Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иламаған бабайға...”
“Иламаған бабайға...” Хаҡлы ялдағылар умырып пенсия алмаһа ла, уларға билдәләнгән ташламалар йылдан-йыл бүҫкәрә бара. Ниндәй ташламалар ҡаралыуы тураһында белеү бер ҙә зыян итмәҫ, сөнки тейешле органдарға ғариза яҙып мөрәжәғәт иткәндә генә, дәүләттең был бүләген алып була. Бөгөн һүҙебеҙ — һалымдар, ял урындарына барғанда юл хаҡы сығымдарын ҡаплау, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәмә отпуск тәғәйенләү тураһында.

Мөлкәткә һалымдан
азат итеү


Күпселек пенсионерҙарҙы мөлкәткә булған һалымдан азат итеү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Был ташлама эшләп йө­рөгән, шулай уҡ эшләмәгән пенсионер­ҙарға ҡағыла. Һалым кодексына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Пенсиялар тураһындағы законы нигеҙендә шәхси мөлкәте булған пенсионерҙар һалымдан азат ителә.
Мөлкәткә һалым ҡайтармаһы тәғә­йен­ләүҙе һорап, йәшәгән урынығыҙҙағы һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул түбәндәге күсемһеҙ милеккә ҡаралған: фатирға йәки бүлмәгә; шәхси торлаҡ йортҡа; гаражға йәки дөйөм гараждағы машина урынына; 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ төҙөлөштәренә.
Ошо төргә ҡараған бер генә объектҡа ташлама булырға мөмкин. Әйтәйек, пен­сионерҙың шәхси милке иҫәбендә фатир, йорт, гараж булһа, был мөлкәттәрҙең барыһы өсөн дә ул һалымдан азат ителә. Әгәр ике фатиры булһа, уларҙың береһе өсөн генә ташлама ҡаралған. Икенсе фатирға һалым түләргә кәрәк буласаҡ.
Был ташламанан нисек файҙаланырға һуң? Һалым ташламаһы тураһында ғариза менән пенсия танытмаһын һалым инспек­цияһына алып барырға кәрәк. Әгәр бынан алдағы йылда ла ташламағыҙ булһа, документтар тапшырыу мотлаҡ түгел.

Күсемһеҙ милек
һатып алғанда


Был ташлама эшләп йөрөгән пенсио­нер­ҙарға, шулай уҡ күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡандарға әһәмиәтле. Мәҫәлән, пенсионер йорт йә башҡа төрлө күсемһеҙ милек һатып ала икән, уны шәхси милек итеп теркәгәндән һуң, сарыф ителгән аҡ­саһының бер өлөшөн кире ҡайтарыу хо­ҡуғына эйә. Бының өсөн торлаҡ йорт төҙө­лөргә, ер майҙаны, фатир йәки бүлмә һа­тып алынырға тейеш. Бынан тыш, тор­лаҡ кредитының проценттарын түләгәндә лә милеккә һалым ҡайтармаһын фай­ҙа­ланырға мөмкин. Милеккә һалым ҡайтар­маһының күләме һатып алған йә төҙөгән объекттың хаҡына бәйле.

Өҫтәмә отпуск

Бында һүҙ эшләп йөрөгән пенсио­нер­ҙарға түләүһеҙ отпуск биреү тураһында бара. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына (35 көн), ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығып та эшләп йөрөгән пенсионерҙарға (14 көн), эшләп йөрөгән инвалид-пен­сионерҙарға (60 көн) түләүһеҙ өҫтәмә ял ҡаралған. Уны алыу өсөн эш биреүсегә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ял итергә барһаң...

Себерҙә һәм уға тиңләштерелгән би­ләмәләрҙә йәшәгән, әммә эшләмәгән пенсионерҙар ял урынына барғанда юл хаҡына ташламанан файҙалана ала. Ул ике йылға бер тапҡыр Рәсәй эсендә генә бирелә. Ташламаны алыу өсөн Рәсәй Федерацияһының Төбәк пенсия фондына ғариза яҙырға кәрәк.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 653

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523