Әрәмтамаҡтар... һалым түләйәсәк11.10.2016
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы йылдар буйы бер ҡайҙа ла рәсми теркәлеп эшләмәгәндәрҙе мотлаҡ медицина страховкаһы системаһынан сығарыу идеяһын хупламай. Был илдең Конституцияһына ҡаршы килә, ти министр Вероника Скворцова. Шулай ҙа ул төбәк властарына “әрәмтамаҡлыҡ өсөн һалым” булдырыу хоҡуғын биреү яҡлы.
Бында эш хаҡын “конвертта” алыусылар, йәғни унан-бынан аҡса табып та, килеменән дәүләт ҡаҙнаһына бер тин дә файҙа индермәүселәр тураһында һүҙ бара. Илебеҙҙә медицина, мәғариф хеҙмәттәре бушлай булһын, пенсия түләнһен, башҡа социаль ярҙам саралары үтәлһен өсөн улар ҙа тырышырға тейеш бит. Юғиһә берәүҙәр ғәҙел эшләй, һалымдарын түләп тора, ә икенселәр, шул уҡ күләмдә аҡса алһа ла, дөйөм мәнфәғәттәрҙән йөҙ бора. Балаларын мәктәпкә йөрөткәндә, дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә, пенсия алғанда әлеге әрәмтамаҡтар бер аҙ ғәрләнәме икән?
Бынан алдараҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец рәсми теркәлеп эшләмәгән граждандарҙан социаль инфраструктураны файҙаланған өсөн аҡса түләтеү тураһында закон проекты әҙерләнеүен белдергәйне. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин әйтеүенсә, әле был йүнәлештә эш бара. “Ғәмәлдә ҡайҙалыр эшләп тә, страховка иғәнәләрен түләмәгәндәрҙе асыҡларға социаль фондтарҙың вәкәләттәрен Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырыу ярҙам итәсәк”, – ти ул.
Иҡтисади үҫеш министрлығы иһә “әрәмтамаҡлыҡ өсөн һалым”ға ҡаршы. “Ҡайҙалыр ялланып йөрөп аҡса алып та килеменән һалым түләмәгәндәрҙе хеҙмәт баҙары менән бәйләнешен юғалтҡан ысын эшһеҙҙәрҙән айырыуы бик ҡыйын. Эшҡыуарҙарҙы “күләгә”нән сығарыу маҡсатындағы эшмәкәрлекте көсәйтеү һәм ошо йәһәттән дәртләндереү сараларын арттырыу дөрөҫөрәк булыр ине”, – ти уның белгестәре.
Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Рәсәйҙә 14,5 миллион кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәгән килеш эшләп йөрөй. Эксперттар иһә был һанды ысынбарлыҡҡа тура килмәй тип һанай һәм әрәмтамаҡтарҙың 22 миллион самаһы булыуы ихтималлығын билдәләй. Илдең Пенсия фонды ғына ла “күләгәләге мәшғүллек” арҡаһында йылына 1,5 триллион һумлыҡ зыян күрә икән!
Яңы ҡануниәтте әҙерләгәндә мәсьәләләр һәр яҡлап өйрәнелә. “Килемен йәшереүселәрҙән социаль инфраструктураны файҙаланған өсөн аҡса талап итеү – ғәҙел ҡарар, әммә ашығыс медицина ярҙамының барыһына ла һәр саҡ бушлай булыуы зарур. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына ярашлы, табипҡа түләүһеҙ күренергә теләгәндәр, әгәр эшкә һәләтле килеш әрәмтамаҡлыҡта йөрөйҙәр икән, социаль фондтарға йыл һайын күпмелер күләмдә иғәнә индереп барырға тейеш”, – ти белгестәр.