәйләнешен юғалтҡан ысын эшһеҙҙәрҙән айырыуы бик ҡыйын. Эшҡыуарҙарҙы “күләгә”нән сығарыу маҡсатындағы эшмәкәрлекте көсәйтеү һәм ошо йәһәттән дәртлән­дереү сараларын арттырыу дөрөҫөрәк булыр ине”, – ти уның белгестәре.
Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Рәсәйҙә 14,5 миллион кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләш­термәгән килеш эшләп йөрөй. Эксперттар иһә был һанды ысынбарлыҡҡа тура килмәй тип һанай һәм әрәмтамаҡтарҙың 22 миллион самаһы булыуы ихтимал­лығын билдәләй. Илдең Пенсия фонды ғына ла “күләгәләге мәшғүллек” арҡа­һында йылына 1,5 триллион һумлыҡ зыян күрә икән!
Яңы ҡануниәтте әҙерләгәндә мәсьә­ләләр һәр яҡлап өйрәнелә. “Килемен йәшереүселәрҙән социаль инфраструктураны файҙаланған өсөн аҡса талап итеү – ғәҙел ҡарар, әммә ашығыс медицина ярҙамының барыһына ла һәр саҡ бушлай булыуы зарур. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына ярашлы, табипҡа түләүһеҙ күренергә телә­гәндәр, әгәр эшкә һәләтле килеш әрәм­тамаҡлыҡта йөрөйҙәр икән, социаль фондтарға йыл һайын күпмелер күләмдә иғәнә индереп барырға тейеш”, – ти белгестәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529